Уланова Галина Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Уланова Галина Сергеевна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 26 декабрь 1909 (8 ғинуар 1910)[2][1]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург[3]
Вафат булған көнө 21 март 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[4][5][…] (88 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы[2]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Әсәһе Мария Фёдоровна Романова[d]
Хәләл ефете Юрий Александрович Завадский[d]
Һөнәр төрө балет артисы, хореограф, актёр
Эш биреүсе Мариин театры[d]
Казахский государственный академический театр оперы и балета имени Абая[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Берлинская академия художеств[d]
Уҡыу йорто А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы[d]
Уҡыусылар Нина Тимофеева[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Уланова Галина Сергеевна Викимилектә

Галина Сергеевна Уланова (26 декабрь 1909 (8 ғинуар 1910), Санкт-Петербург21 март 1998, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй балеты артисы, педагог. С.М.Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрының (1928—1944) һәм СССР ының прима-балеринаһы (1944—1960). Совет балет тарихында иң титуллы балерина[7].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галина Уланова Марина театрының балет артистары ғаиләһендә тыуа. Атаһы, Уланов Сергей Николаевич, һуңынан балет режиссёры була; әсәһе - Мария Федоровна Романова, театр училищеһында балет педагогы була.

Туғыҙ йәшендә Галина Петроград театр училищеһына ҡабул ителә (аҙаҡ — хореография техникумы, хәҙер А.Я. Ваганова исемендәге рус балеты академияһы), бында башта уның әсәһе, Мария Романова, төп педагог була, унда алты йыл уҡый, ә аҙаҡ — Агриппина Вагановала. 1928 йылда техникумды А.Ваганова класы буйынса тамамлай (1928 йылдың 16 майында сығарылыш спектакле үтә), шунан һуң Ленинград опера һәм балет театрының балет труппаһына ҡабул ителә (хәҙер Марина театры).

Сәхнәлә тәүге сығыштары тәнҡитселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. 1929 йылда үҙенең тәүге партияһын — П.И.Чайковскийҙың «Аҡҡош күлендә» Одетта ролен башҡара. 1930—1940 йылдарҙа Константин Сергеев менән бергә сығыш яһай, уларҙың дуэты рус балеты тарихында өлгөлөләрҙән һанала.

С.Киров исемендәге Ленинград театрында уның иң яҡшы ролдәре араһында А.Адандың балетында Жизель (1932) һәм П.И.Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетында Маша була (1934). Жизелдең аҡылдан яҙыуы күренеше балеринаның трагедиялы бейеүе түбәһе була. Иң уңышлы образдары Б.Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтанында» Мария. (1934, балетмейстеры Р. Захаров) һәм С.Прокофьевтың «Ромео һәм Джульеттаһында» Джульетта (1940, балетмейстер Л. Лавровский) тора.

1941 йылда блокада ваҡытында Молотов ҡалаһына эвакуациялана, унан 1942 йылда театр рөхсәте менән бер йылға Алматыға ире янына бара, әммә 1943 йылдың көҙөндә Уралға ҡабат ҡайта. Ялы ваҡытында Ҡаҙаҡ опера һәм балет театры труппаһында эшләй, унда Мария һәм Жизель партияларын бейей, шулай уҡ концерт номерҙары менән сығыш яһай. 1943 йылда ул «Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Һуғыш тамамланыр алдынан, 1944 йылда Ҙур театрға эшкә күсерелә. 1960 йылға тиклем Ҙур театрҙатөп балерина була. Бында ул шулай уҡ «Жизель», «Аҡҡош күле», «Баҡсаһарай фонтаны» (1944), «Золушка» (1945), «Ромео һәм Джульетта» (1947), «Ҡыҙыл мәк» (1949) балеттарында төп партияларҙы башҡара.

Һуғыш тамамланғандан һуң, 1945 йылдың июлендә, тәүге тапҡыр сығыш яһау Вена, миниатюралары башҡарыласаҡ «Аҡҡош» К. Сен-Санс, «Вальс» А. Рубинштейн һәм вальс Етенсе булып «Шопениана» (партнер — В Преображенская).

1956 йылда Ҙур театрҙың беренсе сит ил гастролендә Лондонда ҡатнаша. Ул Жизель һәм Джульеттаны бейеп, триумфаль уңышҡа эйә була. Сит илдәргә: Ҡытай, Австрия, Италия, Франция, Англия, АҠШ һәм башҡа илдәргә гастролдәргә күп йөрөй.

