Эстәлеккә күсергә

Коряк ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Коряк» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Коряк ҡурсаулығының Говен ярымутрауындағы участкаһы.
Коряк ҡурсаулығының Говен ярымутрауындағы участкаһы.
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны327 156 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты26 декабрь 1995 йыл 
Урынлашыуы
59°48′28″ с. ш. 166°11′45″ в. д.HGЯO
РФ субъектыКамчатка крайы
РайоныОлютор районы, Пенжина районы

kronoki.ru/ru/kamchatka/…
Рәсәй
Точка
«Коряк» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Коряк ҡурсаулығы Викимилектә

Коряк ҡурсаулығы (рус. Коря́кский запове́дник) — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Камчатканың төньяғында, Камчатка крайының Олютор һәм һәм Пенжина райондары территорияһында урынлашҡан. 2015 йылдан «Кроноцкий дәүләт ҡурсаулығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы идаралығына ҡарай.

Ҡурсаулыҡ Куюл йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан, шул уҡ эргә-тирәләге тауҙарҙы, Говен ярымутрауын һәм уның эргәһендәге акваторияны, Лавров ҡултығын үҙ эсенә ала. Ҡурсаулыҡ майҙаны 327 156 гектар тәшкил итә, шуларҙың 83 000 — Беринг диңгеҙе акваторияһында. Һаҡ зонаһы — 676 062 гектар.

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡтың үҫемлектәре япмаһы Беринг урман тундраһы өсөн хас. Үҫемлектәрҙең 479 төрө бар. Бәшмәктәр, лишайниктар һәм бәшмәккә оҡшаш организмдар — 20 төр иҫәпләнә.

Балыҡтарҙың 204, амфибияларҙың 1, ҡоштарҙың 142 төрө бар.

Коряк ҡурсаулығының һөтимәрҙәр фаунаһына 35 төр инә, шуларҙың 2-һе ситтән килтерелгән: һоро ҡомаҡ һәм йорт сысҡаны.

Говен ярымутрауы буйында диңгеҙ имеҙеүселәренең 6 төрө һаҡлана. Был төбәктәге йылғаларҙың барыһы ла тиерлек һөмбаш балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү урыны.

Этно-экологик үҙәк

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиличик ауылындағы Коряк ҡурсаулығының этно-экологик үҙәге — иҫтәлекле урын, унда Камчатка крайы Олютор районы халҡы һәм ҡунаҡтары килә. Унда төньяҡ үҫемлектәренә һәм хайуандарына, уникаль тәбиғәт объекттарына арналған тематик экскурсиялар үткәрелә. Экспозицияның күпселек өлөшөн диңгеҙ һәм һыу эргәһендә йәшәгән ҡош оялары һындары һәм макеттары биләй. Стендтарҙа ҡурсаулыҡ тураһында мәғлүмәт, ә тәбиғи материалдарҙан булған экспонаттарҙы ҡулға алырға һәм иғтибар менән ҡарарға мөмкин. Бында төньяҡтағы аҙ һанлы халыҡтарҙың мәҙәниәтенә етди иғтибар бирелә.

Экоүҙәктә шулай уҡ Камчатканың уникаль ҡурсаулыҡ тәбиғәте тураһында документаль фильмдар ҡарарға, Кроноцк ҡурсаулығына һәм Көньяҡ Камчатка федераль заказнигына виртуаль турҙар яһарға мөмкин.

  • Нешатаев В. Ю., Нешатаева В. Ю., Якубов В. В., Откидач М. С. Флора и растительность кластера «Полуостров Говена» заповедника «Корякский» // Камчатский филиал Тихоокеанского института географии ДВО РАН Материалы XVIII международной научной конференции «Сохранение биоразнообразия Камчатки и прилегающих морей», посвящённой 70-летию со дня рождения доктора биологических наук П. А. Хоментовского. 2017 : тезисы доклада. — Петропавловск-Камчатский, 2017. — С. 364—368.