Олимпия Зевсы ҡорамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Олимпия Зевсы ҡорамы
Рәсем
Дәүләт Flag of Greece.svg Греция[1]
Административ-территориаль берәмек Афины[d][1]
Урынлашыу Афина
Посвящено Зевс
Архитектура стиле архитектура Древнего Рима[d]
Мираҫ статусы listed archaeological site in Greece[d]
Описан на сайте odysseus.culture.gr/h/2/…
odysseus.culture.gr/h/2/…
Commons-logo.svg Олимпия Зевсы ҡорамы Викимилектә

Олимпейон, Олимпия Зевсы ҡорамы (грек. Ναός Διός του Ολυμπίου) — Грецияның иң ҙур, беҙҙең эраға тиклем тиклем VI быуаттан алып беҙҙең эраның II быуатына тиклем төҙөлгән ҡорамы; Афинала, Акрополдән 500 метр көньяҡ-көнсығышта һәм Синтагма майҙанынан 700 метр көньяҡта урынлашҡан.

Легендаға ярашлы, ҡорам грек халҡының тәүатаһы, мифик Девкалиондың ғибәҙәтханаһы урынында төҙөлә.

Ҡорам Писистрат хакимлығы осоронда төҙөлә башлай, беҙҙең эраға тиклем 515 йылда Афина демократияһы уның менән ҡыҙыҡһына башлай, Фемистокл бинаның өлөштәрен Афина менән Пирейҙы бәйләп тороусы һаҡ диуары — нығытма итеп файҙалана (ҡорам эргәһендәге ҡаҙылған участка күренеп тора).

Беҙҙең эраға тиклем 175—164 йылдарҙа Зевс ҡорамын (хәҙер инде коринф ордерында) эллинистик Сүриә батшаһы Антиох IV Эпифан дауам итә. Беҙҙең эраға тиклем 84 йылда Рим диктаторы Сулла коллоналарҙан бер нисә һырланған капителде алып, уларҙы ҡорамдың Рим аналогы Капитолия Юпитерын төҙөүҙә ҡуллана. Шуға ҡарамаҫтан, Тит Ливий йөҙ йыл самаһы үткәндән һуң, Зевстың Афиналағы ҡорамын «был аллаһҡа лайыҡ берҙән-бер ҡорам» тип атай.

Төҙөлөш башланғандан һуң 650 йыл үткәс кенә, грек мәҙәниәтенә табыныусы Рим императоры Адриан идара иткәндә тамамлана. Олимпия Зевсына бағышланған ҡорамды изгеләндереү императорҙың Афинаға икенсе килеүенә тап килтерелә һәм 132 йылда Бөтә грек байрамы программаһының төп пункты булып тора.

Ҡорам 267 йылда герулдарҙың баҫҡынсылығы ваҡытында ныҡ зыян күрә һәм унан һуң тергеҙелмәй тиерлек. Феодосий мәжүси аллаларға табыныуҙы тыйғандан һуң, ҡорам элементтары сиркәүҙәр һәм йорттар төҙөгәндә ҡулланыла.

Хәҙерге ваҡытта ҡорамдың 14 колоннанан торған, коринф капителе менән осланған бер мөйөшө, айырым торған 2 һәм йығылған бер колонна һаҡланып ҡалған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 (unspecified title) — 1994.