Эстәлеккә күсергә

Орёл дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орёл дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 23 июнь 1919[1] һәм 1931[2]
Рәсем
Ректор Александр Федотов[d]
Дәүләт  Рәсәй[3]
Административ-территориаль берәмек Орёл
Урын Орёл
Уҡыусылар һаны 18 200
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][4]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Орёл, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Рәсми сайт univ-orel.ru
int.oreluniver.ru/en/
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Орловского государственного университета[d]
Карта
 Орёл дәүләт университеты Викимилектә

И. С. Тургенев исемендәге Орёл дәүләт университеты (ОДУ) — Орел өлкәһе һәм Орел ҡалаһының юғары уҡыу йорто. Төбәктең терәк университеттарының береһе[5][6].

1931 йылдың 5 авгусында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы Орелда индустриаль-педагогия институты ойошторорға ҡуша, шул уҡ йылдың 8 ноябрендә уҡыу йорто тантаналы асыла.

Вуздың дүрт факультетында (физика-техник — 34, химия — биология — 34, әҙәбиәт-ижтимағи — 23, политехник — 30) 121 студент уҡый башлай. Уларға 11 уҡытыусы белем бирә. Институттың уҡыу корпусы Покровская урамы, 34 (хәҙер — Салтыков-Щедрин) адресы буйынса урынлаша[7].

Йыл дауамында юғары уҡыу йорто «индустриаль-педагогик» була, ә 1932 йылда «педагогик» ҡына була башлай[7].

1932 йылда политехник факультет йәшәүҙән туҡтай, әҙәби-тарихи ижтимағи факультет тарих факультетына үҙгәртелә, физика-техник — физика-математик, химик-биологик — тәбиғи фәндәр факультетына үҙгәрә. Шул уҡ йылда педагогия институтында рабфак, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре менән ике — физика-математика һәм әҙәби — факультет асыла[7].

1933 йылдың ғинуарында Орел педагогия институты Белгород педагогия институты менән берләштерелә[7].

Ҡушылыу һөҙөмтәһендә Орел институтында студенттар һаны 314 булып китә, уҡытыусылар — 50, дүрт кафедра ойошторола[7].

1934 йылда институт ике — ете йыллыҡ мәктәптәргә уҡытыусылар әҙерләү һәм урта мәктәптәр өсөн уҡытыусылар әҙерләгән педагогия — юғары уҡыу йортона бүленә. Уҡытыусылар институтында уҡыу ике йыл була, ә педагогия институтында — дүрт. Тарих факультеты 1934 йылда Курскиға күсерелә[7].

1935 йылдың июнендә педагогия институты тәүге 45 студентын сығара, уҡытыусылар институтын 112 студент тамамлай[7].

1936 йылдың 26 октябрендә институт үҙенең 5 йыллығын билдәләй. Был ваҡытта көндөҙгө бүлектә — 420, ситтән тороп — 580, экстернатта 500-ҙән артыҡ студент уҡый. Рабфакта 374 тыңлаусы шөғөлләнә. Пединститут ҡарамағындағы өлгөлө мәктәптә 96 бала уҡый. Иинституттың 15 лабораторияһы була[8].

1940 йылдың мартында педагогия институтында — география, уҡытыусылар институтында урыҫ теле һәм әҙәбиәте бүлегендә, ике йыллыҡ сит телдәр курстары асыла. һуғыш алдынан институтта 13 кафедра эшләй, уҡытыу 11 һөнәр буйынса алып барыла[8].

1941 йылдың 22 июнендәге Бөйөк ватан һуғышы башланғанда институтта 1918 студенттары уҡый. Яҡынса 116 уҡытыусы, хеҙмәткәрҙәре һәм студент менән фронтҡа китә. Күптәре орден-миҙалдар менән бүләкләнә[8].

1941 йылдың 23 авгусында РСФСР Халыҡ Комиссариаты ҡарары менән Орел ҡалаһынан педагогия институты Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһына эвакуациялана[9].

1941 йылдың 12 сентябрендә педагогия институты коллективы Бөрөгә килә. Бында, Бөрө уҡытыусылар техникумы базаһында Орел педагогия институтының структураһын һаҡлаған Бөрө педагогия институты ойошторола. 1941 йылдың сентябрь аҙағында Бөрө педагогия институтында уҡыуҙар башлана[9].

