Кодар милли паркы
Кодар | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 491 709,9 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 8 февраль 2018 йыл |
Урынлашыуы | |
56°50′ с. ш. 117°32′ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Байкал аръяғы крайы |
npkodar.ru | |
Кодар милли паркы Викимилектә |
Кодар милли паркы (рус. Национальный парк «Кодар») — Байкал аръяғы крайындағы милли парк.
2018 йылдың 8 февралендә Витим һәм Чара йылғалары бассейндарында тау-тайга урмандарының уникаль тәбиғи комплексын, шулай уҡ һирәк осрай торған хайуандарҙың йәшәү мөхитен һаҡлау маҡсатында ойошторола. Милли парк Байкал күленән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 500 км алыҫлыҡта ятҡан Кодар тауҙарында урынлашҡан. 491 709,9 гектар майҙанды биләй[1][2][3].
Кодар ике кластерҙан тора[4]:
- Төньяҡ кластер Кодар һырты буйлап, Витим ҡурсаулығының көнсығыш сиге буйлап үтә;
- Көньяҡ кластеры Чара йылғаһы үҙәненең һыу айырғысында урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты ҡырҡа континенталь, субарктик климатҡа ҡарай[5].
Паркта көпшәле үҫемлектәрҙең 850-гә яҡын төрө бар. Бында ҡарағас, ҡарағай, йәйелеп үҫкән кедр, тарбаҡ һәм Эрман ҡайындары киң таралған. Паркта шулай уҡ һирәк осрай торған үҫемлектәр, мәҫәлән, Байкал аръяғы крайының Ҡыҙыл китабына индерелгән Адамс рододендроны һәм алтынһыу рододендрон үҫә[6].
Кодар милли паркы фаунаһы әлегә тиклем етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән. Әлеге ваҡытта һөтимәрҙәрҙең 45-тән ашыу, ҡоштарҙың 150-нән ашыу, 23 төр балыҡ һәм бөжәктәрҙең 350 төрө теркәлгән[7][8]. Милли парк территорияһында һөтимәрҙәрҙең Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән ике таксоны бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 08.02.2018 № 129 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 2 февраль 2022. Архивировано 2 февраль 2022 года.
- ↑ О создании национального парка «Кодар» (Забайкальский край) . government.ru. Дата обращения: 2 февраль 2022. Архивировано 17 ғинуар 2022 года.
- ↑ Кодар, национальный парк . www.mnr.gov.ru. Дата обращения: 3 февраль 2022. Архивировано 3 февраль 2022 года.
- ↑ Национальный парк «Кодар» создан в Забайкалье . Русское географическое общество (21 февраль 2018). Дата обращения: 2 февраль 2022. Архивировано 2 февраль 2022 года.
- ↑ О национальном парке «Кодар» . npkodar.ru. Дата обращения: 3 февраль 2022. Архивировано 3 февраль 2022 года.
- ↑ Растительность национального парка "Кодар" . npkodar.ru. Дата обращения: 3 февраль 2022. Архивировано 3 февраль 2022 года.
- ↑ Животный мир национального парка "Кодар" . npkodar.ru. Дата обращения: 3 февраль 2022. Архивировано 3 февраль 2022 года.
- ↑ Национальный парк «Кодар» . naturerussia.travel. Дата обращения: 3 февраль 2022. Архивировано 16 декабрь 2021 года.