Дымов Олег Григорьевич
Дымов Олег Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 4 декабрь 1946 |
Тыуған урыны | Аҡтуғай районы[d], Павлодар өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 3 апрель 2016 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Астана, Ҡаҙағстан |
Һөнәр төрө | йәмәғәт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы ФСБ Мәскәү сик буйы ғәскәрҙәре институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | AMANAT (Нур Отан)[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Дымов Олег Григорьевич (4 декабрь 1946 йыл — 3 апрель 2016 йыл) — Ҡаҙағстан дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олег Григорьевич Дымов 1946 йылдың 4 декабрендә Павлодар өлкәһенең Краснокут районы Краснокут ауылында тыуған.
Милләте — болгар.
Белеме
1967 йылда Мәскәү юғары сик буйы училищеһын «Политология» һөнәре буйынса тамамлай.
1976 йылда КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен «политолог» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай.
1988 йылда Аль-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай.
Олег Григорьевич Дымов 2016 йылдың 3 апрелендә оҙайлы ауырыуҙан һуң Астанала вафат була[1][2][3][4].
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1968—1970 йылдарҙа — совхоз комсомол ойошмаһы секретары, Иртыш партия райкомы инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, бүлек мөдире.
1970—1990 йылдарҙа — Ҡаҙағстандың Иртыш партия райкомы инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире.
1990—1991 йылдарҙа — СССР депутаты ярҙамсыһы.
1991—1994 йылдарҙа — Павлодар өлкәһенең Иртыш район советы бүлеге мөдире.
1995 йылдан алып 2015 йылдың 23 апреленә тиклем — Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһының бүлек мөдире урынбаҫары, бүлек мөдире, консультанты, секретариаттың баш инспекторы.
2015 йылдың 23 апреленән алып 2016 йылдың апреленә тиклем — Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы Рәйесе урынбаҫары.[5]
Башҡа вазифалары
- Ҡануниәт һәм суд-хоҡуҡи реформаһы буйынса комитеты ағзаһы
- Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһының советы ағзаһы
- Болгар мәҙәни үҙәге рәйесе
Һайлап ҡуйылған вазифалары, депутатлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994—1995 йылдарҙа — XIII саҡырылыш Ҡаҙағстан Юғары Советы депутаты
1995—1999 йылдарҙа — I саҡырылыш Ҡаҙағстан парламенты Мәжлесе депутаты
2008—2011 йылдарҙа — ІV саҡырылыш Ҡаҙағстан парламенты Мәжлесе депутаты.
Ғаиләһе
Атаһы — Дымов Георгий Константинович, 40 йылдан ашыу элеватор директоры булып эшләй.
Әсәһе — Дымова Дарья Григорьевна.
Ҡатыны — Дымова Валентина Гавриловна, пенсионер.
Балалары: ҡыҙы Ольга (1969 йылғы), улдары Константин (1975 йылғы), ейәне Станислав (1989 йылғы)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1998 — «Астана» миҙалы
- 2001 — «Ҡаҙағстан республикаһның бойондороҡһоҙлоғоно 10 йыл» миҙалы
- 2004 — Ҡаҙағстан Президенты Указына ярашлы «Ерен Еңбегі үшін» («Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн») миҙалы менән бүләкләнгән[6]
- 2005 — «Ҡаҙағстан Республикаһы Конституцияның 10 йыллығы» миҙалы
- 2006 — «Ҡаҙағстан Республикаһы Парламентының 10 йыллығы» миҙалы
- 2008 — «Астанаға 10 йыл» миҙалы
- 2010 — Ҡаҙағстан Президенты Указына ярашлы «Қазақстанның еңбек сіңірген қайраткері]» маҡтаулы исеме менән бүләкләнә[7][8]
- 2011 — «Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғона 20 йыл» миҙалы
- 2015 — «Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһына 20 йыл» миҙалы
- Болгария сит ил эштәре министрлығының «Золотая лавровая ветвь» Почёт Билдәһе (2008).
- Халыҡ-ара информатизация академияһы академигы (2005).
- Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы рәйесенең Маҡтау ҡағыҙы һәм"Бірлік" алтын миҙалы менән бүләкләнгән.
- Ике тапҡыр Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының рәхмәт хаты һәм «Алтын барыс» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән.
Фәнни, әҙәби хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олег Григорьевич Дымов китаптар авторы: «Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы» (1996), «Ҡаҙағстандың депортацияланған халыҡтары» (1998), «Ҡаҙағстан еренең йылыһы» (1999), «Йөрәгем ҡылдары» (2002), «Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы» (2003), «Беҙ, Ҡаҙағстан халҡы» (2004), «Тыуған ер булып киткән ер» (2010) һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 3 апреля 2016 года после тяжелой продолжительной болезни на 70-м году жизни скончался заместитель Председателя Ассамблеи народа Казахстана, председатель общественного объединения «Болгарский культурный центр Казахстана», заслуженный деятель Республики Казахстан Дымов Олег Григорьевич
- ↑ Умер зампред Ассамблеи народа Казахстана Олег Дымов
- ↑ Заместитель председателя Ассамблеи народа Казахстана (АНК) Олег Дымов скончался на 69-том году жизни 2019 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ В Астане в последний путь проводили зампредседателя АНК Олега Дымова 2019 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ ОЛЕГ ГРИГОРЬЕВИЧ АНК-ҺЫ ПРЕЗИДЕНТЫ ҠАРАМАҒЫНДАҒЫ РК РӘЙЕСЕ УРЫНБАҪАРЫ ИТЕП ТӘҒӘЙЕНЛӘНГӘН ДЫМОВ 2019 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ В канун Дня независимости Указом Президента РК 650 казахстанцев награждены государственными наградами 15 декабря 2004 года
- ↑ Депутатам Мажилиса за заслуги в государственной и общественной деятельности вручены государственные награды 15 декабря 2010 года Депутат Мажилиса Олег Дымов удостоен Почётного звания «Қазақстанның еңбек сіңірген қайраткері»
- ↑ Указом Главы государства за активную общественную деятельность, значительный вклад в социально-экономическое и культурное развитие Казахстана большая группа казахстанцев награждена государственными наградами Республики Казахстан 15 декабря 2010 года
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.
- 4 декабрҙә тыуғандар
- 1946 йылда тыуғандар
- Ҡаҙағстанда тыуғандар
- 3 апрелдә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Ҡаҙағстанда вафат булғандар
- Рәсәй Федерацияһы ФСБ Мәскәү сик буйы ғәскәрҙәре институтын тамамлаусылар
- «Астанаға 10 йыл» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- КПСС Үҙәк комитетының Юғары партия мәктәбен тамамлаусылар
- Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр