Йөн (материал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөн
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән шерсть[d] һәм wool hair[d]
Commons-logo.svg Йөн Викимилектә
Ҡырҡып алынған йөн
Оҙон һәм ҡыҫҡа өбөрөлө йөн
Һарыҡ — төп йөн сығанағы

Йөн (рус. Шерсть) — хайуандарҙың (һарыҡтар, кәзә, дөйәләр һ. б.) тиреһендәге эшкәртеү өсөн йыйылған төктәр япмаһы. Сәнәғәттә эшкәртелгән йөндөң төп өлөшөн һарыҡ йөнө тәшкил итә.

Йөн төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • дебет (мамыҡ) (иң ҡиммәтле нәҙек, йомшаҡ, ҡулсаланып торған сүс)
  • ябай йөн (дебеттән йыуаныраҡ, ҡатыраҡ һәм уға ҡарағанда турараҡ)
  • ҡыл, шырт (сыҙамһыҙ һәм ҡаты).

Составы һәм төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп өлөштәрҙең береһе — күп күләмле көкөрт ингән аҡһым кератины[1].

Сүстәрҙең физик-химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йөндөң термик сыҙамлылығы юғары түгел: киптереүҙең сикке температураһы 60—70 °С; 100—105 °С температурала йөн дымын юғалта, сүс ҡаты һәм һыныусан була башлай, ә 120 °С булғанда йөн һарғая һәм тарҡала башлай. Йөндөң йылы үткәреүсәнлеге түбән, шуға күрә йөн туҡыманың йылы һаҡлау сифаты юғары[2]. Янған ваҡытында йөн көйгән сәс еҫе сығара[1].

Йөн ағартыу өсөн составында хлор булған берләшмәләрҙе ҡулланырға ярамай, хлорҙан йөн ҡарағусҡыллана, сүстәрҙең ныҡлығы ныҡ кәмей; йөндө натрий перекисе, натрий пербораты, натрий гидросульфиты йәки ронгалит менән ағартырға кәңәш ителә. Йөн таптарын сығарыу өсөн теләһә ниндәй иреткестәрҡулланырға мөмкин, сөнки улар йөнгә зыян килтермәй.

Алыу ысулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хайуандарҙың йөнөн, ҡағиҙә булараҡ, ҡырҡып, һирәгерәк тарап алалар (мәҫәлән, кәзә дебетен).

Ангора — ҡуян йөнөнән, кашемир һәм мохер — кәзә йөнөнән, альпака — альпака йөнөнән эшләнгән ептәр.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йөндән еп эшләп сығарыла, артабан уны туҡымаға һәм трикотажға әйләндерәләр. Башлыса һарыҡ йөнөнән эшләнгән йөн туҡымалар бобрик, бостон, букле, велюр, габардин, саржа, драп, коверкот, хәтфә (плюш), ратин, фай, шевиот, шотландка һ.б. исемдәр менән һатыуға сығарыла.

Йөндән шулай уҡ махсус технология буйынса баҫып, кейеҙ әйберҙәр эшләп сығаралар (кейеҙ, быйма, тула ойоҡ).

Иҡтисадта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылда[3] халыҡ-ара йөн баҙары 4,31 миллиард АҠШ доллары менән баһалана. Төп экспортер — Австралия, уның өлөшөнә донъя баҙарында һатылған йөндөң 60 проценттан ашыуы тура килә, артабан Көньяҡ Африка Республикаһы (8,7 %), Яңы Зеландия (8,5 %), Уругвай (2,1 %) һәм Бөйөк Британия (1,9 %) килә. Төп импортер — Ҡытай (65 %), артабан Италия (5,8 %), Чехия (4,9 %), Һиндостан (4,8 %) килә.

Австралия, Ҡытай, АҠШ һәм Яңы Зеландия төп йөн етештереүселәр булып тора[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Шульпин Г. Эти разные полимеры // Наука и жизнь. — 1982. — № 3. — С. 80—83.
  2. Шерстяные ткани // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Шерсть на справочнике внешней торговли oec.world
  4. Ведущие страны-производители шерсти в 2018 году

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шерсть // Сельскохозяйственный энциклопедический словарь — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 656 с.
  • Пороки шерсти // Сельскохозяйственный энциклопедический словарь — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 656 с.
  • Выход чистой шерсти // Сельскохозяйственный энциклопедический словарь — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 656 с.