Эстәлеккә күсергә

Одоакр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Одоакр
лат. Odoacer
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Королевство Италия[d]
Тыуған көнө 433[1][2]
Тыуған урыны Pannonia Prima[d], Империя гуннов[d]
Вафат булған көнө 15 март 493[3]
Вафат булған урыны Равенна, Королевство Италия[d]
Атаһы Эдика[d]
Бер туғандары Онульф[d]
Хәләл ефете Сунигильда[d]
Балалары Тела[d] һәм frankish princess[d]
Һөнәр төрө полководец
Биләгән вазифаһы король Италии[d]
Ҡатнашыусы Переворот Одоакра[d]
Эра поздняя античность[d]
 Одоакр Викимилектә

Одоа́кр (лат. Flavius Odovacar, Odovacer йәки Fl. Odovac[4]; ок. 433 — 15 марта 493, Равенна) — яҡынса 470—476 йй. — рим армияһының ялланған варварҙар[5] отряды түрәһе (начальник), 476 й. сентябренән 493 йылдың 15 мартына тиклем — Италия короле[6]. Көнбайыш Рим империяһының һуңғы императоры Ромул Августы ҡолата, һәм ошо дата был дәүләттең юҡҡа сығыу ваҡыты тип иҫәпләнә.

Одоакрҙың сығышы буйынса бер нисә фараз бар. Төрлө авторҙар уны скир, руг йәки гот[7][8] тип раҫлай. Одоакрҙың сығышы тураһында берҙән-бер яҙма таныҡлыҡ тип, уның атаһы Эдикуны (йәки Эдеконды) «тәбиғи һунн»[9] тип атаусы Приск Панийский яҙмаларын күрһәтергә була, йәғни Одоакр атаһы буйынса һун булыуы ла мөмкин[10].

Балалыҡ һәм йәшлек йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Одоакрҙың атаһы Аттила, даирәһенә ҡараған Эдика, моғайын, 469 йылда Болия алыштарында, Теодорихтың атаһы Теодимир менән һуғыштарҙа һәләк булғандыр. Был ваҡиға варвар донъяһының буласаҡ ике лидерҙары араһындағы дошманлыҡ сәбәптәренең береһе булыуы мөмкин.

Риүәйәт буйынса, Одоакр, эшмәкәрлеккә ынтылып, бер күрәҙәсе ҡатындың уға бөйөклөк юрауы йоғонтоһо аҫтында, үҫмер сағынан уның халҡы йәшәгән Дунай ярҙарын ҡалдырып, Италияға[5] сығып китә.

Яҡынса 470 йылда Одоакр Италияла хәрби хеҙмәткә яллана һәм 476 йылда император йәнһаҡсыһы иҫәбенә инә.

Одоакрҙы король тип иғлан итеү (Шарлотта Мария Йонг һүрәте)

Орест Флавий, герман ялланған һуғышсыларынан тороусы төп ғәскәрҙәр начальнигы, 475 йылдың авгусында, император Юлий Непотты тәхетенән ҡолатып, үҙенең улы Ромул Августулды, император дәрәжәһенә күтәргәндән һуң, Одоакр фетнәне баҫтырырға бойороҡ ала. Герман ялланған һуғышсылары үҙҙәренә урынлашыр өсөн, билдәле ер участкаларын, йәғни Италияның римлеләр биләгән өсөнсө өлөшөн талап итә. Орест уларҙың талабын кире ҡаға, һәм шуға күрә ялланған ғәскәрҙең күпселеге Одоакр (476 йыл) яғына күсә. Короле одоакр 476 йылдың авгусында Одоакрҙы үҙ ғәскәре король тип иғлан итә. Ул Павий янында Оресты еңә һәм 23 августа уны үлтерә[11], дәүләт аҫрауы тәғәйенләп, Ромул Августулды властан баш тартырға мәжбүр итә; ғәскәренә төпләнргә ер биләмәләре бүлеп бирә. Көнсығыш рим императоры Зенон Одоакрҙы патриций тип күтәрә һәм рим наместнигы итеп таный. Шулай уҡ ул Юлий Непотты империяның көнбайыш өлөшө император итеп формаль таныуҙы талап итә, Одоакр риза була.

