Орлова Мария Андреевна
Орлова Мария Андреевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 23 ғинуар 1903 |
Тыуған урыны | Костромской район[d], Кострома өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 5 февраль 1984 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Караваево[d], Костромской район[d], Кострома өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Орлова Мария Андреевна (23 ғинуар 1903 йыл — 5 февраль 1984 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Кострома өлкәһе Кострома районының СССР-ҙың Совхоздар министрлығының «Караваево» тоҡомло һөтсөлөк совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Андреевна Орлова 1903 йылдың 23 ғинуарында хәҙерге Кострома өлкәһе Кострома районының Гридино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
1928 йылда ире менән бергәауылға даими йәшәргә караваево ауылына күсенәләр, шунда һауынсы булып урынлаша. 1930 йылда хәҙер «костромская» булараҡ билдәле яңы тоҡом һыйырҙары сығарыла. «Караваево» тоҡомло һөтсөлөк совхозы селекция процесында актив ҡатнаша. Малдар менән эшләүҙә грамоталы ҡараш был яңы тоҡомдан һөт һауып алыу буйынса яңы һөҙөмтәләргә килтерә.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда малсылар көтөү менән эшләүен дауам итә. Яңы тоҡомдо һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. 1944 йылда яңы тоҡом «костромская» булараҡ раҫлана.
1948 йыл йомғаҡтары буйынса һәр һыйырҙан 4561 килограмм һөт һауып алына. 1949 йылда был күрһәткес 5978 килограммға етә[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1950 йылдың 16 октябрендәге Указына ярашлы, ауыл хужалығындағы һәм малсылыҡтағы юғары рекордлы күрһәткестәре өсөн Орлова Мария Андреевнаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы» тапшырыла.
Мария Орлова ауыл хужалығында эшләүен артабан дауам итә.
1984 йылдың 5 февралендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (16.10.1950)
- Ленин ордены (16.10.1950)
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25.08.1948, 12.07.1949)
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мария Андреевна Орлова, (23 января 1903 - 5 февраля 1984 года) — Герой Социалистического Труда, ... Фотострана. Дата обращения: 25 март 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948—1974 гг. — Кострома, 2014.
- Костромское созвездие. Ярославль, 1975
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орлова Мария Андреевна . «Герои страны» сайты.