Байкал ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байкал дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны165 724 га 
Уртаса бейеклеге1450 м
Нигеҙләнгән ваҡыты1969 йыл 
Урынлашыуы
51°20′36″ с. ш. 105°09′27″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБүрәт Республикаһы
Яҡындағы ҡалаБабушкин, Байкальск 

baikalzapovednik.ru
Рәсәй
Точка
Байкал дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы
 Байкал ҡурсаулығы Викимилектә

Байкал дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы (рус. Байка́льский госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник) РСФСР Министрҙар Советының 1969 йылдың 26 сентябрендәге 571-се указы менән Бүрәт АССР-ы Министрҙар Советының 1968 йылдың 31 декабрендәге 461-се ҡарары нигеҙендә булдырыла.

Ҡурсаулыҡ булдырылыр алдынан ғалимдарҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең фекер алышыуы була. 1958 йылдың авгусында Иркутск конференцияһында Байкал күлендә тәбиғәт ҡурсаулығы режимын булдырыу кәрәклеге билдәләнә. Һуңынан ҡурсаулыҡ эше белгестәре төркөмө матбуғатта Байкалда һәм уның бассейнында ҡайһы бер ҡурсаулыҡ биләмәләрен булдырыу кәрәклеге тураһында асыҡ хат менән сығыш яһай. Конференцияла ҡатнашыусылар күл ярының 15 километрлыҡ зонаһын ҡурсаулыҡ тип иғлан итергә тәҡдим итә. 1961 йылда О. К. Гусев һәм А. А. Насимович Байкал күлендә милли парк ойоштороу идеяһын тәҡдим итә[1]. 1965 йылдан алып И. П. Герасимов һәм А. А. Трофимук Байкал күленең бер өлөшөн айырым һыу, ер һәм урман режимлы дәүләт биләмәләре тип таныу кәрәклеге тураһында фекерҙәрен әйтәләр. Әммә ҡурсаулыҡ төҙөүҙә асыҡ ғәмәли маҡсат — таҙа һыу менән юғары технологиялы химик производстволарҙы тәьмин итеү — ҡуйыла. Ә «тәбиғи комплекстар — Байкал бассейнында урынлашҡан ландшафттар, Байкалдың үҙе кеүек үк, Байкал һыуының күләмен һәм үҙенсәлектәрен өҙлөкһөҙ тулыландырыуҙы тәьмин иткән ҡатмарлы һәм нескә системалар булып тора»[2].

Үҙәк усадьбаһы Бүрәт Республикаһының Ҡабан районы Танхой ҡасабаһында урынлашҡан.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһы Хамар-Дабань һыртының үҙәк һыу айырғыс өлөшөн биләй (иң бейек нөктәһе — Сохор тауы (2316 м)). Төньяҡ макробитләүе Байкал күленең көньяҡ яры буйлап Ҡабан районы сиктәрендә урынлашҡан, ә көньяҡ битләүе Джидинский һәм Селенгин райондары биләмәһендә Темник йылғаһының уң яры буйлап үтә.

Төҙөү маҡсаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байкал ҡурсаулығында ru:уснея
Хамар-Дабан, альп туғайҙары

Ҡурсаулыҡ башта комплекслы экосистема проекты булараҡ проектланған һәм әлеге ваҡытта Байкалдың бөтә ярҙарын тиерлек үҙ эсенә алған айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең "сылбыры"нда икенсеһе була. Ҡурсаулыҡ булдырыу СССР экологтарының данлыҡлы Байкал целлюлоза-ҡағыҙ комбинатын төҙөүгә яуап булып хеҙмәт итә. Ҡурсаулыҡтың иң мөһим бурыстарының береһе — тейелмәгән кедр урмандарын һаҡлау.

Майҙаны, 1973 йылдың 20 июнендәге 366-р һанлы РСФСР Министрҙар Советы бойороғона индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, 165 724 гектар тәшкил итә, Кластерҙар һаны — 1.

