Эстәлеккә күсергә

Олёкма ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Олёкма дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә Крестях йылғаһы
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә Крестях йылғаһы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны847 102 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты3 ғинуар 1984 йыл 
Урынлашыуы
58°39′22″ с. ш. 122°15′28″ в. д.HGЯO
РФ субъектыСаха Республикаһы

olekmazap.ru
Рәсәй
Точка
Олёкма дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Олёкма ҡурсаулығы Викимилектә

Олёкма ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный запове́дник «Олёкминский») — Лена йылғаһының урта ағымынан көньяҡтараҡ, ҙурлығы буйынса икенсе ҙурлыҡтағы Олекма йылғаһының уң ярында, Саха Республикаһының Олекмин районындағы Алдан яҫы таулығы һәм Лена яны яҫытаулығында урынлашҡан ҡурсаулыҡ[1].

1984 йылда ойошторолған. Дөйөм майҙаны — 847108 гектар, һаҡланыусы зона майҙаны — 78600 гектар[2]. Тайганың ҡурсаулыҡ сигенән 80 саҡрым алыҫлыҡта булыуы, шулай уҡ тораҡ пункттарҙан алыҫ булыуы арҡаһында ҡурсаулыҡ кеше эшмәкәрлегенән зыян күрмәгән.

Ҡурсаулыҡта климат ҡырҡа континенталь. Даими ҡар япмаһы уртаса 18 октябрҙә ята һәм яҡынса 210 көн дауам итә, уртаса бейеклеге 30 — 40 см, көньяҡта — 70 — 80 см. Йәйен эҫе[3]. Ҡурсаулыҡтың төньяҡ өлөшөндәге Лена яны яйлаһында, Туолба һәм Амга үҙәндәрендә һауаның максималь температураһы +37 40 °C, көньяҡ өлөшөндә +33-35 °C етә.

Ҡурсаулыҡ мәңгелек туңлыҡ зонаһында урынлашҡан. Туңған ҡатламдың ҡалынлығы — 100—200 см, температураһы −3 °-4 °C. Йылы осорҙа төньяҡ битләүҙәрҙә — 0,4 метр, көньяҡ битләүҙәрҙә 1,5 — 2,0 м тиклем ирей.

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡтың бөтә территорияһы тиерлек (87,9 %) башлыса ылыҫлы урман менән ҡапланған. Көпшәле үҫемлектәрҙең 650-нән ашыу төрө бар.

Бында һөтимәрҙәрҙең 40-тан ашыу төрө, яҡынса 180 төр ҡош йәшәй, шуларҙың 100-ҙән ашыу төрө ҡурсаулыҡта оя ҡора, һөйрәлеүселәрҙең 2 төрө, ер-һыу хайуандары 3 төр һәм 18 төр балыҡ бар[4].

Ҡурсаулыҡ территорияһында археологик ҡомартҡылар — ҡая сәнғәте урынлашҡан[1].

  1. 1,0 1,1 ООПТ РОССИИ - Олекминский заповедник. oopt.info. Дата обращения: 22 апрель 2022. Архивировано 12 ноябрь 2020 года.
  2. История. olekmazap.ru. Дата обращения: 22 апрель 2022. Архивировано 10 декабрь 2021 года.
  3. ОЛЁКМИНСКИЙ ЗАПОВЕДНИК • Большая российская энциклопедия - электронная версия. bigenc.ru. Дата обращения: 22 апрель 2022. Архивировано 12 февраль 2022 года.
  4. Описание. olekmazap.ru. Дата обращения: 22 апрель 2022. Архивировано 10 декабрь 2021 года.