Эстәлеккә күсергә

Отрада ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Отрада ауыл Советы битенән йүнәлтелде)
Отрада ауыл Советы
БайраҡГерб
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Яңы Отрада[1]
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ районы
Халыҡ һаны 9907 кеше (1 ғинуар 2018)[2],
3183 кеше (2002)[3],
4519 кеше (2009)[3],
5585 кеше (2010)[4],
6117 кеше (2012)[5],
6802 кеше (2013)[6],
7240 кеше (2014)[7],
7787 кеше (2015)[8],
8238 кеше (2016)[9],
9028 кеше (2017)[10]

Отрада ауыл СоветыРәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының административ-территориаль һәм муниципаль берәмеге.

Административ үҙәк — Яңы Отрада ауылы.

СССР

Хәҙерге Отрада ауыл Советы, халыҡты хеҙмәтләндереүҙе һәм хужалыҡ-мәҙәни төҙөлөшкә етәкселек итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында 1924 йылда депутаттар һәм хеҙмәтсәндәрҙең Яңы Ивановка (Яңыивановка) ауыл Советы булараҡ барлыҡҡа килә һәм Стәрлетамаҡ район хакимиәтенә буйһона[11].

1930-сы йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Яңы Ивановка ауыл Советы территорияһында «Смычка» (Михайловка ауылы), Ленин исемендәге (Отрада), «Биш йыллыҡ өсөн» (Белоусов ҡасабаһы), «Маяҡ» (Яңы Ивановка), «Ашҡаҙар» (Ашҡаҙар ауылы), «Байраҡ» (Байраҡ ауылы), «Новое Русло» (Новое Русло ауылы) колхоздары ойошторола[11].

1942 йылда «Биш йыллыҡ өсөн» колхозы Ленин исемендәге колхозға ҡушыла, ә 1948 йылда Белоусов бригадаһы «Смычка» колхозына тапшырыла[11].

1950-се йылдарҙа «Байраҡ» колхозы «Новое Русло» колхозына, ә Ленин исемендәге колхоз «Смычка» колхозына ҡушыла[11].

1951 йылда «Ашҡаҙар», «Маяҡ», «Новое Русло», «Смычка» колхоздары Маленков исемендәге бер колхозға берләшә. Яңы Ивановка ауылы колхоздың үҙәге була.[11].

1957 йылда колхозсыларҙың дөйөм йыйылышы ҡарары менән Маленков исемендәге колхозға «Россия» исемен ҡушалар. Был хужалыҡ иген игеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Бойҙай, һоло, арыш, тары, ҡара бойҙай, картуф, көнбағыш, кукуруз үҫтерәләр, һөтсөлөк фермаһы эшләй[11].

70-се йылдарҙа «Россия» колхозы территорияһында Отрада, Ашҡаҙар, Новое Русло, Яңы Ивановка, Байраҡ тораҡ пункттары була. Ике эшсе бригадаһы эшләй. Уларҙың үҙәктәре Яңы Ивановка һәм Байраҡ ауылдарында урынлаша[11].

БАССР Ауыл хужалығы министрлығының 1981 йылдың 4 ғинуарындағы 4/1 һанлы "Баштрестың «Скоткорм» «Мариинский» совхозын нығытыу тураһындағы" приказы һәм «Россия» колхозы колхозсыларының 1980 йылдың 20 октябрендәге дөйөм йыйылышы ҡарары нигеҙендә «Россия» колхозы «Мариинский» совхозы составына индерелә[11].

Совхоз йәш малдарҙы һимертеү менән шөғөлләнә, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ғафури, Ишембай райондарын хеҙмәтләндерә. Эшләүселәр һаны 550 кешегә етә. Отрада ауылы совхоз үҙәге була[11].


СССР тарҡалғандан һуң.

Стәрлетамаҡ район Советы Президиумының 1992 йылдың 29 апрелендәге 5-45-се һанлы ҡарары менән «Мариинский» совхозы «Мариинский» акционер йәмғиәтенә әйләндерелә, уның составына Отрада, Казадаевка, Байраҡ бүлексәләре инә. Акционер йәмғиәтендә уртаса 216 тирәһе кеше эшләй. Отрада ауыл Советы хакимиәте, 3 мәктәп, 3 медицина пункты, Көнкүреш йорто, 2 ауыл клубы «Мариинский» акционер йәмғиәте территорияһында урынлаша[11].

1993 йылдың 25 февраленән ауыл Советы Отрада ауыл Советы атамаһын ала (Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1993 йылдың 25 февралендәге 6-2/59-сы һанлы «Стәрлетамаҡ районы Яңы Ивановка ауыл Советының исемен үҙгәртеү тураһындағы» Указы).

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[12][13][14].

Түбәндәгеләр төрлө йылдарҙа ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡара[11].
  • Белецкий Г. А.
  • Кусакин Егор Панкратович
  • Атнағолов Хәмит Абдулхалиҡ улы
  • Әлхәмов Биктимер Мортаза улы
  • Сергеев Иван Дмитриевич
  • Хмара Иван Никитович
  • Гайдаренко Илья Иванович
  • Мөхәмәҙиева Римма Низам ҡыҙы
  • Атнағолов Усман Ғәли улы
  • Чупина Валентина Георгиевна
  • Ғизетдинов Рәүеф Ғәҙел улы
Халыҡ иҫәбе
2002[15]2009[15]2010[16]2012[17]2013[18]2014[19]2015[20]
3183451955856117680272407787

Ауыл биләмәһе составында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тораҡ пунктыТораҡ пунктының тибыХалҡы
1 Яңы Отрада ауыл, административ үҙәге 1242[16]
2 Загородный ауыл 2188[16]
3 Мариинский ауыл 1896[16]
4 Байрак ауыл 188[16]
5 Ашҡаҙар ауыл 71[16]

1960-сы йылдар башында «Россия» колхозының Стәрлетамаҡ ҡалаһының көнбайыш сиге менән сиктәш булған ерҙәре торлаҡ биҫтәләрен төҙөү өсөн бүлеп алына. Михайловка ауылы һәм Белоусов ҡасабаһы күсерелеүгә дусар ителә һәм 1965 йылда улар административ-территориаль бүленештең иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлана[11].

1979 йылда Яңы Ивановка ауылы ҡорой, Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы төҙөлөү сәбәпле, 1983 йылда Новое Русло ауылы бөтөрөлә[11]. Новое Русло ауылы рәсми рәүештә 1986 йылда бөтөрөлә.

Транспорт юлы Стәрлетамаҡ районының көньяҡ-көнбайышынан үтә. Ауыл Советы территорияһы буйлап Стәрлебаш тракты үтә.

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  7. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  11. 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 11,10 11,11 11,12 История образования и развития Отрадовского сельского совета 2018 йыл 11 ноябрь архивланған. (рус.)
  12. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 20.07.2005 № 211-з
  13. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 21.06.2006 № 329-з
  14. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 29.12.2006 № 404-з
  15. 15,0 15,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  19. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.