Октябрь майҙаны (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Октябрь майҙаны
Хөрмәтенә аталған Октябрь революцияһы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]

Октябрь майҙаныТаганрогтағы майҙан

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Октябрь майҙаны әлеге ваҡытта Добролюбов, Украина тыҡрыҡтары һәм Петр һәм Александр урамдары буйлап төҙөлгән күп ҡатлы торлаҡ кварталдар менән сикләнгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

17701780 йылдарҙа Таганрог үҫешә башлаған һайын унда яңы төп ҡала майҙаны төҙөү кәрәклеге тыуа[1]. 1782 йылда майҙан өсөн ҡәлғә валы артында ҙур участка бүлеп бирелә. Хәҙерге ориентирҙарҙа майҙан башта Петр урамынан алып Александр урамына тиклем территорияны биләй [1]. Һуңынан күпләп төҙөлә һәм байтаҡ бәләкәй була.

Сауҙа майҙаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1808 йылда майҙанда кибет һәм оҫтаханалар өсөн ҙур таш корпус төҙөлә. 1857 йылда был майҙанда Антон Павлович Чеховтың атаһы П.Е. Чехов үҙенең беренсе бакалея кибетен аса[1].

Майҙандың күп һанлы ҡоролмалары алыҫта Успение соборынан 300 метраҙн да яҡын түгел урынлашҡан, уның тирә-яғы иркен ҡала[1].

Успение майҙаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Успение соборы

Яңы сауҙа майҙанына урын бүлгәндә үк унда собор сиркәүе төҙөү ҡарала. Шул мәлдәге 1778 йылда Диңгеҙ ведомствоһы төҙөгән Михаил һәм Николай сиркәүҙәре элекке ҡәлғә биләмәһендә, үҫешкән ҡаланан йырағыраҡ урынлашҡан.

XIX быуат башында ҡала халҡы таш собор төҙөү өсөн аҡса йыя башлай. Проектты билдәле Петербург архитекторы А.И. Мельников эшләй. Собор 1814 йылда төҙөлә башлай, әммә төрлө сәбәптәр менән бик яй алып барыла. Ниһайәт, 1829 йылда собор изгеләндерелә һәм унда ғибәҙәттәр башлана, әммә үҙгәртеп ҡороуҙар артабан да дауам итә[1].

Успение соборын айырып торған үҙенсәлектәре бар: ҡорамдың ҙур арауығы бер ҙур көмбәҙ аҫтында урынлаша, ә манараһы айырым йыраҡлыҡта тора. Һуңынан ҡорамды һәм манараны ябыҡ колонналы үтеп йөрөү урыны менән тоташтыралар. Өҫтә башня сәғәте ҡуйыла. Храм эсендә бай биҙәктәр, иконалар, сиркәү кәрәк-яраҡтары бар.

Ул Таганрогтың төп культ ҡоролмаһы ғына түгел, ә ҡала тарихының мөһим объекты була. 1825 йылда төҙөлөп бөтмәгән ҡорамда Александр I ҡатыны Елизавета Алексеевна менән, ә артабанғы йылдарҙа Таганрогҡа килеүсе Романовтарҙың башҡа вәкилдәре була. 1854 йылда соборҙа А.П. Чеховтың буласаҡ ата-әсәһе никахлаша, 1860 йылда бында уҡ Антон Чеховтың үҙен суҡындыралар. Һуңғараҡ үҫмер сағында, тыуған иленә ҡайтҡан ваҡыттарында Антон Павлович соборҙа күп тапҡыр була.

1855 йылдың июлендә Ҡырым һуғышы осоронда ҡаланы инглиз-француз эскадраһының утҡа тотоуынан майҙанда ҡорам һәм 12 кибет өлөшләтә зыян күрә. Артабан Успение соборында тарихи ҡомартҡылар һаҡланып ҡала: ҡала халҡының күрһәткән батырлығы өсөн императорҙың рәхмәт грамотаһы һәм алышта яулап алған дошман байраҡтары[1].

1920 йылда Таганрогта власҡа килеүсе большевиктар өсөн былар ҡиммәтҡә эйә булмай. 1938 йыл Успение соборы юҡ ителә[1]. Собор урынында йәмәғәт бәҙрәфтәре төҙөлә.

Собор майҙаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Собор майҙанында, 1918 йыл. Аэрофотосъемка, немец оккупацияһы

Майҙанда ҡорам төҙөлгәндән һуң уны таганроглылар Успение һәм Собор майҙаны тип атай. 1840 йылда был майҙанда (Ҡыҙыл) булған яңы баҙар ойошторолғандан һуң ҡалалағы был баҙарҙы иҫке баҙар тип йөрөтәләр.

