Эстәлеккә күсергә

Оло Ҡарағас (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оло Ҡарағас
урыҫ Большой Карагас
Характеристики
Оҙонлоғо7 км
Киңлеге4 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге881 м
Урынлашыуы
53°47′17″ с. ш. 57°46′15″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашкортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Оло Ҡарағас
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Оло Ҡарағас

Оло ҠарағасКөньяҡ Уралдағы тау һырты. Административ рәүештә Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районына ҡарай.

Һырт көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ -төньяҡ-көнсығышҡа табан 7 километр самаһы һуҙылған. Иң юғары нөктәһе үҙәк өлөштә урынлашҡан һәм уның бейеклеге — 881 метр. Һырттың көнбайыш битләүҙәрендә таш йылғалар бар, ә рельефы яҫы. Битләүҙәре һөҙәк, урман менән ҡапланған[1].

Оло Ҡарағастың көньяҡҡа ҡарай дауамы булып Бәләкәй Ҡарағас һырты һуҙылған һәм ул түбәнәйеү менән айырылып тора. Был түбәнәйеүҙең көнбайышында Ҡараташ тауы тора. Оло Ҡарағастың битләүендә күп йылғалар баш ала. Ишле йылғаның башы көнсығыш битләүҙә урынлашҡан һәм ул төньяҡҡа ҡарай аға. Кесе Кухтурҙың да башы көнсығыш битләүендә урынлашҡан, әммә ул инде көньяҡҡа аға. Ә Ҡараташ тауы янындағы уйһыулыҡта Оло Әүжән йылғаһы баш ала[2].

Тау тоҡомдары: конгломераттар, кварцлы ҡомташтар, алевролиттар һәм башҡалар.

Тау һыртының атамаһы ҡарағас ағасынан барлыҡҡа килгән йәғни бында ҡарағас урмандары күп тигәнде аңлаталыр.

  1. [Урал (энциклопедия) |часть=Большой Карагас|ссылка часть =http://quist.pro/books/ural_02.b.10.php%7Cс=(недоступная ссылка)]
  2. Лист карты N-40-80 Ишля. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.