Эстәлеккә күсергә

Одесса немец педагогия институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Одесса немец педагогия институты
Нигеҙләү датаһы март 1934
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Украина Совет Социалистик Республикаһы һәм Одесса

Одесса немец педагогия институты— 1934 йылдың мартынан 1938 йылға тиклем СССР осоронда Одессала педагогик йүнәлештә эшләп килгән юғары уҡыу йорто.[1] Адресы: Одесса, Пестернак урамы, 42.

Одесса халыҡ мәғарифы институтында немец секторы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йылда Украинаның һөнәри белем биреү баш идаралығы (Укрголовпрофосвит) президиумы Одессаның халыҡ мәғарифе институты (ИНО) ҡарамағында немец секторы (нем. Deutsche Abteilung) асылға ҡарар итте. Немец секторының төп маҡсаты: немец мәҙәниәтле балалар баҡсаһы, балалар йорттары, мәктәптәр, клубтар һәм китапханалар өсөн тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар әҙерләү.[2]

Уҡытыу программаһына ярашлы, әҙерлек курстарынан һуң, сектор тыңлаусылары 4 йыл дауамында социаль тәрбиә факультетында уҡыуын дәуам итәләр. 1930 йылдың декабрендә Одесса халыҡ мәғарифы институты тарҡалы. Тарҡалған институт нигеҙендә 3 яңы институт барлыҡҡа килгән (украин, йәһүд һәм немец), өс милли бүлек составында береһе социаль тәрбиә институты булған. Артабан Одесса социаль тәрбиә институты Одесса педагогика институты тип үҙгәртелә, институтта немец секторы ситтән тороп һәм эшсе факультетта уҡытыла.

Украина Коммунистар партияһы (КП(б)У) Политбюроһы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары нигеҙендә 1934 йылның мартында Одесса педагогия институтының немец секторы базаһында Украинала берҙән бер Одесса немец педагогия институты (Odessaer Deutsches Padagogisches Institut) асыла.

Немец педагогика институты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

УССР-ҙа немец әҙселеге мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү — институт асыуҙың төп маҡсаты. Институттың дүрт факультеты булған: тарих, әҙәбиәт, тәбиғи география һәм физик-математика факультеттары.

1936-1937 уҡыу йылында педагогика институтында 254 студент уҡыған, уларҙың барыһы ла стипендия һәм дөйөм ятаҡ менән тәъмин ителгән. 1937 йылда институт совет власына ҡаршы эшмәкәрлектә, "синфи-дошман элементтары" менән сүпләнеүҙә ғәйепләнә.

1937 йылдың 1 ноябрендә «Одесса немец пединститутының эш торошо тураһында» ҡараҙы ҡабул итеп, КП(б)У Одесса өлкә комитеты бюроһы ҡалала институттың киләсәктәге эшсәнлеге һәм уны Волга буйындағы немец Республикаһына Энгельс ҡалаһына күсереү тараһында мәсьәләне күтәрә. Ләкин КП(б)У Үҙәк Комитеты был тәҡдим менән килешмәй һәм Одессаның КП(б)У Өлкә комитеты институтты яңы етәксе кадрҙар менән «нығытырға» мәжбүр итте.

Институттың беренсе директоры Одесса педагогика институтының педагогика кафедраһы мөдире доцент С. С. Флякс була.

1938 йылдың июлендә УССР Халыҡ комиссарҙары комитетының милли мәктәптәрҙе, техникумдарҙы, вуздарҙы үҙгәртеп ойоштороу тураһындағы ҡарары нигеҙендә герман һәм роман телдәре факультеты булған Одесса сит телдәр ирнституты тип үҙгәртелде.[3]

  1. Из истории пединститута им. К.Д. Ушинского. Одесская газета «Порто-Франко» № 722 23.07.2004. porto-fr.odessa.ua. Дата обращения: 1 декабрь 2020.
  2. А.В.Мирошниченко. [http://novyn.kpi.ua/2008-1/09_Miroshnichenko.pdf СОСТОЯНИЕ НАЦИОНАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ И КУЛЬТУРЫ НЕМЕЦКОГО ЭТНОСА В РОССИЙСКОЙ ИМПЕРИИ НА РУБЕЖЕ ХІХ-ХХ В.В.] (билдәһеҙ). 2011 йыл 29 сентябрь архивланған.
  3. Причерноморские немцы. co6op.narod.ru. Дата обращения: 1 декабрь 2020.
  • Чирко Б. В. Заходи Радянської влади України щодо запровадження освіти німецькою мовою та організації роботи німецьких культурно-просвітніх установ (1920-ті — 1930-ті роки) // Гілея: Науковий вісник. — Вип. 114. Історичні науки. — С. 54—59.
  • Кривець Н. В. Одеський німецький педагогічний інститут // Ҡалып:ЕІУ
  • Кулинич І. М., Кривець Н. В. Нариси з історії німецьких колоній в Україні. — К.: ІІУ НАН України, 1995. — 271 с.
  • Національні відносини в Україні у ХХ ст.: збірник документів і матеріалів / Упорядн.: М. І. Панчук (керівник), І. Л. Гошуляк, С. С. Діброва, Ю. І. Зінченко, Ю. А. Левенець, С. П. Пишко, Л. П. Польовий, А. А. Соловйова, О. А. Спірін, Д. С. Щедріна; Ред. кол.: І. Ф. Курас (голова), М. І. Панчук, Р. Я. Пиріг, Л. П. Польовий. Інститут політичних і етнонаціональних досліджень імені І. Ф. Кураса НАН України. — Київ: Наукова думка, 1994. — 558 с. — ISBN 5-12-004308-9.