Оҙаҡ ваҡыт Собор майҙаны төҙөкләндерелмәй. 1884 йылда майҙанға тәүгә һуйыр таш түшәлә.

1930 йылда ҡала трамвайы йөрөй башлағас, майҙанда әйләнештәге ҡулса һалына, туҡтау майҙансығы һәм диспетчерлыҡ төҙөлә. Трамвай ҡулсаһы уртаһында ҙур булмаған сквер төҙөлә.

Октябрь майҙаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Өндәрҙе һөртөп» күргәҙмәһе, 2010 й.

«Октябрь майҙаны» исеме 1952 йылда бирелә. Был осорҙа уға ҙур реконструкция үткәрелә: баҙары Свердлов урамына күсерелә (һуңғараҡ — «Казактар баҙары», Александр урамы, 21), трамвай ҡулсаһы, диспетчерлыҡ станцияһы һәм туҡтау майҙансығы алына, асфальт һалына, сәскә түтәлдәре, газондар, ағастар барлыҡҡа килә. Тирә-яҡта ҡатлы йорттар күтәрелә. Байрам көндәрендә, күпләп демонстрация үткән ваҡытта, Добролюбов тыҡрығы яғында һүтелмәле трибуналар ҡуйыла, унан ҡала етәкселәре демонстранттар колоннаһын сәләмләй. 1960 йылда майҙанды төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр ойошторола, В.И. Ленин һәйкәлен асыу тантанаһы 1970 йылдың 6 ноябрендә үтә[2].

2000 йылда майҙан янында бер ҡатлы түңәрәк формала ҡоролма төҙөлә, унда «Сәй өйө» кафеһы асыла[3]. Әлеге ваҡытта кафе «Чайкоффский» тип атал[4].

2000 йылдар аҙағында майҙан йәштәрҙең ролик конькиҙа, скейтбордта шыуыу, асфальтта хоккей уйнау өсөн яратҡан урыны була[5]. Үҫмерҙәр телендә майҙан унда урынлашҡан Ленин һәйкәлен күҙ уңында тотоп, «Пеләш» тип йөрөтөлә[6]. 2010 йылдың 5 июнендә Октябрь майҙанында Таганрог технология институтының инженер графикаһы һәм компьютер дизайны факультеты студенттары әҙерләгән һынлы сәнғәт күргәҙмәһе уҙғарыла[7].

Проблемалар барлыҡҡа килә: экстремаль автомобиль йөрөтөүселәр майҙанда күнекмәләр яһай башлай. Яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙән ялыуҙар килеү сәбәпле властар уны йәйәүлеләр зонаһына әйләндереп, Октябрь майҙаны буйлап автомобиль хәрәкәтен ябыу тураһында иғлан итә[8].

2013 йылдың июленән Октябрь майҙаны автотранспорт хәрәкәте өсөн ябыла[9]. Властар хәбәр итеүенсә, Украина, Добролюбов тыҡрыҡтары һәм Аҙау урамы яғынан майҙанға инеү территорияһына тейешле хәрәкәт көйләү билдәләре һәм сылбырлы ҡойма менән стационар тумбалар ҡуйылған[9][10].

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин һәйкәле (скульптор Н. В Томск, архитектор А.А. Заварзин)[11]. 1970 йылда төҙөлгән[12].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с. — ISBN 978-5-902450-13-9.
  2. 3
  3. Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 58. — ISBN 978-5-902450-13-9.
  4. Комаров И. Кафе ЧайкоФФский Архивная копия от 19 август 2014 на // all-tagan.org. — 2013. — 16 марта.
  5. Сдатчикова И. Экстремально-спортивное лето // Таганрогская правда. — 2013. — 5 июля.
  6. Королёв Н. Рок-провинция: Психогенератор // Богудония. — 2015. — 29 сент.
  7. Собств. корр. Студенты размазали …звуки // 325050.ru. — 2010. — 6 июня.
  8. Каратаева В. Накипело… // Таганрогская правда. — 2013. — 14 февр.
  9. 9,0 9,1 Собств. корр. О введении ограничений движения автотранспорта в районе Октябрьской площади(недоступная ссылка) // www.tagancity.ru. — 2013. — 31 июля.
  10. Собств. корр. Октябрьскую площадь Таганрога закрыли для движения автомобилей // bloknot-taganrog.ru. — 2013. — 1 авг.
  11. Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101307000№ 6101307000
  12. Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 78. — ISBN 978-5-9901455-3-5.