1943 йылдың 20 ноябрендә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы Орел педагогия институтын Елец ҡалаһына реэвакуациялау тураһында бойороҡ бирә, унда уҡыу ноябрь аҙағында башлана. 1944/45 уҡыу йылының тәүге яртыһында уҡытыу өс сменала алып барыла, икенсеһендә — ике ярым смена эшләй[9].

Һуғышы йылдарында педагогия институтын 63 кеше тамамлай, уҡытыусылар институтын — 235 (Бөрө ҡалһындағы сығарылыштарҙы ла индереп). 1945 йылда институтта 58уҡытыусы, 20 хеҙмәткәр эшләй, 448 студент уҡый . 1945 йылда институт китапханаһында 2746 кита, шул иҫәптән 1285 дәреслек була[10].

1950 йылдың сентябрендә инглиз һәм француз телдәре бүлеге булған сит телдәр факультеты асыла (һәр ҡайһыһында 30-ар кеше)[10].

1944—1957 йылдарҙа институттың уҡыу корпусы Мәскәү урамы, 29 адресы буйынса урынлаша. 1957 йылдың июлендә Комсомол урамы, 95 адресы буйынса яңы бина сафҡа инә[11].

1950 йылда Тәбиғи фәндәр факультетында — география, физика-математика һәм рус теле һәм әҙәбиәте факультеттарында киске бүлек асыла[11].

1952 йылда Уҡытыусылар институты ябыла, Педагогия институтына ҡабул итеү арта. Стационарҙа 2177 студент уҡый, 88 уҡытыусы эшләй, уларҙың 29-ы ғилми дәрәжәгә һәм маҡтаулы исемгә эйә була[11].

1956 йылда юғары педагогик уҡыу йорттары 5 йылылҡ уҡытыуға күсә[11].

1957 йылда булған физика-математика (математика менән физика-техник бүлектәре менән), тәбиғи һәм ауыл хужалығы, тарих-филология, сит телдәр (инглиз һәм француз теле бүлеге менән) факультеттарына башланғыс синыфтар факультеты өҫтәлә, 1959 йылда — художество-графика, 1960 йылда мәктәпкәсә тәрбиә факультеты асыла.

1962 йылда йәмәғәт профессиялар ыфакультеты эшләй башлай, 1999 йылда ул эстетик белем биреү факультеты тип үҙгәртелә[12].

1965 йыл һуңында өлкә етәкселеге Орел ОТФ-һын Бөтә Союз Машиналар эшләү ситтән тороп уҡыу институты (ВЗМИ) филиалына әйләндерергә тырыша. 1966 йылдың 6 июнендә РСФСР мәғариф министрының бойороғона ярашлы, факультет ВЗМИ-ның Орел филиалына әйләндерелә[13].

1966 йылдан тарих-филология факультетының милли бүлегендә Урта Азия республикаларынан студенттар — буласаҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары уҡый башлай[12].

1972 йылда СССР Юғары уҡыу йорттары министрлығы һәм СССР Мәғариф минитсрлығы Орел дәүләт педагогия институтында И. С. Тургенев исемендәге исемле стипендия булдыра [14].

1980 йылда юғары уҡыу йорто Рәсәйҙә сит ил студенттарын уҡытыу буйынса алдынғы була. Унда барлығы 38 илдән һәм ҡитғанан студенттар уҡый[15].

1988 −1992 йылдарҙа Тыныслыҡ марштары үткәрелә. Унда Орел, Курск, Белгород, Вологда, Вильнюс студенттары ҡатнаша[16].

1996 йылда ОДПУ классик университет статусын ала. Был уның ғилми һәм матди базаһын артыуы һөҙөмтәһендә мөмкин була[17][18].

2014 йылдың 18 авгусында Орел дәүләт университетына И. С. Тургенев исеме бирелә[19].

Университет факультеттарының береһе, тарих факультеты — Орел ирҙәр гимназияһының элекке бинаһында урынлашҡан. Бина ҡала архитектура ҡомартҡыларының береһе рус классицизмы дәүерең беренсе архитектура һәйкәле булып тора[20].