1960 йылда үҙенең артистка карьераһын тамамлай. Һуңғы спектакле «Шопениана» була. 1962 йылда рәсми рәүештә үҙенең сәхнә эшмәкәрлеген туҡтата.

1960—1997 йылдарҙа, ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй Ҙур театрҙа педагог-репетитор булып эшләй. Уның уҡыусылары араһында —, Екатерина Максимова, Владимир Васильев, Светлана Адырхаева, Нина Тимофеева, Людмила Семеняка, Нина Семизорова, Малика Сабирова, Марина Колпакчи, Ирина Прокофьева, Алла Михальченко, Надежда Грачева бар. Шулай уҡ Париж опреаһы йырсылары, Гамбург балеты, Швед короле балеты, Австралия балеты, Япония балеты труппаһы артистары менән эшләй[8].

1964 йылда Варнала I халыҡ-ара балет артистары конкурсында жюри рәйесе (Болгария), ә 1969 — Мәскәүҙә I халыҡ-ара балет артистары конкурсының жюри рәйесе була.

1998 йылдың 21 мартында 89-се йәшендә Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 5).

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балеринаның һөйгән кешеләр бөтәһе лә сәнғәт кешеләре була: Исаак Меликовский концертмейстер, режиссёр Юрий Заводский, актёр һәм режиссёр Иван Берсенев, рәссам Вадим Рындин. Уның барлыҡ никахтары, береһенән — Заводский Юрийҙан тыш, фактик була[9]. Уның балалары булмай.

Һуңғы йылдарҙа «Комсомольская правда» гәзитенең журналисы Агафонова Татьяна менән йәшәй, уны үҙенең «аҫрау ҡыҙы» тип атай[10][11].

Балерина хайуандарҙы ярата. Үҙенә ҡарата ҡәтғи була. Иртә менән сәғәт буйына зарядка яһаған. Олоғайғас та ауырлығы артист булған сағындағы кеүек 49 кг була. Һәр саҡ элегантлылығы менән айырылған, еңел матур атлаған.

Танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974, 1980)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1939)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1940)
  • Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1943)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1951)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1941) — балет сәнғәте өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — С.С.Прокофьевтың «Золушка» балет спектаклендә төп партияны башҡарыуы өсөн
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1947) — С.С.Прокофьевтың «Ромео и Джульетта» балет спектаклендә төп партияны башҡарыуы өсөн
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) — Р.М.Глиэрҙың «Красный мак» балет спектаклендә төп Тао-Хоапартияһын башҡарыуы өсөн
  • Ленин премияһы (1957)
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә РФ Президенты премияһы (1997)[15]
  • Дүрт Ленин ордены (1953, 1970, 1974, 1980)
  • Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1939, 1951, 1959, 1967)
  • «Почёт билдәһе ордены» (1940)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
  • «Ленинградты обороналаған өсөн» мигҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100-йыллыҡ айҡанлы» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • «Ленинградтың 250-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • Беренсе дәрәжә «Кирилл и Мефодий» ордены (Болгария, 1968)
  • Сәнғәттәр һәм әҙәбиәт ордены командоры (Франция, 1992)
  • Парасат ордены (Ҡаҙағстан, 1995)
  • Лев Финляндия орденының «Финляндия өсөн» миҙалы (1958)
  • ВДНХ-ның алтын миҙалы һәм премияһы (1971)
  • Париж бейеү академияһының Анна Павлова премияһы (1958)
  • Дж. Виотти премияһы (1959, Верчелли, Италия)
  • О. Парселлиҙың «Жизнь ради танца» премияһы (1988, Милан)
  • «За честь и достоинство» номинацияһында «Алтын битлек премияһы (1995)
  • Берлин сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты (1959)
  • Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (1961)
  • Сит ил академияларының почетлы ағзаһы: Финляндия (1958), Бразилия (1986), КНР (1989), Венесуэла (1991)
  • Мәскәүҙең почётлы гражданы (1997)

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Г. Уланова (Джульетта) һәм Ю.Жданов. (Ромео) «Ромео һәм Джульетта» балетында (1 октябрь 1954 йыл)

С. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1929 — П.И.Чайковский «Лебединое озеро»  — Одетта һәм Одиллия
  • 1929 — П.И. Чайковский Спящая красавица" П. И. Чайковского — Принцесса Аврора
  • 1930 — Золотой век" Д. Д. Шостаковича — Комсомолка
  • 1931, 1938 — А.К. Глазунов «Раймонда»  — Раймонда
  • 1931 — «Ледяная дева» Э. Григ музыкаһына — Сольвейг
  • 1931 — «Шопениана» Ф. Шопен музыкаһына — Вальс и мазурка
  • 1931 — А.Адан «Жизель»  — Жизель
  • 1931 — Ц.Пуни «Конёк-Горбунок» — Царь-девица
  • 1932 — Б.В. Асафьев «Пламя Парижа» — Актриса
  • 1933 — П.И.Чайковский «Лебединое озеро» — Аҡҡош һәм Одиллия
  • 1934 — П.И.Чайковский «Щелкунчик» — Маша
  • 1934 — Б.В.Асафьев «Бахчисарайский фонтан»  — Мария
  • 1935 — Ц.Пуни «Эсмеральда»  — Диана
  • 1936 — Б.В. Асафьев «Утраченные иллюзии»  — Корали
  • 1940 — С.СМ.Прокофьев «Ромео и Джульетта»  — Джульетта
  • 1941 — Л.Минкус «Баядерка» — Никия
  • 1941 — «Пахита» Э. Дельдеве и Л. Минкуса — Гран па