Одоакр «рутендар короле» тип таныуҙы иҫкә алған плита
480 йылда Одоакр короллеге

Шуға ҡарамаҫтан, Одоакр бойондороҡһоҙ эш итә. 477 йылда ул Провансҡа вестготтар эйә булыуына юл биргән.

Мәрмәр плиталар Ювавум ҡалаһы— Норик провинцияһы (хәҙерге Зальцбург) ҡәлғәһендәге Изге Пётр костёлы янындағы «Монах тауы» катакомбаларында һаҡланып ҡалған мәрмәр плитаһындағы текста Одоакр "рутендар короле[12]: тиелгән «Аллаһы тәғәләнең 477 йылында Одоакер, (лат. Odoacer Rex Rhutenorum) рутендар, шулай уҡ гепидтар, готтар, унғарҙар һәм герулдар короле, тәҡүәле сиркәүгә ҡаршы сығыш яһай: уның менән мәмерйәлә бергә доға ҡылған Максим үҙенең 50 шәкерте менән, дин тотҡандары өсөн ҡаты язаланған һәм түбәнгә ырғытылған, ә Норикум провинцияһы ҡылыс һәм ут менән бөлгөнлөккә төшөрөлгән».

480 йылда, Юлий Непотты үлтергәндән һуң, Одоакр элек Непот контролендә булған Далмацияға ғәскәр индергән. Непот быға тиклем уны контролдән. Одоакр Константинополгә император инсигнияларын[13] ебәреүенә ҡарамаҫтан, был уның император Зенон менән мөнәсәбәттәрен насарайта.

Император Флавий Зенон Көнбайышта яңы император тәғәйенләмәҫкә ҡарар ҡабул итә, һәм империяның берҙән-бер идарасыһы була.

Бөйөк Теодорих менән һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Одоакр һәм Теодорих

Император Зенон Одоакрҙы 484 йылда боласы Иллаға ярҙам итеүҙә ғәйепләй һәм остготтар юлбашсыһы Бөйөк Теодорихты уға һөжүм итергә күндерә. Шулай уҡ ул Фелетейҙы ла Одоакр менән союзын өҙөүгә күндерә. Барыһы ла һуғыш идеяларын хупламай: Одоакр менән тыныслыҡ яҡлы Фелетейҙың ағаһы Фердерух Изге Северин монастырын талағаны өсөн үс алыу һылтауы менән үҙенең туғанының улы Фридерих тарафынан үлтерелә.[14][15].

Шуға яуап итеп, Одоакр алдан алып 487 йылдың көҙөндә Норикка поход ойоштора и разбил войско ругов около Вена урманы янында ругтар ғәскәрен тар-мар итә.

Тағы 488 йылда Одоакрҙың ағаһы Гунульф етәкләгән тағы бер поход һөҙөмтәһендә дунай ругтарҙың дунай буйы дәүләте тулыһынса юҡ ителә. Фридерих етәкселегендәге ругтар, Бөйөк Теодорих власын таный һәм остготтарға ҡушыла.

Ләкин 488 йылда инде, провинция сиктәренә остготтар һөжүм итеп килгәнлектән, Одоакр, романлашҡан халыҡты Италияға күсереп, китергә мәжбүр була.

489 йылда Одоакр ҡыйратыу өсөн Изонцола ҡыйратыла, һуңынан Веронағы янында, 490 йылда Аддала; Равенна ул ике йылдан ашыу ваҡыт сыҙай ала. Һуғыш ваҡытында Одоакр үҙенең улы Телуҙы император итеп иғлан итә. Бөйөк Теодорих берлектәге идаралыҡ итеү өсөн Одоакр (493 йылдың феврале) менән союзға инә, уның шарттарына ярашлы, Одоакр ҡаршылыҡ күрһәтеүен туҡтата, әммә 493 йылдың 15 мартында Равеннала татыулашыу табынында үлтерелә[16].

