Покровка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Покровка ауыл Советы
Нигеҙләү датаһы 16 декабрь 2004
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Покровка
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 19 ноябрь 2008

Покровка ауыл Советы — Стәрлетамаҡ районы составындағы административ-территориаль берәмек һәмауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә.Почта индексы — 453156. ОКАТО коды — 80249872000. ИФНС коды — 0242. Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 16 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законына ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә була[1].

Ҡуғанаҡ ауыл Советы менән берләштерелә.

Ауыл Советы составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Покровка ауыл Советы: Покровка ауылы — административ үҙәк, Березовка, Егәнтамаҡ ауылдары, Хрипунов утары (приложение 44 ф);[1]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында түбәндәге юлдар бар[2]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

40) Стәрлетамаҡ районы буйынса:
б) «Ҡуғанаҡ» атамаһын һаҡлап, Ҡуғанаҡ һәм Покровка ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Оло Ҡуғанаҡ ауылында урынлаштырырға.

Покровка ауыл Советының Берёзовка, Егәнтамаҡ ауылдарын, Хрипунов утарын Ҡуғанаҡ ауыл Советы территорияһы составына индерергә.

Ҡуғанаҡ ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Покровка ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Йылғаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылға Ғафури һәм Ауырғазы райондары, Ҡуғанаҡ ауыл Советы, Подлесный ауыл Советы, Талалаевка ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш була (Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законы)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]