Тәбиғәт паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәбиғәт паркы
Рәсем
 Тәбиғәт паркы Викимилектә
Ергаки тәбиғәт паркы

Тәбиғәт паркы (рус. Приро́дный па́рк) — тәбиғи йә мәҙәни ландшафттың һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы; рекреацион (мәҫәлән, ойошҡан туризм), экологик, белем биреү һәм башҡа маҡсаттарҙа ҡулланыла. Ҡурсаулыҡтарҙан, резерваттарҙан һәм башҡа ҡайһы бер һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренән айырмалы рәүештә, тәбиғәт парктарында һаҡлау режим режимы үтә ҡәтғи түгел.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт парктары Рәсәйҙә, Францияла, Германияла, Австрияла, Финляндияла, Индонезияла, Украинала, Эстонияла һәм башҡа бик күп илдәрҙә бар.

Рәсәйҙә тәбиғи парктарҙың хоҡуҡи статусы милли парктар статусына оҡшаш һәм айырмалы яҡтары ла бар.

Милли парктарҙан айырмаһы шунда: тәбиғәт таркының ойошторолоуы һәм структураһы тураһында ҡарарҙарҙы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары ҡабул итә, ә милли парктарға ҡарата был мәсьәләләр федераль закондар менән көйләнә.

Рәсәйҙә тәбиғәт парктары Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡарамағында. Тәбиғи парктар биләмәләре үҙҙәренә мөҙҙәтһеҙ (даими) файҙаланыу өсөн бирелгән ерҙәрҙә, ҡайһы бер осраҡтарҙа башҡа файҙаланыусыларҙың, шулай уҡ милекселәрҙең ерҙәрендә урынлаша[1].

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Смоленск өлкәһендәге Гагарин тәбиғәт паркы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Федеральный закон «Об особо охраняемых природных территориях». Дата обращения: 24 сентябрь 2020. Архивировано из оригинала 26 ноябрь 2020 года.
  2. Природный парк Гагаринский. Уголки Смоленщины. Дата обращения: 4 март 2021. Архивировано 26 декабрь 2019 года.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]