Эстәлеккә күсергә

Командор ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
С. В. Мараков исемендәге Командор дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
Медный утрауы
Медный утрауы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны36 486,79 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты23 апрель 1993 йыл 
Урынлашыуы
54°50′12″ с. ш. 166°32′11″ в. д.HGЯO
РФ субъектыКамчатка крайы
РайонАлеут районы

komandorsky.ru
Рәсәй
Точка
С. В. Мараков исемендәге Командор дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
 Командор ҡурсаулығы Викимилектә

Командор ҡурсаулығы (рус. Командорский заповедник) — Рәсәйҙәге иң ҙур диңгеҙ биосфера ҡурсаулығы[1]. Уның һаҡланыусы һыу майҙаны 3 миллион гектарҙан ашыу тәшкил итә — шул уҡ территорияны, мәҫәлән, Бельгия биләй. Ҡурсаулыҡ Тымыҡ океандың төньяҡ өлөшөндә, Евразия менән Төньяҡ Америка араһында, Командор утрауҙарында һәм уның эргә-тирәһендәге акваторияла урынлашҡан. Һирәк осрай торған үҫемлектәр, шул иҫәптән эндемиктар күп.

Командор ҡурсаулығы 1993 йылдың 23 апрелендә ойошторола. 2010 йылдан С. В. Мараков исемен йөрөтә[2]. Рәсми атамаһы — С. В. Мараков иемендәге «Командор дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы[3][4].

Командор утрауҙарында урынлашҡан, 4 ҙур утрауҙы — Берингты, Медныйҙы, Топорковты һәм Арий Каменды, 60-тан ашыу ваҡ утрауҙы һәм Беринг диңгеҙе һәм Тымыҡ океан акваторияһын үҙ эсенә ала.

Командор утрауҙары — Тымыҡ океандың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан архипелаг. Иң юғары нөктә — Стеллер тауы (755 м). Майҙаны 3 648 679 га (36486,79 км2), шул иҫәптән 3 463 300 га (34633 км2) — диңгеҙ акваторияһы. 2 биләмәһе бар.

Бында ҡыш йомшаҡ, йәй һалҡын. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ осоро уртаса 127—140 көн тәшкил итә.

383 төр үҫемлек һәм 37 көпшәле үҫемлек төрсәһе үҫә. Утрауҙар көнсығыш өлөшөндә 93 төр үҫемлектең һәм ҡурсаулыҡтың көнбайыш өлөшөндә 10 төрҙөң таралыу сиге булып тора.

Ҡурсаулыҡ һыуҙарында 250 төр балыҡ осрай. Шулай уҡ бында диңгеҙ ҡоштары (бөтәһе 213 төр, шул иҫәптән юҡҡа сыҡҡандары) оялай, имеҙеүселәрҙең 25 төрө бар. Диңгеҙ һөтимәрҙәренең тупланған урындар күп[5].

Командор ҡурсаулығы — Рәсәйҙә киттарҙы күҙәтеү йыл әйләнәһенә алып барылған берҙән-бер урын. Бында уларҙың 21 төрө теркәлгән — был донъя популяцияһының 25%-ы[1].

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһында тарихи-мәҙәни мираҫ объекттары, шулай уҡ тәбиғәт ҡомартҡылары урынлашҡан:

  • 1741—1742 йылдарҙа Витус Беринг экспедицияһының туҡталҡаһы, Берингтың ҡәбере.
  • Стеллер аркаһы — базальт ҡая ҡалдыҡтары. Тәбиғәт ҡомартҡыһы. Быға оҡшашы Ҡырымда бар, «диңгеҙ йыланы» тип атала. Ул һүнгән Карадаг янартауы итәгендә диңгеҙҙә.
  • Буян ҡултығы — геологик ландшафт ҡомартҡыһы. Бик күп биҙәү таштары — йәшмә, сердолик, халцедон осрай.
  • Командор ҡултығы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.
  • Арий Камень утрауы — Һөмбаш һымаҡтар ыуылдырыҡ сәскән урын һәм һөтимәрҙәрҙең тупланыу урыны.

Һуңғы дүрт объект, Командор ҡурсаулығында булыу сәбәпле, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын юғалтҡан[6][7].

  1. 1,0 1,1 Командорские острова: самый большой морской заповедник России (вебинар). sport-marafon.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2021. Архивировано 17 декабрь 2021 года.
  2. Командорскому заповеднику присвоено имя Сергея Маракова. Дата обращения: 19 октябрь 2017. Архивировано 19 октябрь 2017 года.
  3. Командорский природный биосферный заповедник имени С. В. Маракова | Заповедники Камчатского края | Особо охраняемые природные территории Камчатского края (заповедники, природные парки, заказники, памятники природы) | География Камчатки | Камчатский край, Петропавловск-Камчатский — краеведческий сайт о Камчатке: история Камчатки, география и этнография Камчатки, литература Камчатки, фотографии Камчатки. www.kamchatsky-krai.ru. Дата обращения: 18 декабрь 2021. Архивировано 6 март 2021 года.
  4. http://komandorsky.ru.PDF. Дата обращения: 18 декабрь 2021. Архивировано 18 декабрь 2021 года.
  5. Командорский. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  6. Остров Арий Камень. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  7. Постановление правительства Камчатского края от 17.09.2018 №378-П | ООПТ России. oopt.aari.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2021. Архивировано 17 декабрь 2021 года.