Габардин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Габардин
Рәсем
 Габардин Викимилектә
Габардин

Габардин (франц. gabardine) — меринос ебенән туҡылған бик йоҡа йөн туҡыма.

Эшләнелеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Махсус үрелештәр ҡулланылғанлыҡтан, туҡыманың өҫкө йөҙөндә 60-70°мөйөшлө ауыш һырҙар барлыҡҡа килә. Бешелеге арҡаһында габардинға һыу һеңеп бармай[1].

Юғары сифатлы габардин нәҙек итеп сиратылған йөн ептән эшләнә. «Ҡыҫҡаса йорт хужалығы энциклопедияһы» («Краткая энциклопедия домашнего хозяйства», 1959) пальто габардиндарын, шулай уҡ күлдәк һәм плащ тегеү өсөн йоҡараҡ габардиндарҙы айыра. Ярым йөн габардиндың төп ептәре йөн сүстәрҙән, ә арҡауы кизе-мамыҡ ептән тора[2]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инглиз телендә gabardine йәки gaberdine һүҙе «күлдәк, көплөк» тигәнде аңлата, 1590-сы йылдарҙан билдәле. Туҡыманың исеме булараҡ XIX быуат аҙағынан, Томасо Бёрбери патентлаған мәлдән ҡулланыла, ул 1879 йылда данлыҡлы Burberry брендына нигеҙ һалған.

Һүҙҙең килеп сығышы билдәһеҙ, уның Һиндостан төбәгендә, Пурнияла мосолман ирҙәре йөрөткән киң еңле, тубыҡҡа тиклем оҙонлоҡтағы өҫ кейемен аңлатҡан qaba һүҙе менән бәйле булыуы ихтимал[3].

Икенсе версия буйынса, Европаға габа тигән буҫтау ғәрәп илдәренән Испания аша эләккән, һәм атама шунан киткән[1].

Габардин төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Габардиндың түбәндәге төрҙәрен айыралар:

  • габардин-меланж;
  • габардин-стрейч:
  • кейем габардины;
  • полиэстерлы габардин.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Р. М. Кирсанова. Габа // Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв.: Опыт энциклопедии / под ред. Т. Г. Морозовой, В. Д. Синюкова. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1995. — С. 70. — 383 с.: ил. с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-144-0.
  2. Габардин — Краткая энциклопедия домашнего хозяйства / Ред. И. М. Скворцов и др. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия» — 1959.
  3. The History, Antiquities, Topography, and Statistics of Eastern India: In … — Robert Montgomery Martin — Google Books. Дата обращения: 31 август 2020. Архивировано 9 декабрь 2019 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Андреева Р. П. Габардин // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 140. — ISBN 5-86617-030-2.
  • Габардин // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Габардин // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1959.