Эстәлеккә күсергә

Йөрәккүл (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөрәккүл
Нигеҙләү датаһы 1993
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Майҙан 882 км²
Рәсми сайт zuratkul.ru
Карта
 Йөрәккүл Викимилектә

«Йөрәккүл» милли паркырус. Зюраткуль — Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Һатҡы ҡалаһынан 30 км көньяҡта, Силәбе ҡалаһынан 200 км көнбайыштараҡ урынлашҡан милли парк. 1993 йылдың 3 ноябрендә ойошторолған[1]. Дөйөм майҙаны — 88 249 гектар, төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 49 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 28 км.

Башҡорт һүҙе Йөрәккүлдән алынған. Был ерҙәрҙә оло Табын ырыуының Ҡыуаҡан тармағы башҡорттары һәм был ырыуҙың кескәй ярсығы булған Һатҡы башҡорттары йәшәгән. Рус ғалимы Петер Симон: «Оло Һатҡы йылғаһынан көньяҡта урынлашҡан Йөрәктау үҙенең исемен юғарыға үркәсләнеп торған яланғас һәм ташлы тупаҡ түбәһенән алғандыр. Йәнәшәлә Йөрәктауҙан айырылып сыҡҡан уртаса дәүмәлдәге Һатҡытау. Һатҡытау башында бик күп шишмә-сығанаҡтар һыуҙарын ҡойған онотолмаҫлыҡ Йөрәккүл ята. Ошо күлдән Оло Һатҡы йылғаһы ағып сыға». Ваҡыт үтеү менән (урыҫ телендә боҙоп әйтеү сәбәплелер) Йөрәккүл[2].

Парк түбәндәге төп бурыстарҙы үтәй: эталонлы һәм  уникаль тәбиғәт комплекстарын, тарих, мәҙәниәт, археологик һәм башҡа мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау; экологик яҡтан халыҡты ағартыу эшмәкәрлеге; рекреацион файҙаланыу шарттарында тәбиғәтте һаҡлауҙың фәнни ысулдарын эшләү һәм индереү; экологик мониторинг; боҙолған тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни комплекстарҙы тергеҙеү; яйға һалынған туризм һәм ял өсөн шарттар булдырыу.

Милли парк Рәсәй Федерацияһы Тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығы ҡарамағында.

«Йөрәккүл» милли паркының схемаһы

Парк территорияһында Йөрәккүл  һыуһаҡлағысыКөньяҡ Уралдың (диңгеҙ кимәленән 724 метр) көнбайыш битләүендәге берҙән-бер тау күле һәм бик күп тау һырттары, шул иҫәптән Йөрәккүл  (оҙонлоғо 8 км, бейеклеге 1175,2 м), Нөргөш (1406 м бейеклектә) урынлашҡан.

«Йөрәккүл» паркы ике тәбиғәт зонаһы — тайга һәм урман-дала — сигендә урынлашҡанлығы флора һәм фауна байлығын билдәләй.

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һырт (алыҫтағы планда) һәм Йөрәккүл, Нөргөш тау һырттарынан  күренеш
Файл:Хребет Нургуш.JPG
Нөргөш һырты (1406 м)

Парк составына бейек тау башындағы Йөрәккүл һыуһаҡлағысы, Ҡалғазы һәм Берәҙәк йылғалары, Йөрәккүл Бағаналары тигән ҡаялар, Ҡарамалы сауҡалығы кеүек тәбиғәт һәйкәлдәре инә. Парктың  күп һанлы иҫтәлекле урындары: Нөргөш һырты түбәһендәге 9 км² майҙанды биләгән тау-тундра яйлаһы, Кесе Һатҡы йылғаһының башындағы Фонтан артезиан сығанағы, Өрөңгә һәм Лукаш (Ноҡаш) һырттарындағы реликт ҡарағас урманы, Нөргөш һәм Ноҡаш һырттарындағы реликт шыршы урманы, Виноградов утары тәбиғи ыҙанындағы  Берәҙәк йылғаһындағы «Тараҡ» ҡая остоғо, Кесе Һатҡы йылғаһының үрге ағымындағы һуған аҡланы, күл быуаһы, Магнитка ҡасабаһындағы күлдән ГЭС бинаһына тиклем 9 км оҙонлоғондағы деривационный (йүнәлтеүсе) канал, Кесе Москаль тау һыртында диңгеҙ кимәленән 850 м бейеклектә үҫкән реликт урман-дала үҫемлектәре, Долгий ельник моронондағы торф һаҙлыҡтары, Йөрәккүл тау һырттарындағы Айыу ҡаялары.

Үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территорияла шыршы һәм аҡ шыршы, шулай уҡ ҡайын урмандары өҫтөнлөк итә. Флораның байлығын үҫемлектәрҙең 653 төрө, шул иҫәптән себер һәм европа (себер аҡ шыршыһы, европа шыршыһы һ. б.) төрҙәренең булыуы иҫбатлай. Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына парктың 70 һирәк осрай торған үҫемлеге,  уларҙың араһында: башмачок настоящий, башмачок крупноцветковый, надбородник безлистный, ятрышник мужской, урал елбәгәйе, үпкә  лобарияһы индерелгән.

Территорияның 90 %-н ҡара ылыҫлы тайга биләй, әммә айырым участкаларҙа ҡайын осрай.

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Йөрәккүл» дең хайуандар донъяһы 214 төрҙән, шул иҫәптән 40 төр һөтимәрҙән: йыртҡыстар — 14 (айыу, бүре, төлкө, һыуһар, аҫ һ.б.), тояҡлылар — 3 (мышы, илек, һирәгерәк ҡабан), ҡуянға оҡшағандар — 2 тора. Фауна составында шулай уҡ балыҡтар — 17 (ҡорман, алабуға, бәрҙе, шамбы, суртан һ. б.), ер-һыу хайуандары — 3, һөйрәлеүселәр — 6, ҡоштар — 145. Хайуандарҙың һирәк төрҙәре осрай: европа шәшкеһе, бөркөт, сапсан, ябалаҡ, европа бәрҙеһе, мнемозин һәм ябай аполлон бар. Был төрҙәр Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Күл буйында табылған боронғо палеолит дәүере кешеләренең: мезолит — 12 мең йыл, неолит — 6-3 мең йыл элек 12 торағы табылған. Төҙөмдәрҙең өлөштәре, эшләнмәләр таш балталар, бронза башаҡтар, ҡырғыстар, ҡул балтаһы һ.б. һаҡланған. Һатҡы крайҙы өйрәнеү музейының был осорға бағышланған экспозицияһында ҡаҙылмаларҙың күп кенә әйберҙәре күрһәтелгән.

Шулай уҡ, күптән түгел ер өҫтөндә 218 х 195 метр үлсәмендәге мышы рәүешендәге геоглиф табылды. Һүрәттең фаразланған йәше — яҡынса 8000 йыл.[3].

Туристик объекттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп туристик объекттарға 5 тау һырты һәм бейек тау башындағы күл ҡарай. Йөрәккүл тау һырты итәгендә  уңайлы «экологик һуҡмаҡ» һалынған.

  •  «Йөрәккүл экопаркы» Ял базаһында  мини-зоопарк урынлашҡан. Ул формалаштырыу стадияһында. Зверинецтағы бөтә хайуандар ҙа Урал тәбиғәтендә  тереклек итмәгән. Мәҫәлән, ҡара (гималай) айыуы, тамғалы (аҫыл) болан, дөйә һәм төньяҡ боланы башҡа тәбиғәт зоналарына күпкә хасыраҡ.
  • Шулай уҡ Йөрәккүл менән Магнитский ҡасабаһы араһындағы милли паркта «Айыу шатлығы» тигән маралдар хужалығы бар, унда Алтайҙан килтерелгән ярым ҡырағай боландар үрсетелә.
  • Бағры хужалығы.