Эстәлеккә күсергә

Ойоҡбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ойоҡбаш
Рәсем
 Ойоҡбаш Викимилектә
Ҡулдан бәйләнгән ойоҡбаш

Ойоҡбаштар (рус. Носки́) — эске кейем төрө, тубыҡҡа тиклем барып етмәгән ҡыҫҡа ойоҡ. Кеше аяғына кейер өсөн тәғәйенләнгән парлы кейем предметы. Аяҡ кейеменең ҡайһы бер төрҙәре эсенән ғәҙәттә ойоҡбаш кейәләр. Боронғо замандарҙа ойоҡбашты күндән йәки хайуандарҙың кейеҙләнгән йөнөнән эшләгәндәр. XVI быуат аҙағында ойоҡбаштарҙы машина менән бәйләү барлыҡҡа килә. XIX быуат башынан машина менән бәйләү ойоҡбаш әҙерләүҙә өҫтөнлөклө ысулға әүерелгән.

Башҡорт телендәге ойоҡбаш һүҙе ике өлөштән тора: ойоҡ+баш.

Ул ҡыҫҡа ҡуныслы ойоҡ, йәғни баш ҡына[1]. Халыҡ телендә исемдең төрлө варианттары бар: башалтай, башай, йөн ойоҡ тип ғәҙәттә йөндән бәйләнгән ойоҡбаштарҙы атайҙар, ә магазиндан алынған йоҡалары ябай һөйләштә урыҫсанан инеп «нәски» булып киткән[2]. Башҡорт телендә ғәҙәттә икешәр итеп кейелә торған кейем төрөн «бер пар» тиәһе урынға, «бер кейем» тип һөйләйҙәр: мәҫәлән, бер кейем ойоҡбаш, бер кейем быйма һ.б.

Ойоҡбаш етештереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойоҡбаштар ғәҙәттә мамыҡтан, йөндән һәм башҡа тәбиғи сүстәрҙән, шулай уҡ химик һәм синтетик сүстәрҙән һәм уларҙың берләшмәһенән, шул иҫәптән эластан өҫтәп эшләнә. Ойоҡбаш етештергәндә ҡайһы берҙә бактерияға ҡаршы һәм хуш еҫле матдәләр (ментоллы ойоҡбаш) ҡушалар.

Ойоҡбаштар, ҡағиҙә булараҡ, трикотаждан йәки бәйләп етештерелә.

Ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр һәм балалар ойоҡбаштары була. Бөтә был төрҙәр күләме, сеймал төрө, әҙерләү ысулы, үреү төрө һәм төҫтәр буйынса айырыла.

Чжэцзян провинцияһында (Ҡытай) Чжуцзи ҡала өйәҙендә Датанг округы «Ойоҡбаш ҡалаһы» булараҡ билдәле. Бөгөнгө көндә ҡала йылына 8 миллиард кейем ойоҡбаш етештерә[3] , был донъялағы ойоҡбаш етештереүҙең өстән бер өлөшөн тәшкил итә. 2011 йылда унда планеталағы һәр кеше өсөн ике кейем ойоҡбаш булдырылған[4].

Ойоҡбаш — мөһим гигиена әйбере. Ойоҡбаштар аяҡ кейемен уңайлыраҡ тотоноу һәм уның ваҡытынан алда туҙыуына юл ҡуймау, һыуыҡ ваҡытта шулай уҡ йылыны һаҡлап ҡалыу өсөн файҙаланыла. Элек был маҡсатта йыш ҡына ҙар файҙаланылған, әммә әлеге ваҡытта ойоҡбаштар был йәһәттән өҫтөнлөк итә.

Ойоҡбаштарҙың милли төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Посон — кейгән кейемдәре корея милли кейеме.
  • Таби — традицион япон ойоҡбаштары.
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 36-сы бит
  2. «Боҙлауыҡта аяҡ кейеме тышынан нәски кейәм»
  3. Largest Sock Production Town in China. cri.cn (25 май 2008). Дата обращения: 8 сентябрь 2012. Архивировано 19 июль 2012 года. 2012 йыл 19 июль архивланған.
  4. Sock City's decline may reveal an unraveling in China's economy. The Guardian (8 сентябрь 2012). Дата обращения: 8 сентябрь 2012. Архивировано 5 ноябрь 2013 года.
  • Носки // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1959. — Т. VI. — Стб. 203—206.
  • ГОСТ 8541-94 Изделия чулочно носочные, вырабатываемые на круглочулочных автоматах.
  • ГОСТ 11373-88 Обувь. Размеры.