Терәк университеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
О. В. ПилипенкоБелорус дәүләт университеты ректоры С. В. Абламенко менән осрашыуҙа

ОДУ менән ПДУ-ны (ГУ-УНПК) берләштереү тураһындағы бойороҡҡа 2015 йылдың 28 октябрендә ҡул ҡуйыла. Үҙгәртеп ҡороу, документҡа ярашлы, ПДУ-ны ОДУ-ның структура подразделениеһы итеп ҡушыу формаһында үтә. И. С. Тургенев исемендәге ОДУ ректоры итеп 2015 йылдың 4 ноябрендә Ольга Васильевна Пилипенко тәғәйенләнә.

ректорторҙары
  • 1949—1954 йылдар — С. И Ефремов[21].
  • 1954—1978 йылдар — Г. М. Михалев[21].
  • 1989—1992 йылдар — С. А. Пискунов[21].
  • 1992—2013 йылдар — С. Ф. Авдеев[21].
  • 1994—2013 йылдар — В. А. Голенков.
  • 2014—2015 йылдар — ректор вазифаһын башҡарыусы В. Ф. Ницевич.
  • 2015 йыл — ректор вазифаһын башҡарыусы О. В. Пилипенко.
  • 2017—2019 йылдар — ректор. О. В. Пилипенко.
  • 2019 йылдан әлеге көнгә тиклем — ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. А. Федотов
И. С. Тургенев исемендәге ДОУ-ның 12-се корпусы
И. С. Тургенев исемендәге ОДУ китапханаһы
И. С. Тургенев исемендәге ОДУ-ның төп корпусы
  • Вузға тиклем әҙерлек һәм һөнәри йүнәлеш факультеты
  • Тарих факультеты
  • Философия факультеты
  • Социаль факультет
  • Технология, эшҡыуарлыҡ һәм сервис факультеты
  • Физика-математика факультеты
  • Художество-графика факультеты
  • Сит ил студенттарын әҙерләү факультеты
  • Физик культура һәм спорт академияһы факультеты
  • Квалификация күтәреү һәм бизнес-белем биреү факультеты
  • Архитектура-төҙөлөш институты
  • Юридик институт
  • Н. Н. Поликарповисемендәге политехник институт
  • Приборҙар эшләү, автоматлаштырыу һәм мәғлүмәт технологиялары институты
  • Иҡтисад һәм идара итеү институты
  • Ситтән тороп һәм көндөҙгө бүлек-ситтән тороп белем алыу институты
  • Медицина институты
  • Филология институты
  • Педагогика һәм психология институты
  • Сит телдәр институты
  • Тәбиғи фәндәр һәм биотехнологияларинституты
  • Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты
  • Карачев филиалы (директоры А. Г. Черных)[22]
  • Мценск филиалы (директоры Е. В. Жарких)[23]
  • Ливенск филиалы (директоры Е. Н. Бологов)[24]

Диссернет селтәр проекты мәғлүмәттәре буйынса, ОДУ-ла (2016 йылда ҡушылған Приокск дәүләт университетын да иҫәпкә алып (дәүләт университеты — уҡытыу-ғилми производство комплексы)) 85 осраҡта диссертация яҡлауҙа академиу һәм фәнни этика боҙолоуы (плагиат)[25] асыҡлана. Бындай дисеертациялар университеттың ике уҡытыусыһында — «Иҡтисад һәм менеджмент» кафедраһы мөдире С. А. Измалковала[26] һәм «Дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы теорияһы» кафедра?ы доценты Е. К. Золотухинала табыла[27].

2017 йылдың йәйендә Орел университеты иҡтисад факультетынан немец студенты Йорн Хезены законһыҙ уҡыуҙан сығарыуға бәйле ғауға уртаһында була. Быға тиклем Потсдам университетында һәм Лозаннала Ҡунаҡхана бизнесы мәктәбендә белем алған Йорн Хезе, Орел университетына артабан Рәсәйҙә йәшәргә ҡалыу ниәтенән инә. Беренсе көнләе үк белем бире- кимәле, ойоштороу эштәре һәм вуздағы белем биреүҙең дөйөм шарттары менән ҡәнәғт булмаған Хезе хәл-торошто яҡшыртырға тырша, шул иҫәптән туранан-тура Мәғариф минитсрлығына мөрәжәғәт итә һәм был уҡыу йорто хакимиәтендә аңлау тапмай. Йыл ярым уҡығандан һуң студент документтарын ваҡытында тултырмаған тиггән формаль сәбәп һөҙөмтәһендә визаһынан мәхрүм ителә. Хезе уҡыу йортон судҡа бирә һәм сцд уны уҡыуҙан сығарыуҙы законһыҙ тип таба һәм администарцияға 20 мең һум компенсация түләүҙе йөкмәтә[28][29].

