Байкал аръяғы милли паркы
Байкал аръяғы милли паркы | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 269 мең га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 12 сентябрь 1986 йыл |
Идара итеүсе ойошма | «Заповедное Подлеморье» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы |
Урынлашыуы | |
53°43′00″ с. ш. 109°13′00″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Бурятия |
Район | Баргузин районы |
Яҡындағы ҡала | Улан-Удэ, Северобайкальск |
zapovednoe-podlemorye.ru | |
Байкал аръяғы милли паркы Викимилектә |
Байкал аръяғы милли паркы (рус. Забайка́льский национа́льный парк) — Бүрәт Республикаһында урынлашҡан дәүләт милли паркы. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында. Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре категорияһына ҡарата талаптарына тулыһынса яуап биргән тәбиғәт биләмәләренең береһе.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байкал аръяғы милли паркы территорияһы Урта Байкал көнсығыш климат өлкәһенә ҡарай. Климаты — континенталь. Ҡышы һалҡын һәм оҙайлы. Йәй йылы, ҡайһы берҙә ҡоро килә. Яр буйы климатына Байкал күле йоғонто яһай.
Ғинуарҙың уртаса температураһы −18-19, июлдә — 12-14 градус. Тауҙарҙа уртаса температура −23-25 градус, ә урыны менән (тау-ара уйпатлыҡтарҙа) −27 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Байкал һыуы иң эҫе ваҡытта ла 14 градустан юғары һирәк йылына. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме яр буйында 350 мм-ҙан алып тауҙарҙа 450 мм-ға тиклем тәшкил итә. Көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш елдәр өҫтөнлөк итә.
Геологияһы һәм рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли парк типик таулы тайга районы сиктәрендә урынлашҡан. Паркта ҙур орографик берәмектәр: Святой Нос ярымутрауы, Баргузин һырты, Чивыркуй муйыны һәм Ушкан утрауҙары айырылып тора.
Парк аша төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә ике тау һырты һуҙылған:
- Баргузин һырты. Ул Баргузин ҡурсаулығынан Бармашёв күленә (парк сигендәге һырттың иң бейек билдәһе — диңгеҙ кимәленән 2376 метр) түбәнәйә;
- Урта һырт. Святой-Нос ярымутрау үҙәгенән төньяҡҡа һәм көньяҡҡа табан түбәнәйә (урта өлөшөндә иң юғары нөктәһе — 1877 м).
Чивыркуй муйыны Святой Нос ярымутрауын Байкал күленең көнсығыш яры менән тоташтыра. Ушканьи утрауҙары Байкал уйпатлығын ике ҡаҙанға — төньяҡ һәм көньяҡҡа бүлгән Академик һырттың түбәләре булып тора.
-
Ушканьи утрауҙары
-
Святой Нос түбәһенән Чивыркуй муйынына һәм Баргузинский ҡултығына күренеш]]
-
Чивыркуй ҡултығы
-
полуостров [[Святой Нос ярымутрауы
Тәбиғәт һәм археологик ҡомартҡылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли парк территорияһында уникаль тәбиғәт объекттары күп. Шуларҙың 17-һе парк булдырғанға тиклем үк тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.
- Ландшафт ҡомартҡылары: Онгокон мороно, Ҙур Бакланий утрауы, Ушкан утрауҙары
- геологик ҡомартҡылар: Кесе Черемшан мәмерйәһе, Йырлаусы ҡомдар, Оло һәм Кесе Кылтыгей утрауҙары, Камешек-Безымянный утрауы
- һыу ҡомартҡылары: Йылан шишмәләре, Кулин һаҙлыҡтары, Нечаевский, Арангатуй күле
- ботаник ҡомартҡылар: Черемшан сауҡалығы.
Парктың тарихи-мәҙәни комплексына тәбиғәт һәм тарихи ҡомартҡылар инә (Монахов, Нижнейзголовская, Зимовейномыская, Шимайская), күп археологик ҡомартҡылар, шул иҫәптән неолит осоро торамалары, беҙҙең эраға тиклем II быуатҡа ҡараған плиталы ҡәберлектәр һәм XIV—XV быуаттарҙағы һуңғы күскенселәр ҡәберҙәре, боронғо һуғарыу системаһы эҙҙәре, бронза һәм иртә тимер быуаттарҙың 35 тораҡ пункты.
-
Яланғас утрау
-
Ҙур Баклан утрауы
-
Аҡ Таш утрауы
-
Ушканьи утрауҙары
Гидрография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Идаралыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың сентябрендә ҡурсаулыҡты үҙгәртеп ҡороу башлана: Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Байкал аръяғы милли паркы һәм Баргузин ҡурсаулығы базаһында «Баргузин ҡурсаулығы һәм Байкал аръяғы милли паркының берләштерелгән идаралығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһын булдырыу тураһында бойороҡ сығара[1].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Великая Россия: Забайкальский национальный парк
- ФГБУ «Забайкальский национальный парк» . Архивировано из оригинала 9 май 2012 года.
- Старый сайт парка . Архивировано из оригинала 14 декабрь 2008 года.
- Федеральная система ООПТ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Природа Байкала». Приказ МПРиЭ о реорганизации Баргузинского заповедника и Забайкальского национального парка. Дата обращения: 17 октябрь 2011. Архивировано 23 сентябрь 2013 года.