Уссурия ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уссурия ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны40 432 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1934 йыл 
Урынлашыуы
43°40′49″ с. ш. 132°32′44″ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаУссурийск 

leopard-land.ru
Рәсәй
Точка
Уссурия ҡурсаулығы
 Уссурия ҡурсаулығы Викимилектә
Алыҫ Көнсығыш урман бесәйе

Уссури́я ҡурсаулығы[1] — Приморье крайында Рәсәй Тәбиғәт министрлығының дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. «Леопард ере» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы идара итә.

Супутинка ҡурсаулығы 1934 йылдың 7 авгусында СССР Фәндәр академияһы системаһында ойошторола, 1974 йылда Уссурия ҡурсаулығы тип үҙгәртелә. Комаровка йылғаһының исеме 1972 йылда үҙгәртелгәнгә тиклем Супутинка булған. 2021 йылда ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 18 декабрендәге 2467-р ҡарарына ярашлы Мәғариф һәм фән министрлығынан «Леопард ере» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы идаралығына тапшырыла.

Уссурия ҡурсаулығының географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уссурия ҡурсаулығының 40,9%-ы Приморье крайының Уссурийск ҡала округында һәм 59,1%-ы Шкотов районында урынлашҡан[2].

Ҡурсаулыҡ территорияһы Пржевальский тауҙарының көньяҡ армыттарында, Комаровка йылғаһының үрендә урынлашҡан. Уның көнсығышында Артемовка йылғаһының уң ҡушылдыҡтары башлана.

Уссурийскҡа тиклем (кеше йәшәмәгән Комарово-Заповедное ауылынан) яҡынса 46 км (Глуховка аша).

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙары тәпәш. Уларҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 300—400 метрҙан артмай, тик айырым түбәләр генә 600—700 м тиклем күтәрелә. Төп тау тоҡомдары — ҡомташтар, һәүерташтар, һоро кварц порфирҙары, андезит йәки диабаза порфириттары. Төньяҡ өлөшөндә эзбизташтар матур ҡая массивын барлыҡҡа килтерә.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһы уртаса зоналы Амур-Уссурия климат районы составына инә. Көнсығыш Азия муссон климатының үҙенсәлектәре яҡшы сағылыш таба. Һыуыҡ булмаған осорҙоң уртаса оҙайлығы — 105—120 көн, уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 2,5 °C.

Иң һалҡын айҙың (ғинуарҙың) температураһы уртаса −17,9 °C, иң йылыһының (август) 19,7 °C; тупраҡта абсолют минимум — 32 °C, максимумы — 60 °C.

Яуым-төшөм күләме 500 мм-ҙан алып 1200 мм-ға тиклем һәм уртаса 700—800 мм тәшкил итә. Уртаса йыллыҡ дымлылыҡ — 70-80 % (апрель — май айҙарында иң түбәне, июль — август айҙарында иң юғарыһы).

Флораһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡта урман үҫемлектәре өҫтөнлөк итә, урман ҡаплаған майҙанға 40291 гектар, йәғни территорияның 99 проценты тура килә. Урмандары күбеһенсә ылыҫлы-киң япраҡлы.

Ҡурсаулыҡта үҫемлектәрҙең 868 төрө көпшәле, 252 — мүк һымаҡтар, 118 — лишайниктар, 1364 — бәшмәктәр һәм 210 төрө — һыу үҫемлектәре.

«Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы»на индерелгән һирәк төрҙәргә ҡаты артыш, ысын женьшень, ете айырсалы калопанакс, ҡытай принсепияһы, осло тис, инә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тулыһынса: Федеральное государственное бюджетное учреждение науки Государственный природный заповедник «Уссурийский» им. В. Л. Комарова Дальневосточного отделения Российской академии наук
  2. Муниципальная программа Шкотовского муниципального района «Охрана окружающей среды Шкотовского муниципального района» на 2014—2017 годы. shkotovskiy.ru. Дата обращения: 29 февраль 2020. Архивировано 30 ғинуар 2020 года. // Официальный сайт Администрации Шкотовского муниципального района

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уссурийский заповедник / А. Д. Гурьев // Ульяновск — Франкфорт. — М. : Советская энциклопедия, 1977. — С. 121. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 27).
  • Уссурийский заповедник // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  • Уссурийский заповедник — официальный сайт. oopt.info. Дата обращения: 29 февраль 2020.