Псков архитектура мәктәбе ҡорамдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Псков архитектура мәктәбе ҡорамдары
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков өлкәһе
Алыштырған Great Pskov[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 19,32 гектар,
635,6 гектар
Критерий Всемирного наследия (ii)[d]

Псков архитектура мәктәбе ҡорамдары  — ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты, үҙ эсенә Псковтың XII—XVII быуат башындағы сиркәү архитектураһының 10 һәйкәлен ала[1]. 2019 йылдың июлендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетының 43-сө сессияһы ҡарары менән Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[2][3], исемлектә 29-сы (30-сы) Рәсәй объекты (шул иҫәптән 18-се (19-сы) мәҙәни объект) булып тора.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Псков архитектура мәктәбе ҡорамдары» ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә мәҙәни критерий буйынса индерелә (ii)[1], йәғни объект булараҡ, «билдәле бер ваҡыт арауығы йәки билдәле мәҙәни киңлектә архитектура йәки технологияларҙа, монументаль сәнғәттә, ҡала төҙөүҙе планлаштырыуҙа йәки ландшафт булдырыуҙа кешелек ҡиммәттәренең үҙ-ара йоғонтоһон раҫлай»[4]. Уларға түбәндәгесә тасуирлама бирелә[5]:

Церкви, соборы, монастыри, крепостные башни и административные здания составляют группу памятников, расположенных в историческом городе Псков на реке Великая на северо-западе Российской Федерации. Главными особенностями архитектуры этих зданий, созданных псковской школой зодчества, являются кубические объёмы, купола, подъезды и колокольни, наиболее ранние элементы которых датируются XII веком. Церкви и соборы гармонично сочетаются с окружающим их природным ландшафтом посредством садов, заборов и стен. Под влиянием византийских и новгородских традиций псковская школа зодчества достигла пика своего развития в XV—XVI веках и стала одной из самых влиятельных в стране. Она оказывала значительное влияние на формирование архитектурных стилей в России на протяжении пяти столетий.

Исемлеккә индереү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылдан алып, боронғо Псковтың һәйкәлдәрен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙең бер нисә ыштылышы була. Башта «Бөйөк Псков» номинацияһын составында Псковта ғына түгел, Изборскта һәм Выбутала урынлашҡан күп һанлы һәйкәлдәр менән бергә[6]. Шулай уҡ Псков кремле «Рәсәй кремлдәре» сериялы номинацияһы составында тәҡдим ителә[7]; 2012 йылда заявка кире ҡағыла[8].

Яңы «Боронғо Псков һәйкәлдәре» номинацияһы буйынса эш 2015 йылда башлана. Заявкаға ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан 18 объект инә[7]. Әммә 2016 һәм 2017 йылдарҙа Псков заявкалары документация тулы күләмдә тапшырылмағанлыҡтан, кире ҡағыла. 2018 йылда материалдар ҡабат ебәрелә. Был заявка ЮНЕСКО-ның 2019 йылдың июнь-июлендә Баҡыла үткән Бөтә донъя мираҫ комитетының 43-сө сессияһында раҫлана, әммә 18 объекттан исемлеккә 10-ы ғына индерелә[9].

Псков өлкәһе властары киләсәктә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегендә төбәктең һәйкәлдәре һанын арттырырға ниәтләй, бының өсөн реставрация эштәре башҡаррыға һәм билдәле күләмдә аҡса һалырға кәрәк[10][11].

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һүрәттәр Атамаһы Төҙөү ваҡыты
1523-001
Собор Рождества Иоанна Предтечи.JPG
Иванов монастырының Иоанн Предтечи ҡорамы XIII быуат
1523-002
Храм Мирожского монастыря - panoramio.jpg
Спас-Мирож монастыры: Преображенск соборы ансамбле XII быуат
1523-003
Церковь Михаила Архангела в Пскове.jpg
Архангел Михаил сиркәүе ҡыңғыраулығы менән XIV быуат
1523-004
Pskov asv07-2018 various53 Intercession at Prolom.jpg
Проломдан Покров сиркәүе XV—XVI быуаттар
1523-005
Kozmy i demiana s primost'a.JPG
Примостьенан Косьма менән Дамиан сиркәүе, ҡыңғыраулыҡ, ҡапҡа һәм ҡойма ҡалдыҡтары XV—XVII быуат
1523-006
Храм святого Георгия со Взвоза.jpg
Взвоздан Георгий сиркәүе XV быуат
1523-007
Pskov asv07-2018 various29 Epiphany Zapskovie.jpg
Ҡыңғыраулығы менән Богоявление сиркәүе XV быуат
1523-008
Nikola usoh02.JPG
Усоханан Никола сиркәүе XVI быуат
1523-009
Pskov ChurchStBasil Hill5c.jpg
Василий сиркәүе XV быуат
1523-010
Pskov asv07-2018 various18 SnetogorskyM.jpg
Снетогорский монастыры ансамбле: Богородица Раштыуаһы соборы XIV—XVI быуат

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Псков ҡорамдары исемлеге

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 UNESCO World Heritage Centre Churches of the Pskov School of Architecture  (инг.). 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  2. UNESCO World Heritage Centre Six cultural sites added to UNESCO’s World Heritage List  (инг.). 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  3. Памятники древнего Пскова внесены в Список всемирного наследия ЮНЕСКО | Официальный портал государственных органов Псковской области. www.pskov.ru. 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  4. UNESCO World Heritage Centre The Criteria for Selection  (инг.). UNESCO World Heritage Centre. 21 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  5. UNESCO World Heritage Centre Центр всемирного наследия -  (рус.). 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  6. Great Pskov - UNESCO World Heritage Centre. web.archive.org (2019-06-17). 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  7. 7,0 7,1 В рамках проходящей научно-практической конференции обсудили продвижение псковских памятников в Список всемирного наследия ЮНЕСКО | Комитет по охране объектов культурного наследия Псковской области  (рус.). gkn.pskov.ru. 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  8. UNESCO World Heritage Centre 36 COM 8B.35 - Decision  (инг.). UNESCO World Heritage Centre. 21 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  9. Псковские храмы в списке ЮНЕСКО: Какие объекты включены и что об этом говорят эксперты  (рус.). ПАИ Новости Псковской области. 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  10. Областные власти будут работать над увеличением числа псковских памятников в списке ЮНЕСКО  (рус.). ПАИ Новости Псковской области. 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  11. Псков намерен включить в список ЮНЕСКО «вторую волну» объектов  (рус.). ПАИ Новости Псковской области. 20 ноябрь 2019 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]