  1. Страницы истории университетаОрел дәүләт университеты, 2019.
  2. http://web.archive.org/web/20191005072046/http://oreluniver.ru:80/sveden/common
  3. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  4. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  5. Список опорных вузов в России пополнили 22 региональных университета, Интерфакс (18 апрель 2017). 7 апрель 2018 тикшерелгән.
  6. Анна Макеева Вызов для вузов // Коммерсантъ. — 2017. — ISSN 1563-6380.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011
  8. 8,0 8,1 8,2 Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 10
  9. 9,0 9,1 9,2 Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 11
  10. 10,0 10,1 Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 12
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 13
  12. 12,0 12,1 Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 15
  13. Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 14
  14. Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 20
  15. Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 22
  16. Орловский государственный университет. 1931-2011, 2011, с. 23
  17. Веркеенко, 2001
  18. Веркеенко, Минаков, Чапкевич, 2002
  19. Аронов, 2014
  20. Здание орловской мужской гимназии. ruschudo.ru (2009). Дата обращения: 26 октябрь 2011. 2012 йыл 14 сентябрь архивланған.
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 Воробьёв, 2008, с. 51
  22. Неделя без турникетов, Комсомольская правда (27 апрель 2016). 7 апрель 2018 тикшерелгән.
  23. Орловские пенсионеры продолжают осваивать компьютер. Пенсионный фонд Российской Федерации (3 апрель 2015). Дата обращения: 7 апрель 2018.
  24. Компьютер становится ближе ливенским пенсионерам. Пенсионный фонд Российской Федерации (26 ноябрь 2014). Дата обращения: 7 апрель 2018.
  25. Орловский государственный университет им. И.С. Тургенева. Дата обращения: 7 апрель 2018.
  26. Измалкова Светлана Александровна. Дата обращения: 7 апрель 2018.
  27. Золотухина Екатерина Керимовна. Дата обращения: 7 апрель 2018.
  28. «Я слышал, что оценки можно купить за деньги». Дата обращения: 27 декабрь 2017.
  29. Студент из Германии Йорн Хезе об Орловском госуниверситете: Я был в шоке от страха, который я увидел в вузе. Дата обращения: 7 апрель 2018.
  • Аронов Д. В. Из прошлого в будущее: Очерки истории Госуниверситета – УНПК. 1954-2014: Монография / Под общ.ред. д-р. тех.наук, проф. О. В. Пилипенко. — Орёл: Издательский Дом «Орлик», 2014. — 128 с.
  • Веркеенко Г. П. Как все это было (некоторые страницы истории университета) // Юбилейный научный сборник в честь семидесятилетия Орловского государственного университета. — Орёл, 2001. — С. 8—15.
  • Веркеенко Г. П., Минаков С. Т., Чапкевич Е. И. Первый вуз на Орловщине : Орловскому государственному университету-70 лет // Образование и общество. — 2002. — № 6. — С. 10—14.
  • Орловский государственный педагогический институт (университет) 1931—2007 гг.: путеводитель по музейной экспозиции [г. Орел, пер. Воскресенский, 5] / науч. ред. В. Я. Воробьёва. — Орёл: Изд-во ОГУ, 2008. — 61 с. — 100 экз. — ISBN 978-5-9929-0032-3.
  • Орловский государственный университет. Факультет естественных наук: 2006 год — год 75-летия Орловского государственного университета / Е. Н. Демьянков, Т. И. Пузина, А. М. Сараева и др.. — Орёл: Ред.-издат. отдел ГОУ ВПО "ОГУ": Картуш, 2006. — 48 с. — 500 экз.
  • Орловский государственный университет. 1931-2011. — Орёл: Модуль-К, 2011. — 276 с.