Драп
Драп |
Драп (франц. drap «буҫтау») — ауыр, шыма буялған, беше йөн йәки ярым йөн туҡыма, уң яғы шыма һәм тиҫкәре яғы йөнтәҫ, ҡатмарлы буҫтау үрелешле туҡыма.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡыманың «драп» атамаһы Рәсәйҙә XIX быуатта, бынан алдағы быуаттың еңел туҡымаларына алмашҡа беше буҫтау килгәс, иҫке русса «буҫтау» һүҙе урынына ҡулланыла башлай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатта драп сорттары — драп-зефир, король, алтын, көмөш тип аталғандары популяр була[1].
Драп, ғәҙәттә, ике ҡатламдан тора, шуның арҡаһында бик йылы. Туҡыманың уң яғы, тиҫкәре яғына ҡарағанда, йыш ҡына юғарыраҡ сифатлы йөндән эшләнә. Драптың ҡайһы бер сорттары кизе-мамыҡ арҡауҙан эшләп сығарыла [1]. Драп үрелешенең структураһына һәм күренешенә ҡарап өбөрөлө һәм өбөрөләнеп бөтмәгән, бер һәм күп төҫлө, шыма өҫлөклө һәм биҙәкле аҫтарлы булыуы мөмкин.
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Драптан ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫкө кейемен: ҡышҡы һәм миҙгелһеҙ пальтолар тегәләр. Драп ҡалын булғанлыҡтан, унан ҡатмарлы деталһеҙ моделдәр тегәләр[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андреева Р. П. Драп // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 158. — ISBN 5-86617-030-2.
- Драп // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1957. — Т. II. — Стб. 628—636. — 567 с.
- Кирсанова Р. М. Драп // Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв.: Опыт энциклопедии / под ред. Т. Г. Морозовой, В. Д. Синюкова. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1995. — С. 93. — 383 с.: ил. с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-144-0.
- Кирсанова Р. М. Драп // Розовая ксандрейка и драдедамовый платок: Костюм — вещь и образ в русской литературе XIX в. / под ред. Э. Б. Кузьминой. — М.: Книга, 1989. — С. 80—81. — 286 с. — 55 000 экз. — ISBN 5-212-00130-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.