Буйһонған биләмәләре һәм һаҡ зонаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ 0,5 — 4 саҡрымлыҡ һаҡ зонаһы (дөйөм майҙаны 34 788 гектар тәшкил итә) һыҙаты менән уратып алынған (Бүрәт АССР-ы Министрҙар Советының 1976 йылдың 3 декабрендәге 435-се ҡарары менән булдырылған).

1985 йылда ҡурсаулыҡ ҡарамағына Селенга дельтаһындағы «Кабан» федераль заказнигы биләмәһе (12 100 гектар) тапшырыла.

2011 йылдың 3 мартынан ҡурсаулыҡ юрисдикцияһына Селенга уртатаулығындағы «Алтай» федераль заказнигы (78 373 гектар) биләмәһе тапшырыла.

Конвенциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 йылдан Кабан ҡурсаулығы халыҡ-ара әһәмиәттәге һаҙлыҡлы ерҙәр (Селенга дельтаһы, Рамсар конвенцияһы) исемлегенә индерелә. 1986 йылда ҡурсаулыҡ халыҡ-ара биосфера резерваттары селтәренә индерелгән. 1996 йылдан ҡурсаулыҡ һәм заказник территорияһы «Байкал күле» Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы участкаһы составына инә.

Экологик белем һәм туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡтағы Осиновка йылғаһы

Ҡурсаулыҡ эргәһендә 1971 йылда ойошторолған Тәбиғәт музейы бар. Унда орнитология коллекцияһы (104 экспонат) тулы кимәлдә тәҡдим ителгән[3]. Музей экспозицияһы даими тулыландырыла. 2019 йылдың апрелендә яңы экспонат — кеше арҡаһында һәләк булған нерпаның ҡарасҡыһы ҡуйыла[4].

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә этноҡаласыҡ булдырылған. Шулай уҡ ҡайһы бер экскурсиялар эшләй һәм махсус экологик һуҡмаҡтар йыһазландырылған.

Ҡурсаулыҡтың көньяҡ сиге буйында туристик төркөмдәрҙе йөрөтөү ҡурсаулыҡ тураһындағы законға ярашлы тыйыла.

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡта 1150-нән ашыу ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек төрө үҫә (1921 йылға мәғлүмәттәр буйынса), территорияның яҡынса 70 процентын урман биләй. Уларҙың күбеһе һирәк осрай торған, эндемик һәм реликт төрҙәр. 49 төрө Бүрәт Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2013) һәм 14 төрө Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Һөтимәрҙәрҙең — 52, ҡоштарҙың — 251, Ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең — 6, балыҡтарҙың 12 төрө бар.

Һаҡланыусы хайуан төрҙәре

ҡама, ҡабан, илек, мышы, һоро айыу, кеш, һуйыр, ҡара төйлөгән, ҡыжҡылдаҡ, тундра селе, һағыҙаҡ ыласыны, Алыҫ Көнсығыш баҡаһы, мыйыт, ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, тере бала тыуҙырыусы кеҫәртке.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Снытко В. А., Зуляр Ю. А. Возникновение Байкальского экологического движения // Известия РГО. 2003. Т. 135. Вып. 3. С. 62-66
  2. Снытко В. А., Широкова В. А., Собисевич А. В. Региональные аспекты геосистемного мониторинга в трудах академика И. П. Герасимова // Вестник Воронежского государственного университета. Серия: География. Геоэкология. 2018. № 2. С. 132—139.
  3. Государственный природный биосферный заповедник «Байкальский». Интернет-портал «Культура.ру». Дата обращения: 7 май 2019. Архивировано 7 май 2019 года.
  4. В музее природы Байкальского заповедника Бурятии появился новый экспонат – чучело белька. Информационное агентство «Телеинформ» (06.05.2019). Дата обращения: 7 май 2019. Архивировано 7 май 2019 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Новый заповедник на Байкале // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 2, 1970. стр. 44-45

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]