Ботчи ҡурсаулығы
Уҡыу көйләүҙәре
(Ботчин ҡурсаулығы битенән йүнәлтелде)
Ботчи ҡурсаулығы | |
---|---|
Файл:Ikha river.jpg | |
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 267 380 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 25 май 1994 йыл |
Урынлашыуы | |
48°08′11″ с. ш. 139°13′16″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
Район | Совет Гаване районы |
заповедник-ботчинский.рф | |
Ботчи дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Ботчинский государственный природный заповедник) — 1994 йылдың 25 майында урындағы шул уҡ исемдәге заказник нигеҙендә ойошторолған.
Ҡурсаулыҡ Хабаровск крайында, Совет Гаване районындағы Ботчи йылғаһы бассейнында урынлашҡан.
Дөйөм майҙаны — 267 380 га. Һаҡ зонаһы майҙаны — 81 000 га.
Ҡурсаулыҡ рельефы таулы, бейеклеге диңгеҙ кимәленән 600 метрҙан алып 1000 метрға тиклем етә.
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ботчи ҡурсаулығы — Амур юлбарыҫының[1][2] даими йәшәү урыны.
Һөтимәрҙәрҙең — 42, ҡоштарҙың — 200, ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең 4, балыҡтарҙың 14 төрө бар. Умыртҡаһыҙ хайуандарҙан тәңкә ҡанатлылар (1100-ҙән ашыу төр) ентекле өйрәнелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Красная книга СССР: Редкие и находящиеся под угрозой исчезновения виды животных и растений. Том 1 / Главная ред. коллегия: А. М. Бородин, А. Г. Банников, В. Е. Соколов и др. — 2-е изд. — М.: Лесная промышленность, 1984. — С. 47—48. — 392 с.
- ↑ Редкие позвоночные животные советского Дальнего Востока и их охрана = Rare Vertebrates of the Soviet Far East and Their Protection / Редактор П. Лер. — Л.: «Наука», 1989. — 240 с. — 6550 экз. — ISBN 5-02-025736-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://заповедник-ботчинский.рф - официальный сайт заповедника
- http://oopt.info/botcha/index.html