Тәбиғәт ҡомартҡыһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәбиғәт ҡомартҡылары битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тәбиғәт ҡомартҡыһы
Рәсем
Commons-logo.svg Тәбиғәт ҡомартҡыһы Викимилектә
Салар-де-Арисаро тоҙ убаһы. (Аргентина).
Азат йылғаһы. Әрмәнстан
Ләлә ағасы. Н. Н. Раевский ултыртҡан булған
Долгая мороно. Краснодар крайы тәбиғәт ҡомартҡыһы

Тәбиғәт ҡомартҡылары — уникаль, тергеҙелә алмаҫ, экологик , фәнни, эстетик һәм мәҙәни йәһәттән айырым ҡиммәткә эйә тәбиғәт комплекстары, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма сығышлы объекттар[1][2][3].

Объекттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Былар иҫәбендә[4]:

  1. Яңғыҙ осраған тәбиғи объекттар (тарихи-мемориаль әһәмиәтле оҙаҡ йәшәгән ағастар, сәйер рәүешле үҫемлектәр, һирәк осраған экзоттар һәм реликт төрҙәр, вулкан, уба, боҙлоҡ, һарыҡташ, шарлауыҡ, гейзер, шишмә, инеш, ҡая, останец, карст, мәмерйә, грот һ. б.)
  2. Ҡоро ер һәм һыу майҙандары өлөштәре:

Башҡа төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ шарлауыҡ, метеорит кратеры, уникаль геологик яланғаслыҡ, мәмерйә йәки, мәҫәлән, һирәк ағас һаҡлана ала. Ҡайһы берҙә тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп ҙур майҙандар — урман, тау һырттары, яр буйҙары һәм үҙәндәр иғлан ителә. Бындай осраҡта уларҙы һаҡлана торған ландшафт тип атайҙар.

Тәбиғәт ҡомартҡылары ботаник, геологик, гидрологик, гидрогеологик, зоологик һәм комплекслы төрҙәргә бүленә.

Тәбиғәт ҡомартҡыларының күп өлөшө тыйыулыҡ, ә үтә ҡиммәтле тәбиғәт объекттары ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. По определению ФЗ «Об особо охраняемых природных территориях» от 15 февраля 1995 г.
  2. Сухарев А. Я., Волосов М. Е., Дадонов В.Н. и др. Памятники природы // Большой юридический словарь / Под ред. Сухарева А.Я. — 3-е изд., доп. и перераб.. — М.: Инфра-М., 2007. — 858 б. — ISBN 978-5-16-002606-0.
  3. Environmental Terminology Discovery Service — EEA. glossary.eea.europa.eu.
  4. Памятники природы России

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]