Эстәлеккә күсергә

Алханай милли паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алханай милли паркы
bxr Алхана
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1382,34 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты15 май 1999 йыл 
Идара итеүсе ойошмаАлханай милли паркы федераль дәүләт учреждениеһы 
Урынлашыуы
50°50′00″ с. ш. 113°25′00″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБайкал аръяғы крайы
РайонДульдургин районы
Яҡындағы ҡалаЧита 

alkhana.ru
Рәсәй
Точка
Алханай милли паркы
 Алханай милли паркы Викимилектә

Алханай милли паркы (рус. Национальный парк «Алханай»), (бүр. Алхана) Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1999 йылдың 15 майындағы 533-сө ҡарары менән Байкал аръяғының тау-тайга ландшафттарын һаҡлау, өйрәнеү һәм рекреацион файҙаланыу, шулай уҡ бүрәт халҡының культ урындарын һаҡлау өсөн ойошторола[1][2].

Байкал аръяғы крайының Дульдурга районы территорияһында урынлашҡан; ә хакимиәте — Дульдурга ауылы, Гагарин урамы, 47-се йортта.

1996 йылда «Байкал аръяғы биотөрлөлөктө һаҡлау үҙәге» фәнни-йәмәғәт ойошмаһы Алханай территорияһын һәм уның армыттарын комплекслы экологик, тәбиғи, тарихи, мәҙәни-рекреацион баһалау буйынса ғилми экспедиция үткәрә, һәм тикшеренеүҙәр ҡурсаулыҡ төҙөү кәрәклеген асыҡлай. Ошо материалдар нигеҙендә Рәсәй урман хужалығы предприятиеларын һәм тәбиғәтте һаҡлау объекттарын проектлау буйынса Рәсәй дәүләт проект-разведка институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Урман хужалығы һәм тәбиғәтте һаҡлау объекттары институты (2003 йылдан ИПРЭК) байтаҡ ҙур майҙанда, шул иҫәптән Иля йылғаһының үрге һәм урта ағымындағы һыу йыйыу бассейны майҙандарында проект-тикшереү эштәре алып бара. Шул уҡ ваҡытта Дыбыкса йылғаһы (Иля йылғаһының ҡушылдығы) буйында алтынды һелтеләү ысулы менән сығарыу планлаштырылыуы асыҡлана, был, һис шикһеҙ, уникаль тәбиғәт һәм уларға бәйле культ комплекстарының торошона кире йоғонто яһар ине.

Алханай милли паркының фәнни темалары[3]
Теманың исеме Эш башлау датаһы Эш тамамлау датаһы
Геоботаник тасуирлама, һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған үҫемлектәрҙе иҫәпкә алыу. Һынау майҙандарында тәбиғи һәм боҙолған тәбиғәт шарттарында үҫемлектәр донъяһы динамикаһын тикшереү. Рекреацион йөктө билдәләү. 2003 дауам ителә
Алханай аршандарының халыҡ һаулығына йоғонтоһон өйрәнеү 2002 2005
Алханай милли паркы территорияһында балсыҡ вулкандарҙы картографиялау һәм анализлау 2002 дауам ителә
Урман экосистемаларының структур һәм функциональ ойошторолоуы, урман мониторингы. 2003 дауам ителә
Алханай милли паркы территорияһының мәҙәни-тарихи-этнографик үҙенсәлектәре 2003 дауам ителә
Алханай милли паркы территорияһының бальнеологик һәм биогеохимик характеристикаларын өйрәнеү 2002 дауам ителә
Туристик маршруттар эшләү 2003 дауам ителә
Алханай милли паркы территорияһының археологик ҡомартҡыларын асыҡлау һәм тасуирлау 2003 дауам ителә
Һыу экосистемаларын структур-функциональ ойоштороу һәм һыу мониторингы. 2002 дауам ителә

Парк сиктәре бассейн принцибы буйынса төҙөлгән һәм Даур, Могойтуй һырттары буйлап, шул иҫәптән Амур йылғаһы бассейнына ҡараған Иля йылғаһының үрге һәм урта ағымы территорияһынан үтә. Ерҙәрҙең тасуирламаһы (мең гектар): 109,6 — урман, 10,3 — ауыл урмандары, 8,9 — көтөүлектәр, 6,8 — һөрөнтө ерҙәр, 2,5 — башҡалар. Алханай яланғас таулығы — парктың үҙәге, тәбиғәт ҡомартҡыһы. Парк тирәләй 0,5 саҡрым киңлектәге һәм дөйөм майҙаны 10,4 мең гектар тәшкил иткән буфер зонаһы төҙөлгән.

Алханайҙың тәбиғәт комплекстары айырым экологик, тарихи һәм эстетик ҡиммәткә эйә. Тәбиғәт ҡурсаулығынан айырмалы рәүештә, милли парк майҙанының ҙур өлөшө ойошҡан килеүселәр өсөн асыҡ. Был айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең бурысы — рекреацион файҙаланыу шарттарында тәбиғәт комплекстарын һаҡлауҙың ғилми алымдарын әҙерләү һәм индереү, экологик тәрбиә биреү һәм халыҡҡа аң-белем таратыу, экологик, танып белеү туризмын үҫтереү. Ошо бурыстарҙы уңышлы хәл итеү өсөн парк түбәндәге төп зоналарға бүленгән: ҡурсаулыҡ, махсус әҙерләнгән туристик маршруттар менән күмәк ял итеү урындары, шулай уҡ фәнни тикшеренеүҙәр алып барылған объекттар йәки участкалар зонаһы.

  • Галданова Г. Р. Доламаистские верования бурят. — Новосибирск, 1986.
  • Михаилов Т. М. Бурятский шаманизм: история, структура и социальная функция. — Новосибирск, 1987.
  • Биологический энциклопедический словарь. — М., 1989.
  • Синица С. М. Алханай — узел геологических памятников природы Забайкалья // Юбилейный сборник научных работ профессоров ЧитГТУ. — Чита, 1999.
  • М. Ц. Итигилова, С. М. Синица, Т. А. Стрижова и др. Алханай: природные и духовные сокровища. — Новосибирск, 2000.
  • Сыртыпова С-Х.Д. Горный массив Алханы — традиционное место поклонения забайкальских бурят в легендах и текстах. — СПб., 2000.
  • Историко-культурный атлас Бурятии. — М., 2001.
  • Ешисамбуев С. М. Алханай — мир Великого блага. — Чита, 2002.
  • Итигилова М. Ц. Далекий отзвук мантр Тибета // Забайкалье: наука, культура и жизнь. — Чита, 2002.
  • Научный туризм в национальном парке Алханай: учебное пособие. — Чита, 2005.
  • Природное наследие // Малая энциклопедия Забайкалья. — Новосибирск: Наука, 2009.
  1. Особо охраняемые природные территории России. Дата обращения: 21 май 2009. Архивировано 1 май 2013 года.
  2. Законодательство Российской Федерации. Дата обращения: 21 май 2009. Архивировано 21 июль 2013 года.
  3. Министерство природных ресурсов и экологии Российской Федерации. Дата обращения: 21 май 2009. Архивировано из оригинала 12 ноябрь 2007 года.