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1941 — «1941 йылғы киноконцерт» — «Умирающий лебедь» балет номеры
  • 1947 — «Солистка балета» — балерина Синельникова
  • 1951 — «Ҙур концерт» — Джульетта, нәфис фильм, СССР, Мосфильм, режиссёр В. Строева. «Князь Игорь», «Евгений Онегин», «Иван Сусанин», «Лебединое озеро» һәм «Ромео и Джульетта» балеттарынан фрагменттар.
  • 1952 — «Концерт мастеров искусств» — вальс Шопена, СССР, Ленфильм, режиссёрҙары А. Ивановский, Г. Раппапорт. /Опера, балет һәм халыҡ бейеүе артистары ҡатнашлығында фильм-концерт
  • 1953 — «Мастера русского балета» (фильм-спектакль) /Б. Асафьева «Бахчисарайский фонтан» һәм «Пламя Парижа», шулай уҡ П.Чайковскийҙың «Лебединое озеро» балетынан фрагменттар
  • 1954 — «Ромео и Джульетта» (фильм-спектакль) — Джульетта
  • 1956 — «Жизель» — Жизель /А.Адан музыкаһына Ҙур театр спектакле, Л. М. Лавровский ҡуйылышында, дирижёр Г. Н. Рождественский, яҙыу The Bolshoi Ballet In The Royal Opera House, Covent Garden — London
  • 1956 — «О Москве и москвичах». Документаль фильм, ЦСДФ
  • 1957 — «Большой балет» /The Bolshoi Ballet, музыкаль фильм-спектакль, 1957, режиссёры П. Циннер /Paul Czinner, Бөйөк Британия. /ГАБТ артистары башҡарыуында номерҙар; балет «Жизель», солистар Г. Уланова, Р. Стручкова, Н. Фадеечев
  • 1964 — «Соберите Венеру», музыкаль фильм-спектакль, Мосфильм, СССР Гостелерадиоһы заказы буйынса, 1964 й, режиссёр Ю. Сааков /Балет һәи цирк йондоҙҙарының концерт номерҙары
Уланова документаль кинола
  • 1958 — «Волшебное зеркало» (документаль)
  • 1963 — «Галина Уланова» (документаль) — главная роль, ЦСДФ, 1963 й., 56 мин., режиссёры Л. Кристи и М. Славинская
  • 1969 — «Молодой балет мира» (документаль)
  • 1970 — «Сочинение танцев» (документаль)
  • 1971 — «Адажио» (документаль)
  • 1972 — «Галина Уланова», «О балете» циклынан тапшырыу, ҮТ музыкаль прогаммаларҙың баш редакцияһы, 01 март 1972 йыл эфиры, 51 мин., алып барыусы Б. Львов-Анохин, режиссёр Е. Мечерет. /Из цикла архивных передач «Ностальгия»
  • 1979 — «Размышления о Мравинском» (документаль)
  • 1981 — «Мир Улановой», документальный фильм, ТО «Экран» ЦТ, 1981 й., в 2 серияла, режиссёры А. К. Симонов һәм В. В. Васильев
  • 1983 — «И каждый вечер в час назначенный…» (документаль)
  • 1990 — «Катя и Володя» (документаль)
  • 1997 — «Царская ложа. Галина Уланова» — РТВ, документаль фильм, 1997 г., 38 мин., автор и ведущая Г. Мшанская
  • 1998 — «Памяти Улановой», документаль фильм, 1998 г., 39 мин., режиссёр Н. С. Тихонов
  • 2004 — «Уланова навсегда», документаль фильм, ГТРК «Культура», документаль фильм, 2005 й., 39 мин., режиссёр Н. С. Тихонов
  • 2006 — «Как уходили кумиры. Галина Уланова», документаль фильм, ДТВ, 2006 й., 43 мин., режиссёр Дм. Кужаров
  • 2008 — «The Best of the Bolshoi Ballet / Балет Большого театра в Лондоне», документаль фильм, Бөйөк Британия, 2008 й., 1 ч 35 мин., режиссёр Пол Циннер / Paul Czinner
  • 2009 — «Галина Уланова. Одиночество богини», документаль фильм, ТК «Совершенно секретно», 2009 й., 52 мин., режиссёр А. Коридзе
  • 2010 — «Мой серебряный шар. Галина Уланова», документаль фильм, ВГТРК, 2010 й., 52 мин., автор и ведущий В. Вульф, режиссёр Е. Гудиева
  • 2010 — «Галина Уланова. Незаданные вопросы», документаль фильм, ГТРК «Культура», 2010 й., 52 мин., режиссёры М. Денисевич, В. Спирин
Архив кадрҙары
  • 1998 — Галина Уланова… Прощание (документаль)
  • 1999 — Катя (документаль)
  • 2006 — Галина Уланова (ДТВ телеканалы тапшырыуҙары циклы «Как уходили кумиры») (документаль)
  • 2010 — Татьяна Вечеслова. Я — балерина (документаль)
  • 2012 — Отражения Юрия Роста (документаль)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1981 йылда Парижда ЮНЕСКО ойошторған «Уланова хөрмәтенә» тантаналы кисә сиктәрендә балет премьераһы үтә (Владимир Васильев хореографияһы).
  • Париждың «Плейель» концерт залы реконструкциянан һуң 1981 йылдың 16 ноябрендә Уланова хөрмәтенә тантаналы кисә менән асыла.
  • Ҡырым астрофизик обсерваторияһы астрономдары Л.Г. Карачкина һәм Л.В. Журавлева 1982 йылдың 14 октябрендә асылған астероидты (5421) балерина хөрмәтенә Ulanova тип атайҙар
