Эстәлеккә күсергә

Бәйләм бәйләү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәйләм бәйләү
Рәсем
Продукция вязаные полотно и изделия[d]
Статус нематериального культурного наследия National Inventory of Living Heritage in Finland[d][1] һәм Living traditions – An inventory of intangible cultural heritage in Sweden[d][2]
Тасуирлау биттәре levandekulturarv.se/fort…
levandekulturarv.se/in-e…
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
 Бәйләм бәйләү Викимилектә

Бәйләм бәйләү (рус. Вяза́ние ) — туҡыманы йәки әйберҙәрҙе (ғәҙәттә, кейем йәки интерьер әйберҙәрен) бер йәки бер нисә ептән элмәкләп һәм бер-береһе менән ҡатмарлы булмаған ҡоралдар ярҙамында үреп (ырғаҡ, бәйләм энәһе, тегеү энәһе, йәки бәйләм сәнскеһе, хатта бармаҡ, ҡул менән генә) йәки бәйләү машинаһында (механик бәйләү) етештереү процесы.

300-499 йылдарҙа бәйләнгән ойоҡбаштар. Оксиринх, Мысыр XIX быуат аҙағында табылған, Виктория Һәм Альберт музейында һаҡлана

Техник йәһәттән бәйләм бәйләүҙе үреү төрөнә индерәләр, ул кейем-һалым етештереү (ойоҡбаштар, бирсәткәләр, бүректәр) һәм ҡаралды (салфеткалар, ашъяулыҡтар, шаршауҙар), интерьерҙы декорациялау өсөн ҡулланыла.

Төрлө еп (айырмалары: ауырлыҡ, сүс төрө, ептең бер төрлөлөгө), энә-ырғаҡ үлсәме һәм йөй төрө — былар барыһы ла төрлө үҙенсәлектәргә : һыу үткәрмәүсәнлек, төҫ, ҡалынлыҡ, текстура, йылы һаҡлау, бөтөнлөккә эйә булған трикотаж әйберҙәр етештереү мөмкинлеген бирә.

Бәйләм бәйләү — биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең иң боронғо төрҙәренең береһе, уға өс меңдән ашыу йыл. Бәйләнгән әйберҙәр тәүге тапҡыр Мысыр, Греция, Римдең боронғо ҡәберлектәрендә табылған.

Төрлө төҫтәге ептәр һәм ысулдар менән бәйләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөтә донъя йәмәғәт урындарында бәйләү көнө
  • Трикотаж
  • Беловинский Л. В. Вязание // Иллюстрированный энциклопедический историко-бытовой словарь русского народа. XVIII — начало XIX в. / под ред. Н. Ерёминой. — М.: Эксмо, 2007. — С. 113. — 784 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-24458-4.
  • Циммерман Э. Вязание без слез: Базовые техники и понятные схемы = Knitting Without Tears. Basic Techniques And Easy-To-Follow Directions For Garments To Fit All Sizes. — М.: Альпина Паблишер, 2016. — 176 с. — ISBN 978-5-9614-5724-7.
  • Пэм Аллен. Вязание на спицах для чайников. Как научиться вязать спицами. Схемы, модели, узоры = Knitting For Dummies. — М.: Диалектика, 2011. — С. 304. — ISBN 978-5-8459-1732-4.
  • Полная энциклопедия женских рукоделий / Пер. с франц.. — М.: Восхождение, 1992. — 608 с. — 34 000 экз. — ISBN 5-85846-022-4.
  • Джонс С. Вязание крючком для начинающих. — М.: АСТ, Астрель, 2008.