Сихотэ-Алин ҡурсаулығы
Сихотэ-Алин ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 4016 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 10 февраль 1935 йыл |
Идара итеүсе ойошма | «К.Г.Абрамов исемендәге Сихотэ-Алинский дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы |
Урынлашыуы | |
45°02′ с. ш. 136°20′ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Приморье крайы |
Яҡындағы ҡала | Дальнегорск |
сиалинь.рф | |
Сихотэ-Алин ҡурсаулығы Викимилектә |
«К. Г. Абрамов исемендәге Сихотэ-Алинский дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы (рус. Сихотэ́-Али́нский государственный природный биосферный заповедник имени К. Г. Абрамова) — Приморье крайындағы биосфера ҡурсаулығы. Уны ойоштороуҙың төп маҡсаты булып юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған кеште һаҡлау һәм тергеҙеү тора. Хәҙерге ваҡытта ҡурсаулыҡ Амур юлбарыҫын күҙәтеү өсөн иң уңайлы урын булып тора.
2001 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә «Биологик төрлөлөктө һаҡлау өсөн иң мөһим йәки әһәмиәтле тәбиғи йәшәү мөхитен, шул иҫәптән фән һәм һаҡлау күҙлегенән юғалыу хәүефе янаған дөйөм ҡиммәткә эйә булған төрҙәрҙе үҙ эсенә алған объект» булараҡ индерелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты һәм РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының йылдың 10 февралендәге ҡарары менән ойошторола[1], тәүге майҙаны 1 млн га тәшкил итә. Ҡурсаулыҡ директоры итеп Константин Георгиевич Абрамов тәғәйенләнә, уның ҡатнашлығында ҡурсаулыҡ биләмәһен ағас әҙерләү ойошмаларынан һәм браконьерҙарҙан таҙартыу буйынса ҙур эш башҡарыла, ҡурсаулыҡ сиктәре юридик яҡтан рәсмиләштерелә. 1944 йылда ҡурсаулыҡтың майҙаны 1,8 миллион гектарға тиклем арттырыла. 1951 йылда, СССР-ҙа ҡурсаулыҡтар күпләп ябылған осорҙа, майҙаны 18 тапҡырға — 100 мең гектарға тиклем кәметелә. 1961 йылда ғалимдарҙың юллауы буйынса ҡурсаулыҡ территорияһы 310 мең гектарға тиклем тергеҙелә. Һуңғы йылдарҙа ҡурсаулыҡтың төп майҙаны 397 400 гектар тәшкил итә, дөйөм майҙаны — 401 600 гектар[2]. 2006 йылда ҡурсаулыҡ ойоштороусыларҙың береһе һәм беренсе директоры — Абрамов Константин Георгиевич исеме менән атала[3].
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ Сихотэ-Алинь һыртының көнсығыш һәм үҙәк һыу айырғыс өлөштәрендә, Приморье крайының өс административ районында — Терней, Красноармейский һәм Дальнегорский — урынлашҡан. Майҙаны: 401 600 га, шул иҫәптән айырым участканың — Абрек төбәгенең — 4200 га, диңгеҙ акваторияһы — 2900 га[2].
Ҡурсаулыҡ территорияһы Япония диңгеҙенең ташлы ярҙарынан материкка 93 км-ға һуҙыла, шул иҫәпкә Сихотэ-Алинь тау һыртының көнсығыш һәм көнбайыш армыттары инә. Уның көнбайыш өлөшөндә тау һыртының һәм бөтә ҡурсаулыҡтың иң бейек нөктәһе — Глухоманка тауы (1593 м диңгеҙ кимәленән) урынлашҡан.
Һаҡланыусы хайуандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөтимәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Амур юлбарыҫы
- Горал
- Мышы
- Ала-сыбар болан
- Гималай айыуы
Ҡоштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡара ҡауҙы
- Япон һаралйыны
- Бөркөт
- Ҡая күгәрсене
- Дикуша
- Күк барҡылдаҡ
- Тау ҡурпысығы
- Ҡара торна
- Уссурия тәтелдәүеге
- Ҡара төйлөгән
- Алыҫ Көнсығыш көйөлдөһө
- Балыҡсы өйрәк
- Ҡом һайыҫҡаны
- Ҡаңғылдаҡ аҡҡош
- Мандаринка
- Бүрекле бөркөт
- Аҡ яурын(лы) сал бөркөт (ҡышлай)
- Аҡҡойроҡ бөркөт
- Ыласын
- Һар
- Кәлмәргән
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление ВЦИК и СНК РСФСР от 10.02.1935 об утверждении сети полных заповедников общегосударственного значения
- ↑ 2,0 2,1 Сихотэ-Алинский заповедник - История создания . Дата обращения: 18 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 19 ноябрь 2018 года.
- ↑ Сихотэ-Алинский заповедник переименован . PrimaMedia (25 июль 2006). Дата обращения: 11 декабрь 2019. Архивировано 8 сентябрь 2018 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ветреников В. В. Геологическое строение Сихотэ-Алинского заповедника и Центрального Сихотэ-Алиня.//Тр. Сихотэ-Алинского заповедника,1976, вып. 6. 167 с.
- Волошина И. В. Сихотэ-Алинский заповедник.// Известия ДВО РАН, 1996,N1. С. 79-85.
- Капланов Л. Г. Тигр, изюбрь, лось. М.: МОИП, 1948. 128 с.
- Колесников Б. П. Растительность восточных склонов Среднего Сихотэ-Алиня.//Тр. Сих.-Алин. заповедника,1938, вып. 1. С. 25-207.
- Растительный и животный мир Сихотэ-Алинского заповедника. М.: «Наука», 1982. 304 с.
- Смирнов Е. Н., Подушко М. В., Васильев Н. Г. Сихотэ-Алинский заповедник.// Природа, 1981, N3. С.32-45.
- Суханов В. В., Петропавловский Б. С., Чавтур Н. А. Структура растительных сообществ в Сихотэ-Алинском биосферном заповеднике. Владивосток,1994. 220 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт заповедника
- Информация о заповеднике на сайте ООРТ России . oopt.info. Дата обращения: 10 сентябрь 2022.
- Сихотэ-Алиньский заповедник . www.lichenhouse.narod.ru. Дата обращения: 10 сентябрь 2022. Страничка на лихенологическом сайте Алексея Пчелкина
- Любительский отчёт о посещении заповедника в 2009 году (недоступная ссылка — история).