Түбәнге Кама милли паркы
Түбәнге Кама милли паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 20 апрель 1991 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d][1] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Туҡай районы һәм Алабуға районы |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Кама |
Әһәмиәтле урын | Алабуға |
Майҙан | 265,87 км² |
Рәсми сайт | nkama-park.ru |
Түбәнге Кама милли паркы Викимилектә |
«Түбәнге Кама» милли паркы"' — Рәсәй субъекты Татарстан Республикаһы территорияһында урынлашҡан милли парк. 1991 йылдың 20 апрелендә нигеҙләнгән.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли парк Татарстан, төньяҡ-көнсығышында, Кама һәм уның ҡушылдыҡтары (Туйма, Криуша, Танайка, Шильна) буйында урынлашҡан. Административ йәһәттән парк ерҙәре Татарстандың Алабуға һәм Саллы райондарына ҡарай.
Йәнлектәр донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли паркта имеҙеүселәрҙең 41 төрө: (мышы, ҡоралай, ҡабан, һеләүһен, бурһыҡ, урман һыуһары, тейен, йәтсә, ҡондоҙ, ондатра, ҡама, янут һымаҡ эт, һ.б.), ҡоштарҙың 180 төрө (ҡара төйлөгән, көртлөк ҡарсыға, ҡыр өйрәге, һоро селән, ҙур тумыртҡа, күл аҡсарлағы, һоро ябалаҡ, суҡ турғай), ер-һыу хайуандарының 10 төрө, һөйрәлеүселәрҙең 6 төрө (ҡара йылан, еҙ йылан, һ.б.), балыҡтарҙың 16 төрө (суртан, һаҙан, шырт балыҡ, алабалыҡ, ҡорман, балыҡ, шамбы, йәйен һ.б.), умыртҡаһыҙҙарҙың меңдән артыҡ төрө йәшәй[2]..
Флораһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк өс тәбиғәт климаты киҫешкән сиктә урынлашыуы тәбиғәт-ландшафт комплекстары һәм парк флораһының (бында япраҡлы, ылыҫлы урмандар, болон далалары үҫемлектәре үрсей) күп төрлөлөгөнә шарт тыуҙырған [3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Особо охраняемые природные территории России
- http://www.nkama.my1.ru
- Книга «Места заповедные» о заповедниках Татарстана(сайт ИД Маковского) 2018 йыл 16 апрель архивланған.