Эстәлеккә күсергә

Лена ҡаялары милли паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лена ҡаялары
саха Өлүөнэ турууктара
Лена ҡаяларына йылғанан күренеш, 2015 йыл
Лена ҡаяларына йылғанан күренеш, 2015 йыл
Категория МСОПМСОП II категорияһы: милли парк[d] (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны12179,41 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты16 август 1994 йыл 
Идара итеүсе ойошмаЛена ҡаялары милли паркы федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 
Урынлашыуы
61°06′25″ с. ш. 127°21′42″ в. д.HGЯO
РФ субъектыСаха Республикаһы
РайоныАлдан районы, Олёкмай районы, Хангалас улусы
Яҡындағы ҡалаПокровск 

lena-pillars.ru
Якутия
Точка
Лена ҡаялары
ЮНЕСКО
 Лена ҡаялары милли паркы Викимилектә
Рәсәй Почта блогы, 2015 йыл Ҡалып:CPA

Лена ҡаялары милли паркы (рус. Национальный парк «Ле́нские столбы́»), (яҡут. Өлүөнэ турууктара) — Саха Республикаһында, Лена йылғаһы ярындағы геологик формация һәм милли парк. Хангалас улусында, Покровск ҡалаһынан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Лена ҡаялары (бағаналары) — вертикаль оҙонса һуҙылған тау тоҡомдары комплексы, улар йылға яры буйлап урынлашҡан, тәрән үҙән булып, Лена яны яҫы таулығын киҫеп үтә.

2012 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты, 2018 йылдың 6 авгусынан Лена ҡаялары Рәсәйҙә милли парк статусы ала.

Ҡаялы ҡатламдары кембрий эзбизташтарынан тора, бейеклеге йылға кимәленән 220 м тиклем етә (абсолют нөктәһе — 321 м тиклем)[1]. Тектоник яҡтан Себер платформаһы сиктәрендә ята. Был тәбиғәт ҡомартҡыһына әүерелгән тау тоҡомдарының формалаштырыуы, ғәҙәттә, иртә кембрийҙа — 560—540 миллион йыл элек башлана. Лена ҡаяларының рельеф формаһы булараҡ формалашыуы күпкә һуңыраҡ, яҡынса 400 мең йыл элек, йәғни сағыштырмаса яңы геологик осорға ҡарай.

Себер платформаһы яйлап күтәрелә бара, һөҙөмтәлә тәрән йылға үҙәндәре барлыҡҡа килә. Был карст процестарының әүҙемләшеүенә килтерә, улар эрозияға бирелеп, карбонатлы тау тоҡомдарҙан торған ҡаяларҙың ғәжәйеп һәм төрлө формаларын барлыҡҡа килтерә[2].

Декабрист А. А. Бестужев-Марлинский ҡаялар тураһында һоҡланып һөйләй:

«Ниндәйҙер изге тынлыҡ… һәм йән ҡырағай, ләкин бөйөк тәбиғәт менән ҡушыла»[3].

Лена ҡаялары тәбиғәт паркы Саха Республикаһы (Яҡутстан) Президентының 1994 йылдың 16 авгусындағы 837-се указы һәм 1995 йылдың 10 февралендәге Хөкүмәт указы нигеҙендә ойошторола һәм өлкә тәбиғәтте һаҡлау министрлығына буйһона. Парк майҙаны 1353 мең гектар тәшкил итә[4], парк ике филиалдан тора — «Ҡаялар» һәм «Син». Парктың төп бурысы — экологик туризмды үҫтереү[5].

Киң билдәле ҡаяларҙан тыш, парк биләмәһендә Диринг-Юрях йылғаһы тамағында боронғо кешенең туҡталыу урыны, ҡом-тукуландар кеүек иҫтәлекле объекттар бар. Ҡаҙыныу эштәре барышында таш эш ҡоралдары (диринг мәҙәниәте) һәм һуң неолит дәүере ҡәберҙәре (ымыяхтах мәҙәниәте, б.э.т. II мең йыллыҡ) табыла. Уникаль туңлыҡ экосистемалары бар. Паркта боронғо фауна вәкилдәренең: мамонт (Mammulhus primigenius Blum), бизон (Bison priscus Boj), йөнлө мөгөҙморондарҙың (Coelodonta antiguibatis Blum) һ. б. ҡаҙылма ҡалдыҡтары табылған[6][7].

Лена ҡаялары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә 2012 йылдың 22 июленән 2012 йылдың 6 июленә тиклем Санкт-Петербургта үткән ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетының 36-сы сессияһы барышында индерелә[8][9][10].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркта көпшәле үҫемлектәрҙең 470 төрө бар, шуларҙың 21-е Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Мүктәрҙең 202, лишайниктарҙың 83 һәм бәшмәктәрҙең 76 төрө асыҡланған. Паркта һөтимәрҙәрҙең 42 төрө бар. Айыу, һеләүһен, бүре, төлкө, йәтсә, ҡоралай, ҡуян, тейен, һ.б. киң таралған. Милли паркта 152 төр ҡош оя ҡора. Йылғаларҙа 21 төр балыҡ йәшәй[11].

  1. А. Колесов. Ленские столбы 2015 йыл 2 апрель архивланған. // «Наука и жизнь», № 7, 2002 г.
  2. В. В. Спектор, О. Н. Толстихин. Ленские столбы 2016 йыл 31 ғинуар архивланған. // Наука и техника в Якутии
  3. ЛЕНСКИЕ СТОЛБЫ — ПРИРОДНЫЙ ПАМЯТНИК МИРОВОГО ЗНАЧЕНИЯ (по материалам доклада Н. Г. Соломонова) (недоступная ссылка — история). // Сайт Якутского государственного университета им. М. К. Аммосова
  4. Положение ГБУ РС (Я) ПП «Ленские Столбы». Дата обращения: 13 май 2018. Архивировано из оригинала 14 май 2018 года.
  5. Национальный природный парк «Ленские столбы». Архивировано из оригинала 4 май 2009 года. // lenskiestolby.ru
  6. Ленские Столбы. Архивировано из оригинала 19 февраль 2012 года. // Сайт Фонда «Охрана природного наследия»
  7. Национальный природный парк «Ленские столбы». Диринг-Юрях. Дата обращения: 25 июнь 2009. Архивировано из оригинала 4 май 2009 года. // lenskiestolby.ru
  8. 26 новых объектов включены в Список Всемирного наследия ЮНЕСКО в этом году. // unesco.org. Дата обращения: 3 июль 2012. Архивировано 7 август 2012 года.
  9. Номинация объекта Всемирного наследия ЮНЕСКО «Природный парк „Ленские столбы“». Архивировано из оригинала 19 февраль 2012 года. // nhpfund.ru
  10. UNESCO World Heritage Centre. World Heritage Committee to meet in Seville to review state of conservation of 178 sites and add new sites on List (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. Дата обращения: 12 апрель 2019. Архивировано 12 апрель 2019 года.
  11. Национальный парк «Ленские столбы». naturerussia.travel. Дата обращения: 28 апрель 2022. Архивировано 27 август 2021 года.