Суртан ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суртан ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Суртан ауыл Советы — Стәрлетамаҡ районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 453163. ОКАТО коды — 80249895000. Ауыл Советының үҙәге — Суртан ауылы. 1992 йылдан 2008 йылға тиклем ғәмәлдә була.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Президиумының 1992 йылдың 19 ноябрендәге 6-2/478-се һанлы «Стөрлетамаҡ районында Суртан ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» Указында түбәндәге юлдар бар[1]:

Башҡортостан Республикаһы Президиумы ҡарар итә:

1. Стөрлетамаҡ районында Суртан ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәген Суртан ауылында урынлаштырырға.

2. Суртан ауыл Советы составына Суртан, Уҫылыбаш, Любовка ауылдарын индерергә, был ауылдарҙы Уҫылы ауыл Советы составынан сығарырға.

3. Суртан һәм Уҫылы ауыл Советтары сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының 2008 йылдың 7 октябрендәге 29/з-292-се һанлы «Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Уҫылы ауыл Советын һәм Суртан ауыл Советын берләштереү тураһындағы» ҡарарында түбәндәге юлдар бар[2]:

" Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

40) Стәрлетамаҡ районы буйынса:

ж) „Уҫылы“ атамаһын һаҡлап, Уҫылы һәм Суртан ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Үрге Уҫылы ауылында урынлаштырырға.

Суртан ауыл Советының Уҫылыбаш, Суртан, Любовка ауылдарын Уҫылы ауыл Советы составына индерергә.

Уҫылы ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Суртан ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Ауыл советы составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указ Президиума ВС РБ от 19.11.92 № 6-2/478 «Об образовании Чуртановского сельсовета в Стерлитамакском районе» 2017 йыл 11 февраль архивланған.
  2. [Решение Совета муниципального района Стерлитамакский район РБ от 07.10.2008 № 29/з-292 «Об объединении Услинского сельсовета и Чуртановского сельсовета Стерлитамакского района Республики Башкортостан»]