Эстәлеккә күсергә

Йөрәккүл (ҡасаба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөрәккүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Саткинское городское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 26 кеше (2002)[2],
86 кеше (2010)[3]
Почта индексы 456915
Урындағы телефон коды 35161
Карта

ЙөрәккүлРәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районы ҡасабаһы. Һатҡы ҡала биләмәһе составына инә. Шул уҡ исемле күлдең төньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан. .

«Йөрәккүл» милли паркының үҙәк усадьбаһы урынлашҡан

Ҡасаба аша Оло Һатҡы йылғаһы аға.

Яҡындағы Йөрәккүл күле исеме менән аталған[4]. Ул башҡорт телендәге "йөрәк" һәм "күл" һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.

Ҡасабаға 1881 йылда урман кордоны кеүек һәм бер үк ваҡытта плотина төҙөү менән барлыҡҡа килә[5]. 1968 йылдың 10 сентябрендә Рыбный утары Йөрәккүл ҡасабаһы составына инә[6]

Һатҡы районының көнбайыш өлөшөндә, Оло Һатҡы йылғаһының башында, Йөрәккүл күлен яры буйында урынлашҡан. Рельефы таулы, төньяҡ- көнсығышҡа ҡарай 6 км алыҫлыҡта Кеүәш Үре тауы урынлашҡан (814 м), көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 8 км алыҫлыҡта — Һандыҡтар тауы (993 м), көньяҡҡа ҡарай — Лукаш тауы (1013 м). Ландшафты — тау-урман зонаһы. Ҡасабаны күрше тораҡ пункттар менән грунт һәм шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә һәм ҡала биләмәһе үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ (Һатҡы) 30 км. Торлаҡ төҙөлөшө 1942 йылда Йөрәккүл ГЭС-ы плотиналарын төҙөү менән әүҙем башлана. 1968 йылда Йөрәккүл составына күрше Рыбный ҡасабаһы индерелә. 1970 йылдарҙа Йөрәккүл ҡасабаһы территорияһында урман участкаһы урынлаша. Хәҙер урмансылыҡ, «Магнезит» комбинатының ял итеү базаһы эшләй. Йөрәккүл ҡасабаһы ҙур түгел: ағас өйҙәр төҙөлгән 2 урамдан тора, башлыса хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләр һәм дачаға килеүселәр йәшәй[7].

Халыҡ иҫәбе
2002[8]2010[9]
2686

Халҡы 26 кеше тәшкил итә. (1970 йылда — 78, 1979 йылда — 27, 1983 йылда — 40, 1989 йылда — 27, 1995 йылда — 20).

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 2010 йылда кеше 86 тәшкил иткән (42 ир-ат һәм 44 ҡатын-ҡыҙ).

Йөрәккүл ҡасабаһы урам селтәре 6 урамдан тора[10].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Йөрәккүл
  5. Павел Распопов.Озеро Зюраткуль - самое высокогорное на Урале. Ураловед (2 июля 2019).Дата обращения: 18 ноября 2019.
  6. Челябинская область. Административно-территориальное деление М. Я. Вихарев.— Челябинск: ЮУКИ, 1971. — С.136. — 196 с— 3500 экз.
  7. Зюраткуль_поселок
  8. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  9. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  10. Регионы России → Челябинская обл. → Саткинский р-н → Зюраткуль п.