Эстәлеккә күсергә

Пышма буйы ҡарағайлығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Припышмин ҡарағайлығы битенән йүнәлтелде)
Пышма буйы ҡарағайлығы
Координаты: пропущена долгота
Типсмешанный 
Ил
РегионСвердловск өлкәһе
МестонахождениеТугулым ҡала округы/Талицкий ҡала округы 
Рәсәй
Точка
Пышма буйы ҡарағайлығы
Свердловск өлкәһе
Точка
Пышма буйы ҡарағайлығы
Ҡурсаулыҡ зонаһы
Категория МСОП II (Милли парк)
Майҙаны 490,50 км²
Ойошторолған ваҡыты 20 июнь 1993 йыл

nppbor.ru
 Пышма буйы ҡарағайлығы Викимилектә

Пышма буйы ҡарағайлығы (рус. Припышми́нские Боры́) — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Тугулым һәм Талицкий райондары территорияһындағы милли парк[1].

Ойошторолоу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли парк 1993 йылдың 20 июнендә[2] ҡарағай һәм ҡайын урмандарының уникаль тәбиғи комплексын һаҡлау маҡсатында ойошторола[3]. Парктың дөйөм майҙаны 49 050 гектар тәшкил итә[2]. Күпселек территорияны урман ерҙәре биләй (яҡынса 90 %). Ҡалған өлөшөндә һаҙлыҡ, һыуһаҡлағыстар урынлашҡан, майҙандың бик аҙ өлөшөн бесәнлек, һөрөнтө ерҙәр һәм көтөүлектәр биләй[4].

Пышма буйы ҡарағайлығы Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көнбайыш ситендә урынлашҡан[4]. Климаты — континенталь. Яҙ аҙағында һәм көҙ башында ҡырау төшә. Ҡар япмаһы ноябрҙән апрелгә тиклем ята, уның ҡалынлығы ҡайһы берҙә 80 см-ға етә[1].

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡарағай урманының түбәнге ҡаты

Парк территорияһында башлыса тайга үҫемлектәре үҫә. Ҡарағай, шыршы, аҡ шыршы һәм ҡарағастан торған ылыҫлы төрҙәр өҫтөнлөк итә (майҙандың 60 проценттан ашыуы). Ҡарағай урмандары япмаһы аҫтында боҙлоҡтан һуңғы дәүер реликты — киң ябай арса үҫә. Япраҡлы төрҙәрҙән уҫаҡ, ерек, йүкә һәм ҡайын өҫтөнлөк итә. Пышма йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында төрлө үләнле, екәнле туғайҙар һаҡланған. Шулай уҡ һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәре бар, мәҫәлән, һарына, себер ирис, кәкүк ситеге[1][4].

Пышма буйы ҡарағайлығы милли паркы фаунаһының типик вәкилдәре: тейен, аҡҡуян, ондатра, һыуһар, һеләүһен, аҫ, бурһыҡ, бүре, төлкө, енот эте, һоро айыу, ҡоралай, мышы, ҡабан, йылға ҡондоҙо. Ҡоштарҙан ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр күп[1][4].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Припышминские боры // Активный отдых на Урале. wildural.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2010. Архивировано 29 декабрь 2010 года.
  2. 2,0 2,1 ООПТ России — национальный парк Припышминские Боры. oopt.info. Дата обращения: 13 апрель 2012. Архивировано 13 апрель 2012 года.
  3. Припышми́нские Боры́ // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Припышминские Боры. Национальный парк. Дата обращения: 11 март 2012. Архивировано 18 март 2011 года.