Эстәлеккә күсергә

Нора ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Нора» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Ҡурсаулыҡ сиктәре
Ҡурсаулыҡ сиктәре
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны211 168 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты2 февраль 1998 йыл 
Урынлашыуы
52°30′04″ с. ш. 130°17′33″ в. д.HGЯO
РФ субъектыАмур өлкәһе

norzap.ru
Рәсәй
Точка
«Нора» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Нора ҡурсаулығы Викимилектә

Нора ҡурсаулығы (рус. Норский заповедник) — Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышындағы тәбиғәт ҡурсаулығы.

Нора ҡурсаулығы 1998 йылда ойошторолған. Ул Амур өлкәһендә Сельдж һәм Нора йылғалары араһында урынлашҡан. Майҙаны — 211 168 га. Һаҡлау зонаһының майҙаны — 9868 гектар, һыу майҙаны — 1952 гектар[1]. Рельефы тәпәш[1]. Ҡурсаулыҡтың абсолют бейеклеге 370 метрға етә.

Ииң ҙур йылғалары — Нора, Селемджа һәм Бурунда.

Климаты ҡырҡа континенталь. Ҡыш 5 — 5,5 ай дауам итә. Йылы осор — 50 — 90 көн.

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһында көпшәле үҫемлектәрҙең 513, лишайниктарҙың 300-ҙән ашыу төрө үҫә. Һөтимәрҙәрҙең 38, ҡоштарҙың 184, балыҡтарҙың 30 төрө бар. Ҡара һәм япон торналары, ҡара һәм Алыҫ Көнсығыш ҡауҙылары, аҡ ҡойроҡло бөркөт, кәлмәргән, балыҡсы өкө оя ҡора[2]. Нора ҡурсаулығы иң ҙур күсеп йөрөүсе Себер ҡоралайҙарының (5 — 7 меңгә тиклем баш) йәшәү урыны булып тора. Амур юлбарыҫының үтеп инеүе билдәләнгән. Ҡурсаулыҡ майҙанының 54 процентын урман биләй. Урман барлыҡҡа килтереүсе төп төрҙәре — аҡ ҡайын һәм Гмелин ҡарағасы[3].

  1. Норский | ООПТ России. oopt.aari.ru. Дата обращения: 17 апрель 2022. Архивировано 12 май 2022 года.
  2. ООПТ России - Норский заповедник. oopt.info. Дата обращения: 17 апрель 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.
  3. Заповедник «Норский». naturerussia.travel. Дата обращения: 17 апрель 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.