Лена тамағы ҡурсаулығы
Лена тамағы ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1 433 000 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 18 декабрь 1985 йыл |
Урынлашыуы | |
73°10′52″ с. ш. 125°18′57″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Саха Республикаһы |
Район | Булун улусы |
ustlensky.ru | |
Лена тамағы ҡурсаулығы Викимилектә |
Лена тамағы ҡурсаулығы (рус. Усть-Ле́нский заповедник)[1] — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Лена йылғаһы дельтаһында һәм Хараула һыртының төньяҡ көнбайыш битләүендә, Саха (Яҡут) Республикаһының Булун районы территорияһында урынлашҡан.
1985 йылдың 18 декабрендә ойошторола. Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны — 1433 000 гектар (14 330 км²). Участкалар һаны — 2. Ҡурсаулыҡ территорияһының ҙур өлөшө (13 000 км², йәғни 91 %) Лена дельтаһына тура килә, ә уның дөйөм майҙанының 9 процентын ғына (1300 км²) Хараула тауҙарының төньяҡ армыттары биләй.
Буфер зонаһының майҙаны 1050 000 000 гектар тәшкил итә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ климаты поляр һәм бик ҡаты. Ҡар япмаһы ятҡан осорҙоң оҙайлығы — 250—270 көн. Уның төньяғында һыуыҡ булмаған осорҙоң уртаса оҙайлығы — 40 көн, көньяҡ өлөшөндә — 45 көн. Уртаса тәүлек температураһы 0°-тан юғары булған йылы осорҙоң оҙайлығы — таулы өлөшөндә — 108 көн һәм диңгеҙ буйында — 97 көн. Йылы миҙгелдә тупраҡ 10 см алып 120 см тәрәнлеккә тиклем иреп өлгөрә.
Географик мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лена йылғаһы, ҡылымыҡтарға бүленеп, 30 меңдән ашыу күл барлыҡҡа килтерә. Ҡурсаулыҡ участкаһының биштән бер өлөшө уларға тура килә; дүрттән бер өлөшөнән ашыуы — ҡултыҡтар һәм ҡылымыҡтар. Был йәһәттән яртылаш һыу ҡурсаулығы булып тора. Лаптевтар диңгеҙе менән сиктәш, Лена уға ҡоя.
Ҡурсаулыҡтың ҡоро ер майҙаны тундра үҫемлектәре, шулай уҡ тундра һаҙлыҡтары менән ҡапланған. Ҡылымыҡ ярҙары тал, күрән үҫә. «Сокол» участкаһында аҫҡы өлөшөндә — тундраның төрлө төрө, диңгеҙ кимәленән 500 метрҙан юғары — яланғас бүлкәт[2].
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡта көпшәле үҫемлектәрҙең 402 төрө, шул иҫәптән Саха Республикаһы өсөн 20 һирәк осрай торған һәм СССР-ҙың һирәк осраусы үҫемлектәр исемлегенә индерелгән 3 төрө бар. Утрауҙың көнбайыш өлөшөндә, яҡынса 72° киңлектә, бейеклеге 6 м ашмаған Каяндер, йәки Даурия ҡарағастары үҫә.
Балыҡтар — 32 төр, амфибия — 1 төр, ҡоштар — 109 төр, һөтимәрҙәр — 33 төр. Ҡоштар араһында — ҡаҙ һымаҡтар, сарлаҡтар, көйөлдөләр; бәләкәй аҡҡош СССР һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына, ә алһыу сарлаҡ СССР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Шул уҡ документтар менән аҡ айыу һәм морждың лаптев төрсәһе (лаптев моржы) һаҡлана[2]. Һуңғы йылдарҙа был һыуҙарҙа XX быуаттың 40-сы йылдарында уҡ юҡ ителгән Лаптев морждарының яр буйҙарына кире ҡайтыу факттары күҙәтелә. Был районда суднолар йөрөшөнөң дөйөм кәмеүе менән бәйле булыуы мөмкин. Ләкин популяцияның торошо борсолоу тыуҙыра[3].
Ҡурсаулыҡтың ихтиофаунаһы бай. Уның һыуҙарында нельма, муксун, чира, күл сабағы, бикре, алабалыҡ, пелядь һәм башҡа ҡиммәтле балыҡтарҙы осратырға мөмкин. Ленала уларҙың һаны күпкә кәмей, ә ҡурсаулыҡта - һөмбаш һымаҡтар һәм аҡ балыҡтарҙың традицион ыуылдырыҡ сәсеү урындары булған һаҡланыусы дельтала - көтөүҙе тергеҙеү өсөн тыныслыҡ һәм мөмкинлектәр бар.
Лена тамағы ҡурсаулығы ҙур резерват булып тора, ул Яҡутстандың киң ҙур киңлектәрендә һәм хатта, күсәр ҡоштарҙы күҙ уңында тотҡанда, уның ситендә һунар балыҡтары, ҡоштары һәм һөтимәрҙәр популяцияһының тотороҡло хәлдә ҡалыуына булышлыҡ итә[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Формальное название: ФГБУ «Государственный природный заповедник „Усть-Ленский“»
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Дежкин В. В. В мире заповедной природы. — М.: Сов. Россия, 1989. — 256 с.: ил. — С. 180—181.
- ↑ История // Государственный природный заповедник «Усть-Ленский» — Официальный сайт . www.lena-delta.ru. Дата обращения: 12 июль 2012. Архивировано из оригинала 12 июль 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. Александров, К. Сторчевой, Ф. Штильмарк. Усть-Ленский — крупнейший заповедник СССР // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 8, 1986. стр. 8—9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт Усть-Ленского государственного природного заповедника
- Усть Ленский . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Музей Усть-Ленского заповедника . www.evgengusev.narod.ru. Дата обращения: 13 сентябрь 2022.