Одоакрҙы хөрмәтле ҡунаҡтар урынына ултыртҡандан һуң, Теодорих ҡылысы менән, умрау һөйәге тәңгәленән сандыр һөйәгенә тиклем бер һелтәүҙә, уртаға яра һәм: «Бәхетһеҙҙең кәүҙәһендә һөйәк тә булмаған» ти. Одоакрҙың туғаны Гунульф йәйәнән атып үлтерелә, улы язалана, ҡатынын төрмәгә ташлайҙар, һәм ул унда аслыҡтан үлә. Теодорих үҙенең был ҡылығын, туғандары Фелетей һәм Гизоны язаланғаны өсөн үс алыу, тип үҙен аҡлай[17][18][19].

Одоакр солиды (Рим алтын тәңкәһе)

Одоакр осоронда Италия тышҡы һәм эске тыныслыҡ шарттарында ун өс йыл йәшәй. Римдә ул Сенатҡа етди ярҙам күрһәтә һәм шуға римлеләр яғынан етди оппозицияға осрамай. Ул консулдар тәғәйенләгән, рим императорҙары стилендә ҡанундар сығарған. Уның реформалары һөҙөмтәһендә Италия идара итеү системаһы байтаҡ тамырҙан үҙгәрештәр кисерә, варвар һалдаттарға федерат булараҡ Италияла ер бирелә. Одоакр, арианин булыуына ҡарамаҫтан, ортодоксаль христианлыҡ[5] яҡлыларға эҙәрлекләү ойоштормаған.

  1. Odoacer // SNAC (ингл.) — 2010.
  2. Odoacre // https://web.archive.org/web/*/https://crai.ub.edu/sites/default/files/autoritats/permanent/a1202580
  3. Odoacer // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Santifaller L. Die Urkunde des Königs Odovakar vom Jahre 489 // L’Année épigraphique. — 1967. — № 7. — S. 1—35. (на монетах 489 года).
  5. 5,0 5,1 5,2 Ф. Любкер. Одоакр // Реальный словарь классических древностей. Под редакцией Й. Геффкена, Э. Цибарта. — Тойбнер. — 1914.
  6. Гюнтер Р., Корсунский А. Р. Упадок и гибель Западной Римской империи. — Рипол Классик, 2012. — С. 166—170. — ISBN 978-5-4583-5984-9.
  7. Odoaker (нем.)
  8. Odoacer // Encyclopaedia Britannica (инг.)
  9. В. В. Латышев. Приск Панийский. Готская история (фр. 8). // Вестник древней истории, № 4. 1948.
  10. Скржинская Е. Ч. Вступительная статья, перевод, комментарий // Иордан. О происхождении и деяниях гетов. Getica. СПб., 1995. С. 320, прим. 589.
  11. «Одоакр» // Большая советская энциклопедия. М.: Советская энциклопедия, 3 издание.
  12. Хроника Готфрида Винтерберского (XII век) [240. 13—14].
  13. Санников С. В. Образы королевской власти эпохи Великого переселения народов в западноевропейской историографии VI века. — Новосибирск: Издательство НГТУ, 2011. — С. 157—158. — ISBN 978-5-7782-1599-3.
  14. Вольфрам Х., 2003
  15. Иоанн Антиохийский. Хроника (фрагмент 214).
  16. Энциклопедический исторический словарь. — М. : РИПОЛ классик, 2011. — 752 с. — (Словари нового века)
  17. Магн Феликс Эннодий. Панегирик королю Теодориху (глава 50).
  18. Вольфрам Х., 2003, с. 401—402
  19. Джон Норвич, «История Византии», АСТ, АСТ Москва, 2010 г.