Джергин ҡурсаулығы
| «Джергин» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
|---|---|
Амут ҡаҙанһыуы. Баргузин йылғаһы | |
| Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
| Төп мәғлүмәт | |
| Майҙаны | 238 088 га |
| Нигеҙләнгән ваҡыты | 1992 йыл |
| Идара итеүсе ойошма | Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы |
| Урынлашыуы | |
| 55°06′51″ с. ш. 111°27′32″ в. д._type:landmark HGЯO | |
| РФ субъекты | Бүрәт Республикаһы |
| Яҡындағы ҡала | Северобайкальск |
jerginsky.ru | |
Джергин дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Джерги́нский») — Бүрәт Республикаһының Курумкан районындағы ҡурсаулыҡ.
Үҙәк усадьба Майский ауылында, ҡурсаулыҡтың көньяҡ сиктәренән 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баргузин йылғаһы үрендә өс ҙур тау массивы — Баргузин, Икат һәм Көньяҡ-Муй һырттары тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Көньяҡта сик — Сея йылғаһы үҙәне, көнбайышта Баргузиндың һул яры буйлап үтә.
Ҡурсаулыҡтың майҙаны 238 088 гектар тәшкил итә; шуның 894 гектары һыу менән ҡапланған. Уның тирәләй дөйөм майҙаны яҡынса 7,5 миллион гектар тәшкил иткән 2 саҡрымлыҡ һаҡ зонаһы булдырылған. Рельефы таулы һәм барып етеүе ауыр булыуы арҡаһында ҡурсаулыҡ территорияһыны кеше эшмәкәрлеге зыян килтермәгән тиерлек.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты киҫкен континенталь, ҡырыҫ һәм ҡоро булыуы менән характерлана. һыуыҡ булмаған осоро уртаса 83 көн тәшкил итә.
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман бүлкәтендә ҡарағас урмандары өҫтөнлөк итә. Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡта 650-нән ашыу төр көпшәле үҫемлек, 29 төр һирәк һәм эндемик үҫемлек асыҡланған. Умыртҡалыларҙың 201 төрө теркәлгән: балыҡтар — 6 төр, ер-һыу хайуандары — 3, һөйрәлеүселәр — 4, ҡоштар — 145, һөтимәрҙәр — 43. Ҡурсаулыҡта мышы, ҡабарга, изюбрь, ҡабан, себер ҡоралайы, һирәкләп төньяҡ боланы тереклек итә.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баргузин һырты
- Баргузин йылғаһы Амут ҡаҙанһыуында
- Баргузин йылғаһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт заповедника 2020 йыл 25 февраль архивланған.



