Эстәлеккә күсергә

Волга-Кама ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волга-Кама ҡурсаулығы
Категория МСОПкатегория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны10 091,2 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты13 апрель 1960 йыл 
Урынлашыуы
55°18′10″ с. ш. 49°17′10″ в. д.HGЯO
РФ субъектыТатарстан Республикаһы
РайонЗеленодольск районы

vkgz.ru
Рәсәй
Точка
Волга-Кама ҡурсаулығы
 Волга-Кама ҡурсаулығы Викимилектә

Волга-Кама дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы (рус. Волжско-Ка́мский госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник) — Рәсәй территорияһындағы биосфера ҡурсаулығы.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волга-Кама дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы 1960 йылдың 13 апрелендә РСФСР Министрҙар Советының 510-сы ҡарары менән ойошторола. Урта Волга буйының һаҡланып ҡалған боҙолмаған урман һәм урман-дала экосистемаларын һаҡлау маҡсаты ҡуйыла.

Рәсәй Федерацияһының Татарстан Республикаһы Зеленодольск районы биләмәһендә Волга йылғаһының һул ярҙарының киртләстәрендә урынлашҡан. Тәүҙә майҙаны 8 024 гектар була. РФ Хөкүмәтенең 2001 йылдың 9 апрелендәге 277-се ҡарары буйынса уның майҙаны 10 091,2 гектарға тиклем арттырыла.

Ҡурсаулыҡ Саралы һәм Раифа бүлектәренән тора. Был участкалар бер-береһенән 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡындағыһы Ҡазандан көньяҡҡа табан 50 км алыҫлыҡта. Уның икенсе яғында майҙаны 1,3 мең гектар булған Куйбышев һыуһаҡлағысының бер өлөшө, бында Волга, Кама һәм Мишә йылғалары ҡушыла. Татарстан Республикаһы Министрҙар кабинетының 1995 йылдың 21 июнендәге 407-се ҡарарына ярашлы һаҡ зонаһы 15 000 гектар тәшкил итә. Волга-Кама ҡурсаулығы биләмәһе ете ауыл хужалығы предприятиеһының ерҙәре менән сиктәш, улар араһында ҡошсолоҡ фабрикаһы, йәнлекселек хужалығы, йәшелсәселек хужалығы бар.

Ҡурсаулыҡтың ғилми бүлегенең хәҙерге бурыстары: Урта Волга буйының көньяҡ тайгаһы тәбиғәт комплекстарындағы процестарҙың тәбиғи барышын, экзотик ағас тоҡомдарының интродукцияһын, Куйбышев һыуһаҡлағысының һәм ҡурсаулыҡтың тәбиғи комплекстарына башҡа антропоген факторҙарҙың йоғонтоһон өйрәнеү; ҡурсаулыҡтың тәбиғи экосистемаларын һаҡлау һәм тергеҙеү сараларын эшләү.

200-гә яҡын һынау (күҙәтеү) майҙаны, бейеклеген даими күҙәтеү нөктәләре, һыуһаҡлағыс ярҙарының емерелеүен күҙәтеү өсөн 40 даими профиль, йәнлектәрҙе, ҡорҙарҙы һәм һыу ҡоштарын иҫәпкә алыуҙың даими маршруттары һалынған. 1975 йылдан алып метеостанция эшләй.

Ҡурсаулыҡтың ике стационарында йыл һайын Ҡазан, Мәскәү, Донецк, Удмурт, Харьков университеттары, Ҡазан педагогия институты талиптары практика үтә. Бында мәктәп урмансылығы урынлашҡан. Йыл һайын ҡурсаулыҡтың дендрологик баҡсаһына һәм Тәбиғәт музейына 10 меңдән ашыу турист килә.

Уртаса континенталь, температура һәм яуым-төшөм ҡапыл, ҡырҡа үҙгәрергә мөмкин.

Майҙандың 90 % -тан ашыуы урман (ҡарағай, имән, йүкә, ҡайын, уҫаҡ, ерек) менән ҡапланған. 200—300 йәшлек ҡарағай, шыршы, имән ағастары һаҡланған. Һаҙлыҡтар төрлөсә. 844 төр көпшәле үҫемлек, шул иҫәптән 51 төр ағас һәм ҡыуаҡтар бар.

Ике участкалағы урмандар бер-береһенән ныҡ айырыла. Раифа участкаһында ҡарағай өҫтөнлөк итә; йәшел мүкле ҡарағай урмандары киң таралған. Ҡарағай урмандарынан тыш имән, йүкә, шыршы урмандарының бер нисә төрө бар. Раифа участкаһында 570-кә яҡын көпшәле үҫемлек бар, Мүктәртәрҙең 160 төрө асыҡланған[1].

Саралы биләмәһендә икенсел ҡарағай урмандары күберәк, йүкә һәм уҫаҡ үҫә, уларҙы шыршы урмандары алмаштыра. Имән ағастары һәм урмандың башҡа төрҙәре бар. Һирәк осрай торған үләндәр үҫәә. бында 500 төр көпшәле үҫемлек иҫәпләнә[1].

  1. 1,0 1,1 Дежкин В. В. В мире заповедной природы. — М.: Сов. Россия, 1989. — 256 с.: ил. — С. 210—211.
  • Гаранин В. И., Гильмутдинов К. Г., Скокова Н. Н., Хасаншин Б. Д. Волжско-Камский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. Часть 2 / Под общ. ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 96—108. — 304 с. — (Заповедники СССР). — 100 000 экз. — ISBN 5-244-00148-5, ISBN 5-244-00316-X.
  • А. Маринович. Волжско-Камский заповедник // «Охота и охотничье хозяйство», № 6, 1969. стр.12-13