Атлас (туҡыма)
Уҡыу көйләүҙәре
Атлас | |
Атлас Викимилектә |
Атлас (ғәр. — шыма) — ебәк йәки ярымебәк[1], йөҙлөгө шыма, ялтыр атлас үрелешле туҡыма.
Эшләнелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атлас үрелеше ваҡытында арҡау нигеҙҙең биш һәм унан күберәк ептәре аша йөҙлөк өҫтөнә сыға. Бының менән туҡыманың шыма булыуына өлгәшелә. Атластар шыма ла, биҙәкле лә булырға мөмкин.
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атлас туҡыма өҫ кейеме (мәҫәлән, смокингтар) һәм аяҡ кейемдәре (шул иҫәптән пуанттар) тегеү , байрам кейемдәрен биҙәү, драпировкалар, мебель көплөктәре, флаг яһау һәм башҡалар өсөн ҡулланыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү дәүләтендә атлас — ебәк, ялтыр, шыма туҡыма. Атластар ошо рәүешле бүленгән:
- Виницей атласы — Венециянан килтерелгән.
- Ҡыҙылбаш атласы — Фарсиянан йәки Төркиәнән килтерелгән.
- Немец атласы — Германиянан килтерелгән.
Атластарҙың төҫтәре түбәндәгесә булған: күк һәм һоро ерлектә һүрәтле, сәскәләр төшөрөлгән йәшел, көмөшһыу ерлектә йәнлек һунары; шулай уҡ аҡ, күк, һары, һоро, ҡыҙыл һәм көрән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Атлас
-
5/2 атлас үреү схемаһы
-
XVII быуаттың каллиграфик яҙыулы атлас туҡымаһы. Бруклин музейы коллекцияһынан
-
Галина Уланованың атлас пуанттары, (1958). Ҙур театр музейынан
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Атлас, ткань // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андреева Р. П. Атлас // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 94. — ISBN 5-86617-030-2.
- Атлас — Краткая энциклопедия домашнего хозяйства/ред. И. М. Скворцов и др. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия» — 1959.
- Кирсанова Р. М. Атлас // Розовая ксандрейка и драдедамовый платок: Костюм — вещь и образ в русской литературе XIX века. — М.: Книга, 1989. — С. 29. — ISBN 5-212-00130-7.
- Н. Д. Извеков. Московские кремлёвские дворцовые церкви и служащие при них лица в XVII веке. Церковн. археолог. исслед. М. Изд. А. И. Снегирёвой. Т. 2. 1906 г. Объяснительный словарь. Атлас. стр. 32.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атлас (ткань) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.