Берингия (милли парк)
«Берингия» милли паркы | |
---|---|
![]() | |
МСОП буйынса категория — II (Милли парк) | |
64°22′00″ с. ш. 173°18′00″ з. д.HGЯO | |
Страна | |
Регион | Чукот автомиялы округы |
Яҡындағы ҡала | Анадырь |
Майҙаны | 1819454 га |
Ойошторолған | 1993 |
Күрергә килеүселәр һаны | |
Идара итеүсе ойошма | Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы |
Сайт | park-beringia.ru |
![]() | |
![]() |
«Берингия» — Рәсәй Федерацияһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт территорияһын үҙ эсенә алған милли парк — федераль дәүләт бюджет учреждениеһы. Чукот автономиялы округының Провидения, Чукот һәм Иультин райондарында урынлашҡан.
Парк 1990 йылдың июнендә СССР президенты Михаил Горбачев һәм АҠШ президенты Джордж Герберт Уокер Буш араһында булған килешеү һөҙөмтәһендә ойошторола. Был килешеү буйынса Беринг боғаҙы тирәһендә совет-америка халыҡ-ара паркты ойоштороу ҡарала[1]. Тәбиғәтте һаҡлау халыҡ-ара союзының Генераль Ассамблеяһы (100-ән ашыу дәүләт вәкилдәре составында) Беринг боғаҙы төбәгенең донъя кимәлен мираҫындағы махсус статусын таный.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1997 йылдың 27 ғинуарындағы Чукот автономиялы округының «О создании на территории Чукотского автономного округа в Провиденском и Чукотском районах природно-этнического парка „Берингия“ (Российская часть)» ҡарарына ярашлы Провидения һәм Чукот райондары биләмәләрендә «Берингия» тәбиғи-этник парк төҙөлә[2]. 20 йыл үткәс парктың территорияһы киңәйтелә һәм 2013 йылдың 17 ғинуарында Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев ҡарарына ярашлы уның статусы күтәрелә һәм «Берингия» милли паркы ойошторола[3]. Был ҡарар буйынса парк Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағына бирелә.
«Берингия» милли паркы федераль дәүләт бюджет учреждениеһының ойошторолоу датаһы тип 2013 йылдың 10 июнендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 947-р һанлы ҡарарын сығарыу тип иҫәпләргә мөмкин. 2013 йылдың авгусында парктың уставы ҡабул ителә һәм учреждение Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағына күсерелә.
Парк составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Парк составына дөйөм майҙаны яҡынса 1,8 миллион гектар булған биш кластер участкаһы керә, шуларҙың өсөһе — Чегитун, Дежнев һәм Мечигмен кластерҙары уртаҡ сиктәргә эйә, ә Колючин кластерына төньяҡтараҡ урынлашҡан Колючин утрауы инә, Провидения кластерына Йөҙйыллыҡ һәм Чукот морондары яр буйында, Нунэанган утрауы индерелгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Рождение идеи создания совместной российско-американской охраняемой территории в районе Берингова пролива
- ↑ Государственное учреждение природно-этнический парк «Берингия» 2016 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Постановление от 17 января 2013 г. № 3 Об учреждении национального парка «Берингия»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Программа «Общее наследие Берингии»
- Государственное учреждение природно-этнический парк «Берингия» 2016 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- Федеральная система ООПТ
- ГУ ПЭП «БЕРИНГИЯ» 2016 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
- Что такое Берингия?
- Программа «Общее наследие Берингии» Информационное заявление на 2013 финансовый год
- История и хроники природного парка Берингия