Эстәлеккә күсергә

Джугджур ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Джугджур» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны859 956 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты10 сентябрь 1990 йыл 
Урынлашыуы
57°06′15″ с. ш. 138°15′26″ в. д.HGЯO
РФ субъектыХабаровск крайы

djugdjur.ru
Рәсәй
Точка
«Джугджур» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Джугджур ҡурсаулығы Викимилектә

«Джугджур» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Государственный природный заповедник «Джугджу́рский») — Охот диңгеҙе ярындағы ҡурсаулыҡ, Хабаровск крайының Аяно-Майский районы территорияһында, 1990 йылдың 10 сентябрендә ойошторола.

Дөйөм майҙаны — 859 956 гектар. Шул иҫәптән һыу майҙаны — 53 700 гектар. Буфер зонаһының майҙаны 252 500 гектар тәшкил итә. Ул — Хабаровск крайының алты ҡурсаулығы араһында иң ҙуры.

Өс кластеры бар: «Джугджур», «Яр буйы», «Мальмин утрауҙары». Уларҙың икәүһенең яр буйы һыҙаты бар:

  • Нурки ярымутрауы;
  • Укой мороно;
  • Улькан мороно;
  • Эйкан мороно.

Яр буйы сиге Джуджур ҡурсаулығы ҡултыҡтарына ҡарай:

  • Алдома;
  • Улькан;
  • Болчикан;
  • Фёдора.

Ҡурсаулыҡ территорияһы Яр буйы һыртының көньяҡ өлөшөн һәм Джуджур һыртының үҙәк өлөшөн үҙ эсенә ала.

Үҫемлектәрҙең 480 төрө үҫә, шуларҙың 10-ы эндемик. Көнсығыш битләүҙәрендә — аҡһыл ылыҫлы тау тайгаһы, кедр урманы, һөҙәк көнбайыш битләүҙәрендә Аян шыршыһы урмандары бар.

Ҡурсаулыҡта үҫкән үҫемлектәрҙең алты төрө Рәсәй Ҡыҙыл китабына индерелгән — аян бесәй үләне, кәкүк ситеге, һуғанбашлы калипсо, ҙур япраҡлы бородиния һәм алһыу алтын тамыр[1].

Фаунаһында 211 төр хайуан иҫәпләнә. Һөтимәрҙәрҙең 42 төрө, ҡоштарҙың 166 төрө (шуларҙың 126-һы бында оя ҡора), ярғанаттарҙың 4 төрө бар. Яр буйында диңгеҙ һөтимәрҙәре туплана.

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына диңгеҙ арыҫланы һәм ҡоштарҙың 14 төрө индерелгән: ҡара ҡауҙы, бәләкәй аҡҡош, сәңкелдәк ҡаҙ, клоктун, диңгеҙ бөркөтө, аҡ яурын(лы) сал бөркөт, бөркөт, сапсан, ҡарсыға, кәлмәргән, дикуша, өкө һәм балыҡсы өкө[1].

  1. 1,0 1,1 Красная книга. Сайт заповедника. Дата обращения: 26 февраль 2017. Архивировано из оригинала 27 февраль 2017 года.