Офрис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Офрис
Ophrys insectifera - Kärbesõis Niitvälja 1.jpg
Офрис насекомоносная
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ophrys L., 1753

Номенклатура тибы
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN   8499

Офрис — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡынса 35 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙ буйында һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөжәкле офрис үҫә. Эзбизле уйһыу һаҙлыҡтарҙа һәм дымлы болондарҙа үҫә, Мәсәғүт урман-далаһында һәм Краснокама районында осрай. Декоратив үҫемлек. Бүлбеләренең составында лайла, фенол берләшмәләре бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт, БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ваҡ шар һымаҡ йәки оҙонса бүлбеле күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Япрағы күкһел төҫтә, тар, ланцет, тәпәш розеткала. Сәскәлеге — 3—8 сәскәнән торған һирәк башаҡ. Сәскәһе ваҡ, тышҡы япраҡсалары асыҡ йәшел төҫтә; эске әйләнәһенең 2 япраҡсаһы мыйыҡса рәүешендә, көрәнһыу һоро төҫтә, төклө. Ирене оҙонса йомортҡа формаһында, көрәнһыу шәмәхә төҫөндә, бәрхәт һымаҡ, уртаһында зәңгәрһыу тап, урталағы ҙур көрәктең осонда уйым һәм ваҡ ситке япраҡсалары бар. Сәскәһе уны һеркәләндергән 2 төр һағыҙаҡтың феромондарына оҡшаш матдәләр бүлеп сығара. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—августа өлгөрә.

Төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Flora Iberica: plantas vasculares de la Península Ibérica e Islas Baleares Vol. XXI. — ISBN 84-00-08305-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Ophrys