Эстәлеккә күсергә

Орхан Памуҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орхан Памук
Тыуған көнө:

7 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Стамбул, Төркиә

Йүнәлеше:

постмодерн

Премиялары:

Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы (2006)

Фәри́т Орха́н Паму́ҡ (төр. Ferit Orhan Pamuk; 7 июнь 1952 йыл, Истанбул, Төркиә) — төрөк яҙыусыһы, сығышы менән черкес. Бер нисә милли һәм халыҡ-ара бүләктәр лауреаты, шул иҫәптән Әҙәбиәт буйынса Нобель бүләге (2006). Төркиә Йөмһүриәтендә генә түгел, ә бөтә донъяла танылған яҙыусы, әҫәрҙәре илленән ашыу телгә тәржемә ителгән.

Иң ҙур әҫәре — ғаилә хикәйәһе «Йәүҙәт бәй һәм улдары». Унда Истанбул ғаиләһенең бер нисә быуын тураһында һөйләнә.

Яҙыусының ижадының төп темалары — Мәғриб (көнбайыш) һәм Шәреҡ (көнсығыш), Ислам һәм Христиан дине, ғәҙәт-ғөрөф һәм замансалыҡ араһында ҡаршылыҡтары. Мәҫәлән, Хәҙерге Төркиәләге Исламсылыҡ һәм Мәғрибселек (Көнбайышсылыҡ) араһында ҡаршылыҡ — 2002 йылда сыҡҡан «Ҡар» китабының төп темаһы булып тора.

Памуҡтың китаптарындағы бөтә ваҡиғалар тиерлек Истанбулда үтә. 2003 йылда сыҡҡан «Истанбул: Хәтирәләр һәм Ҡала» китабы — бер береһе менән бәйле хикәйәләр йыйынтығы була һәм Истанбул тураһындағы хикәйәләү менән үҙхикәйәләүсе (автобиографик) көйҙәрҙе бәйләнәштерә.

Һуңғы сыҡҡан «Ғәйепһеҙлек музейы» китабы үткәндәрҙе сағылдырыусы әйберҙәргә бағышлана. Памуҡ әйтмешләй, ул, китабында һымаҡ, иҫке һәм боронғо әйберҙәр музейы өсөн йыйынтыҡ төҙөй.

Әлеге заманда Орхан Памуҡ үҙенең яңы «Пейзаждың өлөштәре» китабы өҫтөндә эшләй.

  • Cevdet Bey ve Oğulları («Йәүҙәт бәй һәм улдары» (1979 йыл)
  • Sessiz Ev («Тауышһыҙ өй» (1983 йыл)
  • Beyaz Kale («Аҡ ҡәлғә» (1985 йыл)
  • Kara Kitap («Ҡара китап» (1990 йыл)
  • Yeni Hayat («Яңы тормош» (1994 йыл)
  • Benim adım Kırmızı («Минең исемем Ҡыҙыл» (1998 йыл)
  • Öteki Renkler («Бүтән төҫтәр» (1999 йыл)
  • Kar («Ҡар» (2002 йыл)
  • İstanbul: Hatıralar ve Şehir («Истанбул. Хәтирәләр һәм Ҡала» (2003 йыл)
  • Masumiyet Müzesi («Ғәйепһеҙлек Музейе» (2008 йыл)