Даур ҡурсаулығы
Даур ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 45 790 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1987 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Рәсәй Федерацияһының Тәбиғи ресурстары министрлығы |
Урынлашыуы | |
50°03′37″ с. ш. 115°39′06″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Байкал аръяғы крайы |
daurzapoved.com | |
Даур ҡурсаулығы Викимилектә |
«Даурский» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник «Дау́рский») — Көньяҡ-Көнсығыш Байкал аръяғындағы ҡурсаулыҡ, Байкал аръяғы крайының Борзинский һәм Оловяннин райондары территорияһында урынлашҡан.
1987 йылдың 25 декабрендә башлыса ҡош ояларын һаҡлау маҡсатында ойошторола.
Байкал аръяғының көньяҡ-көнсығышында үҙ эсенә дала, күл-дала, дымлы һәм урман ландшафттарын ала. Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны 45 790 га, Барун-Торей һәм Зун-Торей дала күлдәренән һәм айырымланған бер нисә күл, дала участкаһынан тора. Ҡурсаулыҡ участкаларын 163 530 гектар майҙанлы һаҡ зонаһы уратып алған. Участкалары — 9. Ҡурсаулыҡтың үҙәк усадьбаһы Түбәнге Цасучей ауылында урынлашҡан.
ЮНЕСКО-ның «Даурия ланшафты» бөтә донъя мираҫы объекты булып тора, уға Рәсәйҙән тыш, Даурия далаһының монгол өлөшө лә инә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты киҫкен континенталь, һыуыҡ, ҡышын аҙ ҡарлы һәм йәйен эҫе ҡоро, температураның тәүлек әйләнәһенә түбәнәйеүе күҙәтелә.
Вегетация осороноң дауамлылығы 120—150 көн, ҡырау төшөү ихтималлығы июндең беренсе декадаһында ла һаҡлана. Көҙгө һыуыҡтарға бәйле тупраҡта ҡырау августың икенсе яртыһында уҡ төшөүе ихтимал. 2009 йылдың сентябрендә температура −5 °C тиклем түбәнәйә.
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ фаунаһында 4 төргә тиклем балыҡ, 3 төр ер-һыу хайуандары, һөйрәлеүселәрҙең 3 төрө, ҡоштарҙың 315-тән ашыу төрө һәм һөтимәрҙәрҙең 52 төрө бар. Ҡоштарҙың 100-ҙән ашыу төрө төрлө кимәлдәге Ҡыҙыл китаптарға индерелгән.
Бөжәктәрҙән тәңкә ҡанатлылар йәки күбәләктәр нығыраҡ өйрәнелгән; Даур ҡурсаулығында был төркөмдөң 1096 төрө теркәлгән.
Ҡурсаулыҡтың көпшәле үҫемлектәр исемлегендә әлеге ваҡытта 446 төр иҫәпләнә. Ҡурсаулыҡта төбәк Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең 28-ҙән ашыу төрө, ә Рәсәй Ҡыҙыл китабына 3 төрө һаҡлана.
Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары министрлығына буйһона. 1994 йылда «Даур» (Рәсәй), «Монгол Дагуур» (Монголия) һәм «Далай күле» (Ҡытай) ҡурсаулыҡтары базаһында «Даурия» халыҡ-ара ҡурсаулығын булдырыу тураһында хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйыла.
1997 йылдан алып ЮНЕСКО-ның биосфера резерваттары иҫәбенә инә[1].
2017 йылдың 41-се сессияһында ЮНЕСКО Монголия менән берлектәге «Даурия ландшафын» Бөтә донъя мираҫы объекты тип таный[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Центр всемирного наследия передана дополнительная документация к номинации «Ландшафты Даурии» . www.nhpfund.ru. Дата обращения: 13 март 2016. Архивировано 31 июль 2017 года.
- ↑ Комитет ЮНЕСКО внес шесть новых объектов в список Всемирного наследия . ТАСС. Дата обращения: 7 июль 2017. Архивировано 10 июль 2017 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бриних, В. А. Даурский заповедник / В. А. Бриних, Е. Э. Ткаченко, В. Е. Кирилюк [и др.] // Заповедники России. Заповедники Сибири. — М. : Логата, 1999. — Т. I. — С. 210—220.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Даурский заповедник . oopt.info. Дата обращения: 14 февраль 2023.
- Даурский заповедник . ez.chita.ru. Дата обращения: 14 февраль 2023. // Энциклопедия Забайкалья
- Африка в Сибири . Портал «Сибирика». Дата обращения: 14 февраль 2023.