Оханск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оханск
Флаг[d]
Flag of Ohansk (Perm krai).pngCoat of Arms of Okhansk (Perm krai) (2018).gif
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1547
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Оханское городское поселение[d][1] һәм Оханский район[d]
Административ-территориаль берәмек Оханское городское поселение[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кама
Халыҡ һаны 7087 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 110 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Почта индексы 618100
Рәсми сайт ohansk-adm.ru
Урындағы телефон коды 34279
Commons-logo.svg Оханск Викимилектә


Оханск — Рәсәй ҡалаһы, Пермь крайы Оханский районының административ үҙәге,ҡала биләмәһе статусына эйә.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кама йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Кама буйлап Пермгә тиклем ара 126 км. Оханск аша Ҡазан-Пермь боронғо тракты үтә.Пермға тиклем 66 км. Яҡындағы Нытва тимер юл станцияһына тиклем ара 35 км тәшкил итә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герб (1980)

Оханскҙың нигеҙләнеүе Пермь крайын үҙләштереүсе. Строгановтар менән бәйле.

1597 йылда Кама йылғаһынан алып Ошап тамағына тиклем ерҙәрҙе Строгановтар ала. Хәҙерге заман районындағы Острожка тораҡ пункты улар тарафынан иң беренсе булып нигеҙләнә (1597 йыл). Артабанғы йылдарҙа ошо ауыл аша рус халҡы был ерҙәрҙә тарала бара. Тораҡ пункттар барлыҡҡа килә.

Батша Алексей Михайлович указы буйынса 1647 йылда строгановтарҙың аҫаба халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Ошо иҫәп буйынса, кама йылғаһының уң яҡ ярында — Охань теркәлә. Соликамскиҙың халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргән воеводаһы, уны «оханщик»тип картаға яҙып ҡуйған.

Строганововтарҙың аҫабаһы булараҡ Оханск улус тип аталған.

1775 йылда император Екатерина II указына ярашлы, Оханский ауылы улус үҙәге була. 27 ғинуар (7 февраль1781 йылда Екатерина II Пермь губернаһын ойоштора. Оханский ауылына ҡала статусы бирелә һәм ул Оханский өйәҙенә әүерелә, уға 48 улус инә.

Герб Оханск

1783 йылда Оханск өйәҙ ҡалаһының үҙ гербы була.

Ҡала халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, һунар итеү һәм балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән. Оханск, өйәҙ үҙәге, элеккесә күберәк ауылға оҡшап торған.

XIX быуат башында Оханск өйәҙе яйлап башҡа ауылдарҙан айырыла, бигерәк тә Оханск йәшеллеккә күмелә башлай, 1828 йылда таштан Успенский соборы төҙөлә. Оханск дауаханаһы, ирҙәр мәхәллә училищеһы, ҡыҙҙар гимназияһы, реаль училище, типография, театр, почта, музей, китапхана барлыҡҡа килә.Ҡала үҙәгендә 30-ға кибет һәм таш усадьбалар барлыҡҡа килә. Уларҙың барыһы ла тиерлек бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланған.

Граждандар һуғышы Оханский өйәҙендә кире яҡтан сағыла. Ҡала һәм район халҡы кәмей. Өйәҙ 1923 йылдың ғинуарында Оханскиҙа йәшәүҙән туҡтай. Уның территорияһында бер нисә район, шул иҫәптән Оханский районы барлыҡҡа килә.

Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
18471856[3]1897[3]1913[3]1926[3]1931[3]1959[4]
900100019002400190038007984
1970[5]1979[6]1989[7]1992[3]1996[3]1998[3]2000[3]
7478712984148800890089009000
2001[3]2002[8]2003[3]2005[3]2006[9]2007[9]2008[10]
9000799480007800770077007600
2009[11]2010[12]2011[3]2012[13]2013[14]2014[15]2015[16]
7607725073007301720571297096
2016[17]
7098

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәнәғәт предприятиеларынан — Оханск тегеү фабрикаһы.

Икмәк комбинаты ҡаланың һәм райондың халҡын хеҙмәтләндерә .

Оханск урман хужалығы ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә

Бөгөн ҡала халҡының бер өлөшө ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.

Ҡала менән бәйле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Астауров Владислав Борисович (1918—2003) — юғары математика һәм теоретик механика өлкәһендәге ғалим.
  • Баневич Сергей Петрович (тыуғ. 1941) — композитор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
  • Бахтияров Алексей Николаевич (1871 — һуң 1915) — урал эре сауҙагәре, «Н. К. Бахтияров вариҫтары» сауҙа йортон етәкләүсе .
  • Винокуров Василий Васильевич (1894—1938) — чекист, генерал.
  • Волков Лев Анатольевич тыуғ. 1936) — Төмән мәҙәниәт академияһы профессоры.
  • Вяткин Александр Петрович (тыуғ. 1957) — Рәсәй буйынса Приморье крайы УФСБ начальнигы, генерал-лейтенант.
  • ЗаколодкинАнатолий Федорович (1896—1937) — хәрби разведчик.
  • Заколодкин, Сергей Иванович (тыуғ. 1959) — пермь архитекторы.
  • Зеленин Алексей Нестерович (1870—1944) — пермь рәссамы.
  • Калинин Борис Алексеевич (тыуғ. 1940) — молекуляр физика өлкәһендәге ғалим
  • Коротаев Анатолий Александрович (тыуғ. 1931) — пермь ғалим-психологы.
  • Кузнецов Петр Нифонтович (1914—1964) — Советтар Союзы Геройы.
  • Мерзляков Юрий Иванович (1940—1995) — ғалим-математик.
  • Овчинникова Зинаида Николаевна (1914—1955) — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Нешатаев, Татьяна Николаевна (тыуғ. 1952) — ғалим-юрист, РФ атҡаҙанған юрисы.
  • Палладий (Пьянков е. п.) (1813—1882) — дин әһеле, яҙыусы, Олонецкий һәм Петрозаводский епискобы.
  • Пискунов Алексей Иванович (1921—2005) — ғалим-педагог.
  • Пулькис Владимир Антонович (1890—1970) — совет гигиенисы
  • Шардаков Игорь Александрович (1922—1982) — Советтар Союзы Геройы.
  • Шардаков, Павел Федорович (1929—2007) — рәссам-реалист, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы.
  • Шумилов Евгений Николаевич (тыуғ. 1951) — билдәле рәсәй тарихсы-медиевисы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 Народная энциклопедия «Мой город». Оханск. Дата обращения: 18 июнь 2014. Архивировано 18 июнь 2014 года.
  4. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (билдәһеҙ). Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  9. 9,0 9,1 Оценка численности постоянного населения Пермского края в разрезе муниципальных образований на 1 января 2006 (погрешность 150 человек) и 2007 (погрешность 50 человек) годов. Дата обращения: 25 ғинуар 2015. Архивировано 25 ғинуар 2015 года.
  10. Административно-территориальное деление Пермского края на 1 января 2008 года. Дата обращения: 18 август 2013. Архивировано 18 август 2013 года.
  11. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  12. ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края. Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  17. Численность постоянного населения Пермского края по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 30 март 2016. Архивировано 30 март 2016 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шумилов Е. Н. Оханский хронограф (фрагменты). Пермь, 2009. 24 с.: ил.
  • Шумилов Е. Н. 200 оханцев в истории Пермского края и России. Пермь, 2015. 64 с. с цв. ил.
  • Шумилов Евгений Н. Материалы к «Оханской энциклопедии». Пермь, 2016 (303 статьи).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]