Оло Суҡы
Оло Суҡы | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1050 метр |
Оло Суҡы Викимилектә |
Оло Суҡы[2] (һирәкләп — Оло Суҡаҡ, Оло Һуҡа, Оло Һыуыҡ) — - Урал тауҙары системаһы тау һырты, Силәбе өлкәһендә урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һырт өлөшләтә «Йөрәккүл» милли паркы сигендә урынлашҡан, уларҙың аралығында Кесе Һатҡы һәм Йүрүҙән йылғалары аға. Көнбайыш бейек тау зонаһының үҙәк, һырт-арҡа өлөштәре тип аталған төбәккә ҡарай.
Көньяҡ Уралдың бик күп тауҙары кеүек, Оло Суҡы һырты көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа тиклем һуҙыла. Көньяҡ-көнсығышта Оло Суҡыға ике тау — Оло һәм Кесе Уван килеп терәлә. Көньяғында һырт Йүрүҙән йылғаһы үҙәне менән сиктәш, уның артынса Егәлге һырты китә . Оло Суҡының көнсығыш тармағының төньяҡ-көнсығыш дауамы булып Москаль һырты, артабан — Йөрәккүл һәм Магнит һырттары һуҙылып китә. Был 50 км һырттар сылбыры тектоник яҡтан бер антиклинорий тәшкил итә.
Оло Суҡының бейеклеге барлыҡ дауамында 1 000 метрҙан ашыу. Һырт ҡаяларының, үркәстәренең , һикәлтәләренең һәм таш һибелмәләренең күп булыуы менән айырылып тора. Шулай ҙа төньяҡта хәл икенсе — унда киң яйла (яҫы тау) урынлашҡан[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. С. Паллас XVIII быуатта һырт исеменең ике вариантын теркәп алған (Большая и Малая Сука): Суҡа һәм Суҡатау. Атамаларҙың килеп сығышының өс версияһы бар:
- «Һуҡа» тигәндән килеп сыҡҡан тигән фараз. Ысынлап, алыҫтан һуҡа менән оҡшашлыҡ күҙәтелә. Әммә төркисәгә һүҙ урыҫ теленәналынған тип һанала, тимәк, атама сағыштырмаса яҡын арала килеп сыҡҡан була, ә был бик шикле.
- Башҡортса суҡы (йәки суҡаҡ) — «нимәнеңдер ослайып сығып торған урыны»[4][5]. Мәгәр тау ике һыртлы, шуға күрә ул да шикле һанала.
- Ысынбарлыҡҡа иң яҡыны, бәлки, башҡортса "Һыуыҡ " (суук) тигәндән килеп сыҡҡан, тигән фараздыр .
Билдәле урал топонимисы К. Матвеев , Төлөк ауылы урыҫтары һыртты «Сука» (йәғни кәнтәй) тип атай, тип билдәләй, йәнәһе унда менеп йөрөү бик уңайһыҙ[3].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Топокарты ГГЦ 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Хребет Большая Сука . // yuzhnyj-ural.ru. Дата обращения: 2012-1-8. Архивировано 8 сентябрь 2012 года.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 240-сы бит
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160с. Дата обращения: 26 август 2013. Архивировано 5 август 2013 года. 2013 йыл 5 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Южный Урал//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Хребет Большая Сука 2020 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Хребет Большая Сука. Как добраться, фотографии, координаты//Наш Урал
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-се т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.