  • Голландияла тюльпанды «Уланова» сорттары сығарыла.
  • «Галина Уланова» исеме 164,70 карат ауырлыҡтағы ювелир алмазға бирелә, ул 1998 йылдың март айында «Уңышлы» алмаз трубкаһында табылған, Рәсәйҙең милли байлығы булып тора[16]
  • 1998 йылда Мәскәүҙә Г.С. Уланова исемендәге фонд булдырыла, уның президенты бейеүсе Владимир Васильев.
  • Тере сағында — Санкт-Петербургта Мәскәү Еңеү паркының Геройҙар Аллеяһында һәйкәл ҡуйыла (1984, скульптор м. к. Аникушин)[17] һәм Стокгольмда Бейеү музейы алдында һәйкәле бар (1984, скульптор Е. А. Янсон-Манизер).
  • 2003 йылдың 12 июнендә Алматыла Богенбай батыр урамындағы бинаның фасадына (элекке. Киров), уның бында эвакуацияла йәшәгән осоро тураһында иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • 1936 йылда Ленинград ҡалаһының С.М. Киров исемендәге ЦпКио үҙәк аллеяла Галина Уланова скульптураһы ҡуйылған. Реставрациянан һуң 2004 йылдың 8 ғинуарында Санкт-Петербургтың А.Я.Ваганова исемендәге рус балеты академияһының эске ихатаһына күсерелә[18][19]
  • 2004 йылда Мәскәүҙә Котельнический яры буйы урамында балеринаның торлаҡ йорто фатирында мемориаль музей асыла, ә 2008 йылдың 26 мартында был йорттоң фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[20][21].
  • 2009 йылдың майында Ломоносов ҡалаһында Галина Уланова урамы барлыҡҡа килә
  • 2009 йылдың 1 декабрендә Рәсәй Банкы 2 һум номиналында Галина Уланованың тыуыуына 100-йыллығына арналған иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарыуы тураһында иғлан итә. Тәңкәнең тиражы 5000 дана, 925 келәймәле көмөштән эшләнгән, саф металл ауырлығы 15,5 грамм (пол-унция), уға 2010 йыл датаһы ҡуйылған.
  • Үткән быуаттың тыуған көнө менән 2010 йылда Марина театрында (8 ғинуар) һәм Ҙур театрҙа (16 ғинуар) балеринаға арналған гала-концерттар уҙғарыла.
  • 2011 йылдың 21 июлендә Кесе Диңгеҙ урамындағы 13/8 буйынса йорттоң (унда Уланова проживала 1926 йылдан 1935 йылға тиклем йәшәгән) фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[22][23].
  • Балеринаның исемен Мәскәү Ҙур театрының репетиция залы йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  2. 2,0 2,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118763490 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. Уланова Галина Сергеевна // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Encyclopædia Britannica
  5. SNAC — 2010.
  6. Munzinger Archiv — 1913.
  7. http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=9969
  8. Фонд Улановой: ученики Улановой
  9. «Слиянье чувства с прелестью телесной…»: 8 января — 100 лет со дня рождения Г. С. Улановой (1910—1987) — русской балерины
  10. Анатолий Стреляный Ваши письма. 5 июля, 2014. 6 июль 2014 тикшерелгән.
  11. Из мемуаров Каретниковой о любовнице Улановой журналистке Агафоновой: У Тани был роман с главредом газеты, зятем Хрущева, Аджубеем / Гордон
  12. Доходный дом страхового общества «Саламандра».
  13. Доходный дом Гиллерме - Дом Ротина.
  14. Полвека на высоте: квартира Галины Улановой на Котельнической набережной. РБК Недвижимость. 9 декабрь 2018 тикшерелгән.
  15. О присуждении премий Президента Российской Федерации в области литературы. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 февраль 2013. 15 февраль 2013 тикшерелгән.
  16. Галина Сергеевна Уланова. Биографическая справка  (рус.). РИА Новости. 9 декабрь 2018 тикшерелгән.
  17. Памятник Улановой Г. С.
  18. Танцовщица (Галина Уланова) на главной аллее ЦПКиО. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 март 2016. 18 февраль 2016 тикшерелгән.
  19. Легенды петербургских садов и парков. Елагин остров
  20. В доме на Котельнической набережной открыта мемориальная доска в память балерины Галины Улановой. СИТИ-FM. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 21 июль 2011 тикшерелгән.
  21. В Москве увековечили память прославленной балерины Галины Улановой. Первый канал. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 21 июль 2011 тикшерелгән.
  22. В Петербурге открыли мемориальную доску Галине Улановой. Interfax-Russia.Ru (21.07.2011). 21 июль 2011 тикшерелгән.
  23. Мемориальную доску Галине Улановой открыли под музыку Прокофьева. БалтИнфо.ru (21.07.2011). 21 июль 2011 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Iris Morley Soviet Ballet — London: Collins, 1945. — 77 б.
  • Сизова М. И. История одной девочки — М.-Л.: Детгиз, 1946. — 112 б. — 30 000 экз., илл. К. Клементьевой; То же, дополн — М.: Детгиз, 1959. — 176 б. — 100 000 экз., илл. А. Ермолаева; То же, дополн — Киев: Дитвидав /Детгиз УССР, 1963. — 164 б., илл. А. Ермолаева
  • Голубов (Потапов) В. И. Танец Галины Улановой — Л.: ВТО, 1948. — 172 б. — 10000 экз.
  • Богданов-Березовский В. М. Галина Уланова — М.: Искусство, 1949. — 192 б. — 10000 экз.
  • Галина Уланова — М.: Искусство, 1953. — 16 б. — 10000 экз.
  • Львов-Анохин Б. А. Уланова — М.: Искусство, 1954. — 32 б. — 10000 экз.
  • Clarke Mary Six great dancers: Taglioni, Pavlova, Nijinsky, Karsavina, Ulanova, Fonteyn — London: Hamish Hamilton, 1957. — 190 б. — ("Six Great" series).
  • Львов-Анохин Б. А. Лауреат Ленинской премии Галина Уланова — М.: Знание, 1958. — 32 б. — 94000 экз.
  • Богданов-Березовский В. М. Галина Сергеевна Уланова — М.: Искусство, 1961. — 212 б. — 50000 экз.
  • Fühmann F. Galina Ulanowa — Berlin: Henschelverlag, 1961. — 84 б.
  • Albert E. Kahn. Days With Ulanova: A Unique Pictorial Portrait of the Great Russian Ballerina — Dunfermline, UK: Simon & Schuster, 1962. — 235 б. — ISBN 10: 1125761059, 13: 9781125761052.; 2-е изд.: NY.: Simon and Schuster/Fireside, 1979. — 235 с. — ISBN 978-0671242947.; 3-е изд.: NY.: Kessinger Publishing, LLC, 2010. — 258 с. — ISBN 978-1169749405.
  • Sizova M.I. Ulanova. Her Childhood and Scooldays — London: Adam & Charles Black, 1962. — 176 б.
  • Кан А. Дни с Улановой = Days With Ulanova — М.: Изд-во иностр. лит., 1963. — 230 б.
  • Ilupina Anna Ballerina: The Life and Work of Galina Ulanova — Philadelphia, USA: Provident Publishing, 1964, 1965. — 94 б.
  • Львов-Анохин Б. А. Галина Уланова — М.: Искусство, 1970. — 280 б. — (Жизнь в искусстве). — 50000 экз.; 2-е изд.: М.: Искусство, 1984. — 350 с. — 50 000 экз.
  • Чернова Н. Ю. От Гельцер до Улановой — М.: Искусство, 1979. — 240 б. — 25 000 экз.
  • "О прошлом память сохрани..." Сборник сценариев документальных телефильмов — М.: Искусство, 1984. — 168 б. — 30000 экз.
  • Черкасский Д. А. Записки балетомана. Пятьдесят лет в партере Кировского театра — М.: «APT» («Артист. Режиссёр. Театр») СТД РФ, 1994. — 274 б. — 5000 экз. — ISBN 5-87334-001-3.
  • Дайняк А. А. Галина Уланова — Минск: Литература, 1998. — 208 б. — (Жизнь знаменитых людей). — 11000 экз. — ISBN 985-437-622-2.
  • Кравченко Т. Ю. Галина Уланова — М.; Смоленск: Олимп; Русич, 1999. — 464 б. — (Женщина - миф). — 15000 экз. — ISBN 5-7390-0677-5, 5-8138-0024-7.
  • Давлекамова С. А. Галина Уланова: Я не хотела танцевать — М.: АСТ-Пресс, 2005. — 348 б. — (Звезды балета). — 5000 экз. — ISBN 5-94464-068-5.; 2-е изд.: М.: АСТ-Пресс, 2011. — 348 с. — (Звезды балета). — 3000 экз. — ISBN 978-5-462-01066-8.
  • Карташёва Е. А. Любимая моя Галина Сергеевна — М.: Водолей Publishers, 2006. — 104 б. — 500 экз. — ISBN 5-902312-74-4.
  • Гаевский В. М. Галина Уланова — М.: Мир энциклопедий Аванта +, Астрель, 2010. — 128 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-98986-347-1, 978-5-271-26376-7.
  • Тарасов Б. Как создавалась легенда. Тайна Галины Улановой — Р-на-Д.: Феникс, 2010. — 288 б. — (Аллея звезд). — 2500 экз. — ISBN 978-5-222-17707-5.
  • Потапурченко З. Н., Бубнова А. П. Галина Уланова — М.: Русский язык. Курсы, 2010. — 40 б. — (Золотые имена России). — 1000 экз. — ISBN 978-5-88337-224-6. — приложен DVD с записью танцев балерины, 17 мин.
  • Ковалик О. Г. Галина Уланова. — М.: Молодая гвардия — (серия «ЖЗЛ»), 2015. — 559 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-235-03811-0
  • Бенуа С. Галина Уланова. Одинокая богиня балета — 2-е. — М.: Алгоритм, 2017. — 222 б. — 1500 экз. — ISBN 978-5-906914-24-8.