Эстәлеккә күсергә

Велюр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Велюр
Рәсем
Етештереү ысулы туҡыусылыҡ[1] һәм Бәйләм бәйләү[2]
 Велюр Викимилектә

Велюр (франц. velours «бәрхәт», лат. villosus «йөнтәҫ, өбөрөлө») — өбөрөлө йомшаҡ бәрхәт өҫлөклө ҡайһы бер туҡымаларҙың исеме[3]

Етештереү ысулдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡуйы ҡыҙыл велюр

Велюр — бәрхәткә ҡарағанда бер аҙ оҙонораҡ өбөрөлө, саф йөндән һуғылған буҫтау үрелешле туҡыма. Етештереү ысулы буйынса был киҫелгәнн велюр тип атала. Иң ҡиммәтле велюр туҡымаларҙың береһе — драп-велюр, уны әҙерләү өсөн меринос йөнөнең иң яҡшы сорттары файҙаланыла.

Элмәкле велюр — киҫелгәненән айырмалы рәүештә, кейем тегеүгә яраҡлы һығылмалы трикотаж туҡыма.

Ҡатмарлы формалы йомшаҡ мебелде тышлау өсөн тәғәйенләнгән велюр — тәбиғи кизе-мамыҡ һәм йөн, шулай уҡ химик сүстәрҙе берләштергән төрлө өбөрөлө туҡымалар йәки трикотаж полотно; шыма буялған һәм ҡыҫып биҙәкләнгән төрҙәре була.

Велюр тип шулай уҡ ҡайһы бер бәрхәт, хәтфә туҡыма (плюш) сорттарын атайҙар.