Болонь ҡурсаулығы
«Болонь» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 103.6 тыс. га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 18 ноябрь 1997 йыл |
Урынлашыуы | |
49°34′07″ с. ш. 135°54′49″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
Районы | Амур районы, Нанай районы |
Яҡындағы ҡала | Амурск |
zapovedamur.ru | |
Болонь ҡурсаулығы Викимилектә |
Болонь ҡурсаулығы (рус. Природный заповедник «Бо́лоньский») 1997 йылдың 18 ноябрендә Хабаровск крайында ойошторола. Ҡурсаулыҡ майҙаны 103,6 мең гектар. Уның төп бурысы — биологик төрлөлөктө һәм һаҡланыусы тәбиғи комплекстарҙы һәм объекттарҙы тәбиғи хәлдә тотоу маҡсатында тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау.
Һыу һәм һирәк осрай торған ҡоштар ҡурсаулыҡ урынлашҡан майҙанда оя ҡора һәм күпләп туплана.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ территорияһы Урта Амур уйһыулығында урынлашҡан, көньяҡ — көньяҡ-көнбайыштан Болонь күленә барып тоташа, Симми һәм Харпи йылғалары араһындағы аралыҡты биләй һәм өлөшләтә халыҡ-ара әһәмиәттәге һаҙлыҡлы ерҙәрҙе биләй. Ҡурсаулыҡта һаҙлыҡтар территорияның 87 процентын алып тора.
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ территорияһының 87 проценты һаҙлыҡлы. Ҡоштарҙың яҡынса 250 төрө бар, уларҙың 160-ҡа яҡын төрө оя ҡора, һирәк осрай торған төрҙәрҙең дөйөм һаны — 35-тән ашыу. Яҙғы һәм көҙгө осош осоронда бында төрлө төрҙәге 0,8 — 1,2 миллионға тиклем ҡош-ҡорт ял итеүгә һәм ашауға туҡтай.
Бөжәктәрҙе өйрәнеү башланған; әлегә ҡурсаулыҡ биләмәһендә 600 төрҙән ашыу тәңкә ҡанатлылар билдәле; башҡа бөжәктәр тулы өйрәнелмәгән.
Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һыу үҫемлектәренең һирәк төрҙәре — Шребер бразенияһы, ирис, һыу сәтләүеге, шулай уҡ төбәктә һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәре үҫә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Водно-болотные угодья международного значения в районе озера Болонь и их сохранение (недоступная ссылка — история).
- Болоньский заповедник на сайте «ООПТ России»
- Распоряжением Минприроды России ФГБУ "Государственный природный заповедник «Болоньский» реорганизован в филиал Федерального государственного бюджетного учреждения «Объединенная дирекция государственных природных заповедников и национальных парков Хабаровского края» — ФГБУ «Заповедное Приамурье».
- Болоньский Природный Заповедник .- Красная Книга России.