Ҡылымыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡылымыҡ
Commons-logo.svg Ҡылымыҡ Викимилектә

Ҡылымыҡ, «йылға тармағы» — (рус. проток, протока) — башҡа һыу ағымының бер өлөшө булған, йәиһә башҡа һыу ағымдарын йәки һыу объекттарын тоташтырып торған, йылғаға хас йырҙа комплекстары булмаған һыу ағымы.

Кесе Мейәс күленең ҡылымыҡлы яры

Төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡылымыҡтарҙың ике төрө бар:

  • йылға утрауының бер яғында урынлашҡан йылға йырҙаһының йәки ҡатмарлы йылға каналының башҡа морфологик элементының өлөшө
  • һыу ятҡылыҡтарын: күл йә йылғаны, һирәгерәк йылға менән күлде йәки ике йылғаны тоташтырған ҡыҫҡа ғына һыу ағымы[1].

Атама варианттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ телендә төрлө төбәктәрҙә был күренеште аңлатҡан һүҙҙәр күп:ерик, гирло, воложка (Волга), полой (Төньяҡ Двина), речище (Днепр), стародонье (Дон), пасл (Югра). Корякияла иһә иҫке йылға үҙәндәрен, үле йылғаларҙы култук тип атайҙар. Башҡорт телендәге «ҡултыҡ» — «һыу сығанағының ҡоро ергә инеп торған өлөшө»[2] тигәнде хәтерләтә.

Үҙенсәлекле ҡылымыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә урынлашҡан күлдәргә ифрат бай Силәбе өлкәһендәге байтаҡ күлдәрҙең ҡылымыҡтары бар. Мәҫәлән,Илашты күле ҡылымыҡ аша Һуңкүл менән тоташҡан, Ҡоншаҡ районындағы Ҡарағайкүл ташҡын ваҡытында Ҡайынкүл менән ҡылымыҡ аша тоташа. Оло Мейәс ҡылымыҡ аша Кесе Мейәс менән бәйле.

Ханты-Манси автономиялы округы[3] биләмәләрендә Кесе Кемпаж тип аталған ҡылымыҡ-йылға бар. Кесе Кемпаж йылғаһы ҡылымыҡ тип юҡҡа ғына атамағандар. Ул Кемпаж йылғаһынан ағып сыға ла Ляпин йылғаһына барып ҡоя, йәғни, уларҙы тоташтыра. Кесе Кемпаждың үҙ сиратында Повёл тигән ҡылымығы бар, ул иһә Оло Кемпажға барып ҡоя, йәғни был ике ҡылымыҡ Кемпаж менән Оло Кемпаж йылғаларын тоташтырып торған үҙенсәлекле күренеш.

Башҡа

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Проток // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ГОСТ 19179-73 (№ 167). Дата обращения: 10 июнь 2015. Архивировано 24 июль 2017 года. 2017 йылдың 24 июль көнөндә архивланған.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 699-сы бит
  3. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».